Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡартлыҡҡа илткән ағыу
Ҡартлыҡҡа илткән ағыу Төрлө сирҙәр, хәлһеҙлек башлыса дөрөҫ туҡланмауҙан, ашҡаҙаныбыҙҙы кәрәкмәгән аҙыҡ менән тулыландырыуҙан килә. “Миңә бөтә ризыҡ та ярай” йәки “Аш әрәм була” тип ашау 25-30 йыл ғүмерҙе ҡыҫҡарта. Дөрөҫ туҡланмау һөҙөмтәһе бигерәк тә 40 йәште уҙғас үҙен һиҙҙерә башлай.

Туҡланыуҙағы хаталар нимәлә күренә?
1. Аҡһымды күп ҡулланыу.
“Аҡһымлы ризыҡтар организмға көс бирә” тигән яңылыш ҡарашта булыу. Аҡһымдың артыҡ булыуы ҡанды ағыулай, эсәктәребеҙгә насар йоғонто яһай.
2. Аҙыҡты дөрөҫ бешермәү.
Беҙ ризыҡты әҙерләгәндә артыҡ оҙаҡ ҡайнатабыҙ, шуға күрә файҙалы минераль тоҙҙар, витаминдар юҡҡа сыға.
3. Икмәкте саманан тыш күп ҡулланыу.
Тәмле баллы күмәстәр ашау ҙа ашҡаҙанда һәм ҡанда кислота артыуға килтерә. Һөҙөмтәлә ашҡаҙанда һәр ваҡыт әсеү процесы бара.
4. Итле ризыҡтарҙа, аштарҙа үтә лә боросло, әсе соустар ҡулланыу. Алкоголле эсемлектәр менән мауығыу ҙа бауыр һәм бөйөрҙәрҙе зарарлай. Улар ғүмерҙе 15 – 20 йылға ҡыҫҡарта.
5. Йәшелсә, үләндәр, еләк-емешкә ҡарағанда эс йомшартҡыс дарыуҙарға өҫтөнлөк биреү.
Дарыуҙарҙы даими рәүештә ҡулланыу йыуан эсәк мускулдарының һүлпәнлегенә килтерә.
Кешенең ғүмер оҙонлоғо дөрөҫ туҡланғанда 120 йылға етергә мөмкин. Сифатлы ризыҡтарҙы ғына ашарғамы инде беҙгә? Был бөтөнләй мәжбүри түгел. Хәҙер дауаланыу өлкәһендә бик күп диеталар бар, шуларҙан үҙебеҙгә оҡшағанын, уңайлыһын табырға мөмкин.
Иң төп дошманыбыҙ – тоҙ. Ул ашамлыҡ түгел. Һатып алынған тоҙ тышындағы яҙыуға күҙ һалығыҙ. Химик составы буйынса ул – натрий хлориды. Иҫегеҙҙәлер: натрий – металл, ә хлор – ағыулы газ. Шулай булғас, тоҙ организмда эшкәртелмәй, уның туҡлыҡлығы ла юҡ. Әсе ашарға яратыусылар “ул организмға кәрәк” тип яңылыша.
Тоҙ ашҡаҙан тарафынан ауыр үҙләштерелә. Уны күп ҡулланғандан һуң ныҡ һыуһата. Был – ашҡаҙандың тоҙҙо тиҙерәк бөйөрҙәр аша йыуҙырып сығарырға тырышыу һөҙөмтәһе.
Тоҙҙан айырыуса бөйөр зарар күрә. Әгәр ҙә организм әселекте бөйөр эшкәртеп сығара алғандан күберәк алһа, уның артығы үксәләребеҙҙә, балтырҙың аҫҡы өлөшөндә туплана. Шул ваҡытта организмдың үҙ-үҙен һаҡлау реакцияһы эшкә тотона: ул тоҙҙо иретер өсөн һыу йыя башлай. Һөҙөмтәлә аяҡтар шешенә.
Йөрәккә лә тоҙ зыянлы. Ул артерия һәм ҡан тамырҙарына насар йоғонто яһай. Натрийҙың күп булыуы йөрәктең йыш тибеүенә килтерә, ҡан баҫымын арттыра.
Тоҙ беҙ көн дә ҡулланған бөтөн ризыҡта, йәғни иттә, майҙа, икмәктә, йәшелсәлә, һөттә лә бар. Бына шуға күрә бөгөн йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары беренсе урында тора. Был сир ғүмерҙең ҡапыл өҙөлөүенә сәбәпсе була.
Белгестәр фекеренсә, организм 0,5-1 грамм тоҙ үҙләштерә ала. Ә беҙ был норманы 40-50 тапҡырға арттырабыҙ. Ә бит тәбиғи натрийҙы шул уҡ йәшелсәнән дә алып була. Мәҫәлән, сөгөлдөр, сельдерей, бәрәңге, кишер, шалҡан, салат, һуған, һарымһаҡ һәм башҡалар.
Организмды нисек тоҙҙан айырырға? Быны эшләүе бер ҙә ҡыйын түгел. Бары тик уны күп ҡулланыуҙан тыйылырға һәм аҙнаһына бер тапҡыр һыу менән генә 24 сәғәт ураҙа тоторға кәрәк.
Организмдан тоҙ киткәс, йөрәк менән бөйөр иркенерәк эшләй башлар, мускулдарҙың тығыҙлығы һәм тән тиреһенең һығылмалылығы артыр. Һеҙ инде үҙегеҙҙе йәшерәк һәм төҙ кәүҙәле итеп хис итерһегеҙ, сөнки йәмһеҙ буй-һын организмда тоҙҙоң күп булыуына бәйле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 1 498

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 1 170

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 1 249

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 1 253

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 1 046

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 1 203

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 1 048

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 1 039

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 1 374

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 1 414

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 1 157