Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кеше булып баҡыйлыҡҡа китергә...
Эскелек афәтенә ҡаршы айырым-айырым көрәшеп булмай, уны ил кимәлендә генә еңергә мөмкин. “Йәшел йылан”дан ҡотолоу юлдарына түбәндәгеләрҙе индерер инем: әхлаҡһыҙлыҡты бөтөрөү, гражданлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, билдәле дәрәжәлә дини йоғонто яһау. Бынан тыш, төрлө кимәлдәге етәкселек, дин әһелдәре, тәрбиәселәр өлгөһөндә, ярҙамында ғына заман бәләһенә ҡаршы көрәшеп буласаҡ. Мәҫәлән, ауыл хакимиәте башлығы эсмәй икән, ул башҡаларҙы насар ҡылыҡтан тыя һәм оялта ала...

Тормошобоҙҙа ла, күңелдәребеҙҙә лә шаҡтай ҡатмарлы осор. Һәр урында эскелекте, наркоманияны, токсикоманияны тәнҡитләйҙәр, әммә был яман ғәҙәттәр торған һайын нығыраҡ тамырлана кеүек. “Ҡайҙа тәгәрәйбеҙ?” тигән һорау тынғы бирмәй күңелгә.
Дөрөҫ, араҡыны аҙ ғына күләмдә эсеү тамырҙарҙы бер аҙ киңәйтеп, кешегә еңеллек килтереүе ихтимал. Икенсе рюмканан тын тағы киңәйә, ә өсөнсөнән һуң, киреһенсә, ҡапыл ҡыҫыла башлай. Белгестәр шулай тип яҙа. Ошо рәүешле араҡы кешенең аңын томалай ҙа.
Совет осоронда алкоголизмға ҡаршы көрәш көслө ине, Хөкүмәт теҙгенде үҙ ҡулында тотто. Мәҫәлән, 1972 йылда “Эскелеккә ҡаршы көрәште көсәйтеү саралары тураһында”ғы закон сыҡты, һәм уның һөҙөмтәһе асыҡ күренде. Мин ул саҡта Инйәр ҡасаба Советы башҡарма комитетының социалистик законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибен һаҡлау буйынса комиссияһы рәйесе инем. Беҙҙең даими комиссияла 18 депутат һәм етәксе иҫәпләнде. Аҙнаға кәмендә бер тапҡыр йыйыла инек, ә инде ғаризалар булһа — ике-өс тапҡыр. Сауҙа нөктәләрендә һатыу ҡағиҙәләренең үтәлеүен-үтәлмәүен тикшерҙек. Тәртип, законды боҙған һатыусыны комиссия ултырышына саҡыртып, уға тейешле язаһын бирҙек.
Эшебеҙ тураһында мәҡәләләр райондың “Урал” гәзите биттәрендә һәр саҡ баҫылып торҙо. Шул осорҙа Инйәр төбәгендә араҡы һатыу сикләнеп, эскелек күҙгә күренеп кәмене. Ҡыҙғаныс, йәмәғәт ойошмаларының контролде йомшартыуы менән, халыҡ әкренләп тағы үҙ ҡаҙанында ҡайнай башланы.
Бөгөн кешенең рухы көслө булырға тейеш. Ныҡлы тормаһаң, ымһындырғыс, әүрәткес эсемлектәр үҙеңдән ҡол яһар. Магазин, киоск һәм башҡа шундай сауҙа урындарында араҡының ниндәй генә төрө юҡ, коньяк, шарап, һыраны әйтеп тораһы ла түгел. Түбәнгә тәгәрәгәндәргә этил спиртлы, бынан тыш, төрлө спирт ҡушылған дарыуҙар, көмөшкә, бал һәм башҡа иҫерткес эсемлектәр етерлек. Дарыу төнәтмәләре тышында уларҙың тик дарыухана селтәрҙәре аша, табип биргән рецепт буйынса һатылыуы хаҡында яҙылған. Әммә был кәңәштәрҙең береһе лә үтәлмәй. Ғәжәп бит!
Көмөшкә лә бик ныҡ таралып китте. Кем һатһа ла, уны тыйыусы юҡ. Ә халыҡтың күпселеге аңлап етмәй һәм ҡайғыһын да, шатлығын да, бәпәй тәпәйен дә “йыуа ла йыуа”.
Кемдәрҙелер был күңелһеҙ күренеш уйға һалһа, икенселәр иҫе китмәй көлөп кенә ҡарай. Эсемлектәрҙе кәштәләрҙән һыпырып төшөрөп юҡҡа сығарыу, бал һәм көмөшкә ҡойоусыларҙы ҡаты язаға тарттырыу теләге лә тыуа, сөнки эскелек арҡаһында бәхетһеҙлек кисергән балаларҙы, әсәләрҙе күреп йән әрней. Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, бындайҙар һаны артҡандан-арта. Ауылдарҙа кешеләр ошондай ғаиләне берәй сара күреп ҡотҡарыу урынына ҡул ғына һелтәй. Элекке иптәштәр суды, ҡатын-ҡыҙҙар советы, эскелеккә ҡаршы даими комиссиялар ҡайҙа икән?! Имен тигән ғаиләләрҙә лә эсеү культы көсәйә барыуы ҡыҙғаныс. Киләсәгебеҙ өсөн ҡурҡыныс булып китә хатта...
Мәғрифәтсе һәм дин эшмәкәре Ризаитдин Фәхретдиновтың вәғәздәрендә ошондай юлдар бар: “Балаларығыҙҙы әҙәпле, инсафлы, динле итеп үҫтерергә тырышығыҙ”. Уның әйтеүенсә, кескәйҙәргә итәғәтлек, тыйнаҡлыҡ, халҡына һөйөү сәңгелдәктән тәрбиәләнергә тейеш. Бер генә бирелгән ҡыҫҡа ғына ғүмеребеҙҙә, ололар аманатына тоғро ҡалып, милләтебеҙҙе, динебеҙҙе, рухыбыҙҙы үҫтерергә бурыслыбыҙ. Шуның өсөн ололар йәш быуынға үрнәк булырға, дөрөҫ юл күрһәтергә тейеш.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге ваҡытта ололарҙың да ҡайһы берҙәре, оят, намыҫ, абруй тигән төшөнсәләрҙе ситкә ҡуйып, урам буйлап эсеп йөрөй. Бик аяныс. Аҡһаҡалдарыбыҙ, ил инәләре ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, ойоҡ-бейәләй бәйләп, балаларына бәхет, ырыҫ, тәүфиҡ теләп, аҡыллы кәңәштәр биреп ултырыу урынына эскелеккә һөйөү тәрбиәләй түгелме?! Шул хәлгә төшкән олатайҙарға, өләсәйҙәргә өндәшәм: һеҙгә Аллаһы Тәғәлә мөмкинлек бирә, үҙегеҙҙе ҡулға алып, кеше булып баҡыйлыҡҡа китергә кәрәк, туғандар!
“Йәштәр эсә, тәмәке тарта, наркотик тәмләй”, — тип оран һалабыҙ. Ә ни өсөн улар насар юлға баҫа? Тәрбиәүи эште биләүҙән башлайҙар бит. Ул мәктәптә лә, клубтарҙа ла, мәҙәниәт үҙәктәрендә лә алып барылырға тейеш. Беҙҙең Инйәрҙә мәҙәниәт йорто бар, ә ҡалған ун бишләгән ауылда клуб та юҡ хатта. Ә ауыл Советында бөтәһе 21 ауыл иҫәпләнә.
Советтар ваҡытында йәштәр менән партия, комсомол, пионер ойошмалары шөғөлләнде. Яҙа баҫҡандарҙы тәнҡитләүҙән тыш, ғәмәлдә эш булды. Бөгөн лаф орабыҙ, ә йәштәр, балалар тәрбиәһе тураһында, уларҙың ялын файҙалы үткәреү хаҡында уйлаусылар һирәк.
Эскелеккә ҡаршы күмәкләп, тотош йәмәғәтселек менән көрәшкәндә генә һөҙөмтә буласаҡ. Бынан тыш, төрлө комиссияларҙың эшен йәнләндереп ебәрергә кәрәк. Битарафтарҙың унда булмауы яҡшыраҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 963

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 621

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509