Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәләлде һайлап, хәрәмдән һаҡланып
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:

— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим, әлхәмдү-лилләһи раббүл-ғәләмин, үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мөхәммәдин, үә ғәлә әлиһи, үә әсхәбиһи әджмәғин.
Әлхәмдү-лилләһ, Аллаһ ­раббүл-ғәләмин ҡөҙрәттәре үҙ рәхмәте менән Әҙәм балаһын яралтҡан. Һәм Аллаһ Тәғәлә “Ер йөҙөндә үҙемә урынбаҫар ҡуям” тигән. Йәғни, әгәр ҙә Әҙәм балаһы иман ҡанундары менән йәшәһә, дөрөҫ юлда булһа, ислам ғәмәл­дәрен атҡарһа, ул Аллаһ Тәғә­ләнең урынбаҫары була ла Ер йөҙөн матурлай, унда күркәмлек урынлаштыра, бәрәкәт һәм изгелек орлоғо сәсә. Ләкин Аллаһ раббүл-ғәләмин шайтанды ла ҡиәмәт көнөнә хәтлем ҡалдырған, һәм ул да Әҙәм балаһы янында йөрөй, иман юлынан яҙҙырыр өсөн. Әгәр инде кешенең ышанысы көсһөҙ булһа, уны аҙаш­тырыу еңел буласаҡ.
Шайтандың аҙаштырыу юлдары бик күп төрлө. Иң беренсеһе – хәрәм ризыҡтар, бында спиртлы эсемлек тә, дуңғыҙ ите лә, “бисмилла”һыҙ һуйылған малдың итен ашау ҙа, наркотик та, ҡомарлы уйындар ҙа керә. Нимә аҡылға зыян килтерә – шулар барыһы ла иблистең ҡоралынан һанала.
Аллаһ Тәғәлә кешегә ҙур ниғмәт итеп аҡыл биргән. Хәҙерге тел менән, компьютер, тиергә лә була. Шулай итеп, әгәр беҙ компьютер һатып алһаҡ, уға үҙебеҙгә кәрәкле программалар ҡуябыҙ. Документтармы унда, уйындармы йә башҡа нәмәләр булһынмы. Ләкин уның ауырыуҙары ла килеп сыға – вирус. Һәм компьютерға антивирус ҡуйырға кәрәк була. Был йәһәттән кешелә аҡыл тигәне бар, һәм ул саф булырға, яҡшы менән яманды айырырға тейеш. Әгәр инде аңға зыян килһә, кеше аҡ менән ҡараны төҫмөрләү түгел, үҙенең йәшәгәнен дә белмәүе бар. Уның өҫтәүенә наркотиктар, эскелек арҡаһында әллә күпме зарар күрелә: ғүмерҙәр өҙөлә, ғаиләләр емерелә... Барыһы ла хәрәм ризыҡтар нәтижәһендә. Ошо уҡ яҙыҡ алымдар илдең дәүләтселеген дә ҡаҡшата. Быға дин ҡаршы тора.
Пәйғәмбәр (салаллаһ-ғәләйһи-үә-сәлләм) бер хәҙисендә: “Кем дә кем хәрәм ризыҡтар ҡуллана, шунан Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте ситтә буласаҡ. Һәм унан ҡырҡ көнгә иманы сыға”, – тигән. Ябайыраҡ итеп әйткәндә, эскән спиртты бауыр ҡырҡ көн буйына таҙалай, әммә табиптар белде­реүенсә, унан һуң да тәьҫире бөтмәй ҡала. Мөхәммәт пәйғәм­бәребеҙ йәнә әйткән: “Хәрәм нәмәне әҙерләгән дә, илтеп биргән дә, ҡулланған да гонаһлы була”. Тимәк, иҫерек тә, уға спиртты һатҡан кеше лә, етештереүселәре лә имандан алыҫ тора тиергә мөмкин. Хәрәм менән һатыу итеүҙән килгән аҡсаның да бәрә­кәте булмай, унан килгән зарар ҙа башҡаларға ҡағыла бит инде. Шул уҡ юл һәләкәттәрендә бер эскән кеше арҡаһында күпме кеше һәләк була. Өйҙә лә күпме ғауға тыуа.
Эскән кешенең йәмғиәткә килтергән зыяны ла байтаҡ, хатта уның башҡарған эше лә йүнле булмай. Иҫерткес матдә ҡуллан­ған әсәнең балаһы ла һау-сәләмәт түгел. Ә бала – нәҫелдең, теле­беҙҙең, милләтебеҙҙең, илебеҙҙең киләсәге, дәүләтебеҙҙең терәге. Шуның өсөн дә Аллаһ раббүл-ғәләмин беҙгә хәләл ризыҡтарын асыҡ ҡылһын. Халҡыбыҙ ҙа хәрәм тигән ризыҡта һәләкәт барлығын аҡыл, зиһен менән аңлап, унан алыҫ торһон ине. Алла биргән аҡылды һаҡлайыҡ, матур ғаилә ҡорайыҡ, һау балалар үҫтерәйек, ватаныбыҙҙы ҡурсыйыҡ, сөнки, мөхтәрәм ҡәрҙәштәр, илде һөйөү – ул имандың бер өлөшө.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506