Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ағайҙарым, һеҙҙе заман түгел, шешә эсендәге ыу ҡыра
Ағайҙарым, һеҙҙе заман түгел, шешә эсендәге ыу ҡыра Элекке прокурор, заманыбыҙҙың алдынғы ҡарашлы тарихсыһы Зәкирйән Әминев менән әңгәмәләшкәндә шундай фекергә иғтибар иттем: милләтте еңеү, унан ҡол яһау өсөн башҡорт ауылдарында араҡы һатыу, уны ҡулланыу мәсьәләһе ана ниндәй юғары даирәләрҙә ҡаралған. Эскелек проблемаһына бәйле һөйләшеүҙәр матбуғат биттәрендә, радио-телевидение эфирҙарында ла әленән-әле дауам итә. Әммә бының менән генә зыян күреүселәр кәменеме һуң?


Ҡаҙағстан араҡыһынан иҫәңгерәгән эскеселәр ҡатламы һуңғы йылдарҙа “фанфурик” тип аталған 250 грамлыҡ спиртлы эсемлектәр ҡулланып, тамам аҡылдан яҙыр сиккә етте. Әйткәндәй, Ҡаҙағстандан ҡайтҡан туғандар күстәнәскә тип үҙҙәрендә етеш­терелгән коньякты алып килгәйне. Шунда уҡ иҫкәрмә лә яһап ҡуйҙылар: “Был һеҙҙә һатылғаны кеүек түгел, үҙебеҙҙәге халыҡ өсөн беҙҙә сифатлы тауар етештерелә!” Бына һиңә хәҡиҡәт!
Йәнә лә шуныһына иғтибар итмәү мөмкин түгел: хатта ҡартайып барған әбейҙәр ҙә “фанфурик”тың исемен әйтергә өйрәнде генә түгел, һатырға ла оҫтарып алған. Республиканың ҡайһы ғына районына командировкаға сыҡһаң да, аҡыллы ханымдар, ағинәйҙәр көмөшкә ҡойоусылар, аптекаларҙан алынған баяғы “фанфурик” һатыусылар менән көрәшә.
Таныш табиптан ошо шыйыҡсаның медицина өсөн мөһимлеге хаҡында һорашам. Баҡтиһәң, был тармаҡ “фанфурик”тарһыҙ ҙа йәшәй ала. Бөгөн уны күмәртәләп һатыу, сауҙаға сығарыу үҙе бер кәсепкә әйләнгән булып сыға түгелме һуң?
Унан бигерәк составының зыяны хаҡында ябай халыҡ ҡына түгел, белгестәр ҙә ауыҙ тултырып һөйләй. Интернет селтәрендәге тәнҡитле фекерҙәрҙе уҡыһаң, сәс үрә торорлоҡ. “Пшеничный”, “Хлебный люкс”, “Боярышний цвет” тигән исемдәр бирелгән был эсемлек иң тәү сиратта кешенең ашҡаҙанына ғына түгел, башына һәм нерв системаһына зыян килтерә икән. Исемдәренә иғтибар итегеҙ әле: икмәк кеүек бөйөк төшөнсәгә бәйләп, йәнәһе лә таҙа игендән эшләнгән эсемлек тигәнгә ишаралап, ана ниндәй атамалар табылған. Шулай инде, тауарыңды һатырға теләһәң, халыҡ күңелен яуларлыҡ тышлыҡ, исем уйлап табырға кәрәклеген аңлаған был үлемесле бизнес менән шөғөлләнеүселәр.
Бер ауыл Советында булған хәлде лә телгә алып китергә ине. Иренең эсеүенән ялҡҡан ҡатын ауыл хакимиәте башлығына ярҙам һорап бара. Беләһегеҙме, ниндәй яуап ишетә? “Фәүзиә, бөгөн илдә демократия. Кем нимә теләй, шуны етештереп һата ала. Әгәр ҡулың­дан килһә, һин дә берәй шөғөл уйлап тап та, ишек алдыңда сауҙа нөктәһе булдырып, аҡса эшлә”. Был башлыҡ һүҙендә дөрөҫлөк бар ҙа кеүек, әммә Рәсәй гражданы һаулығына зыян килтергән әйбер менән һатыу итеү закон менән тыйыла. Ауылдағы халыҡтың баҫал­ҡылы­ғына, йыуашлығына, хатта ниндәйҙер кимәлдә наҙанлығына таянып, ҡайһы бер урындағы етәк­селәрҙең нигеҙһеҙ хәбәре, әлбиттә, уйлан­дырмай ҡалмай. Закон һәр саҡ граждандарҙы яҡлай, бары тик беҙгә уны файҙалана белергә өйрәнергә кәрәк.
Төбәктәге факттарға күҙ һалайыҡ. Башҡорт­остандың Дәүләт статистика федераль хеҙмәте аналитиктары даими рәүештә республика халҡының үлем сәбәптәре хаҡында мәғлүмәт туплап бара. Мәҫәлән, былтыр 258 төбәк­тәшебеҙ спиртлы эсемлектән ағыуланып яҡты донъя менән хушлашҡан. Шуныһы үкенесле: был һан йылдан-йыл күбәйә бара. 2016 йылдың тәүге өс айы мәғлүмәттәре буйынса, ундайҙарҙың һаны 52,4 процентҡа артҡан.
Тағы ла бер мәғлүмәт: һуңғы ун ай эсендә төбәктә 1,39 мең кеше спиртлы эсемлек менән ағыуланған һәм шуларҙың 10 проценты яҡты донъя менән хушлашҡан. Уҙған йылдар менән сағыштырғанда, күрһәткес 1,5 процентҡа күберәк. Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалалары, Туймазы, Яңауыл райондары 2014 йылдан был насар күренеш буйынса алдынғылыҡта икән.
Психолог И. Кузнецова халыҡтың эскелек менән мауығыуын үҙенсә аңлата: “Илдәге социаль проблемалар, шәхси кисерештәр, кредиттар – былар береһе лә бәндә күңеленә тәьҫир итмәй булмай. Замана гражданы үҙенең проблемаһын эскелек менән баҫырға уйлай һәм йәмғиәттә бының өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған”. Заман бер ҡасан да еңел булма­ған, ти боронғо заман ғалимдары. Хәйер, бө­гөн дә ошо уҡ һүҙҙәрҙе ҡабатларға була. Үҙебеҙҙе бәхетле һәм азат итеп тойоу беҙҙең үҙебеҙҙән тора.
Яу ҡомары көҫәгән башҡорт ир-егеттәре, донъя йөгөн үҙ иңенә алып, күтәреп бара алмайынса эскегә һабышҡан ҡатындар, йәш ҡыҙҙар изге Рамаҙан айы етер алдынан, бәлки, уйланыр. Дин әһелдәренең фекерҙәренә ҡолаҡ һалайыҡ: эскән кеше генә түгел, эсереүсе лә, шундай эсемлек һатыусы ла бер тигеҙ гонаһлы. Кемдәндер “фанфурик” һатып алып эскәндән һуң берәүҙең ире үлһә, һатҡан кешенең бәндә ғүмерен ҡыйыусы икәнлеген уйлағаны бармы икән бөгөнгө кәсепселәр?..


Быуат тотоп торған бағаналар
Ауған саҡта ергә гөрһөлдәп,
Йөҙөп йөрөй ауыл, ҡалаларҙа
Хәмер һаҙлығында мең һөлдә.

“Яу ҡомары” – затлы был тауарға
Ихтыяж да бөгөн ҡалмағас,
Ыуҙар һиптегеҙме рухи утҡа?
Киптегеҙме, гүйә, ҡыу ағас?

Ә ҡандағы ғәскәр ғәййәрлеге
Оран әйтеп яуға саҡыра.
Ағайҙарым, һеҙҙе заман түгел,
Шешә эсендәге ыу ҡыра.

Батырҙарҙың вариҫтары бөгөн
Сығып баҫҡан Ҡоллоҡ сатына.
Атын һатып кемдер рухын һатҡан,
Мөһөр һалып ҡайтҡан затына.

Ә Салауат йыйынында берәү
Телмәр тотто (уға һүҙ әрәм),
Тирмә балаҫтары килеп төштө:
“Батыр өсөн рюмка күтәрәм!”

Кемдең рухы шул саҡ сатнағандыр,
Йәшен телде күкте урталай.
– Батыр өсөн эсеү яраймы ни? –
Атаһына баҡты бер малай.

Эй, боронғо ҡурай, был быуат та
Ҡан тамыҙа һинең асылдан.
Ҡырылғандар юҡҡа сыҡҡанмы ни?
Баҫтырылған ҡәүем баҫылған?

Сәсте төптән ҡырып алһаң әгәр,
Ул ҡуйырып сыға ҡабаттан.
Ҡыйратылған халыҡ, әйтерһең дә,
Ҡаршыларға сыҡҡан яңы таң.

Тик ағайҙар ғына, аһ, ағайҙар...
Офоҡтарға етмәй ауалар.
Тын тарыға ошо һыҙланыуҙан,
Етмәй китә һулар һауалар.

Офоҡтарға маяҡ элгәнем бар,
Йәшәйем тип шунда еткәнсе.
Сараһыҙҙан ошо һағыштарым,
Шәхси көсһөҙлөктән йән әсей.

Быуат тотоп торған бағаналар
Һеҙ инегеҙ, илле, алтмыштар.
Берәм-берәм китеп олаҡтығыҙ,
Йәрҙәрегеҙ иңрәй яртышар.

Быуат тотоп торған бағаналар,
Һеҙ түгелме алтмыш, етмештәр?
Әле бында, әле унда ята
Һеҙҙән тороп ҡалған буш биштәр.

Сабыр, сабыр тиеп күнә-күнә,
Халҡым рухы, һиңә табындым!
Күңел хәнйәрҙәре ялтлауынан
Асылдары һүнер дошмандың!




Илдар БАЙКОВ, 1-се республика наркология диспансерының баш табибы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы:

– 2015 йылғы күрһәт­кестәр буйынса, Башҡор­тостанда наркологик ситуация үҙгәрешһеҙ, тип әйтергә була. Рәсәй Федерацияһы һәм Волга буйы федераль округы күрһәткестәре менән сағыштырғанда, 1,0 – 3, 5 процент күләмендә ҡала.
“Фанфурик” тип составында спирт булған таҙарта, дезинфекциялай һәм косметик сараларҙа ҡулланылған шыйыҡсалар атала. Уларҙың составында метил спирты һәм этиленгликоль бар. Был шыйыҡсалар бары тик тышҡы яҡтан таҙалау, ыуыныу маҡсаттарында ғына ҡулланылырға тейеш. Кеше организмының улар менән ағыуланыуы бик киҫкен эҙемтәләргә килтереүе ихтимал, сөнки токсикологик йоғонтоһо ҙур.
Аптекаларҙа составына этил спирты ингән медицина төнәтмәләре лә һатыуға сығарылған. Ҡулланыу буйынса инструкцияла, этикеткала маҡсаты һәм доза күләме хаҡында ла мәғлүмәт бирелә. Мәҫәлән, “Элеутерококк” төнәтмәһе эшләү һәләте түбәнәйгәндә, шәкәр диабетын дауалағанда һәм операциянан һуң туҡымалар тиҙерәк һауыҡһын өсөн, “Боярышник” иһә артериаль гипертензияның башланғыс осоронда, йөрәк ауырыуҙары систе­маһы функцияһы ҡаҡша­ғанда ҡулланыла. Был препараттар – дарыу һәм бары тик дауаланыу өсөн генә ҡулланылырға тейеш.
Алкоголле эсемлектәр ҡулланыуҙан үлеү факттарын теркәү һәм өйрәнеү Һаулыҡ һаҡлау минис­трлығының токсикологик һәм суд-медицина хеҙмәте компетенцияһына ҡарай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 1 498

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 1 170

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 1 249

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 1 253

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 1 046

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 1 203

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 1 049

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 1 039

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 1 374

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 1 414

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 1 157