Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урам буйлап, тыҡ-тыҡ баҫып...
Урам буйлап тыҡ-тыҡ баҫып үтеү, буй-һыныңды һомғолораҡ итеү, теләгән күлдәк-маҙарыңа килешле аяҡ кейеме табыу бер ни түгел. Шулай ҙа... Тирә-яҡтағыларҙың һоҡланыулы ҡарашы өсөн генә сәләмәтлегеңә зыян килтереү дөрөҫмө?

Табиптар билдәләүенсә, планеталағы гүзәл заттың өстән бер өлөшө бейек үксәлә йөрөү эҙемтәләренән яфалана. “Атлет табаны”нан башлап артроз һәм башҡа быуын ауырыуҙарынан ыҙаланғандарҙың һаны йылдан-йыл арта. Хәйер, бейек үксә тубыҡҡа, аяҡ бармаҡтарына тәьҫиренән тыш, арҡаны ла “язалай”. Үксә бейегерәк булған һайын, уның кире йоғонтоһо арта.
Киң билдәлелек яулаған “шпилька” элегерәк, үткән быуаттың 30-сы йылдарында, тантаналар мәлендә генә кейелгән. Хәҙер урамда ундай үксәле итектә йә туфлиҙа ҡатын-ҡыҙҙы осратыу ҡыйын түгел. Реклама “ҙур ҡала буйлап та осло үксәлә елдереп була” тип тыҡып торһа ла, ғәҙәти тормоштағы ҡатын-ҡыҙ өсөн бындай батырлыҡ еңел бирелмәй. Шулай гел генә урамда йөрөү – бөтөнләй икенсе мәсьәлә.
Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, һәр унынсы ҡатын-ҡыҙ “шпилька”ны аҙнаһына өс көндән артыҡ кейә, һәм уларҙың өстән бер өлөшө мотлаҡ абынып ҡолай. Һөҙөмтәлә – күгәргән ҡулдар, һынған йә быуыны сыҡҡан аяҡтар... Британияла, мәҫәлән, бер ҡыҙ судта үҙенең тап “шпилька” арҡаһында ҡолауын дәлилләп, аяҡ кейеме етештергән компаниянан байтаҡ ҡына аҡса талап итеп ала. Уның ҡарауы, был “килем”дең хаҡы бәкәлдең һыныуы менән “түләнә”.
Бейек үксәгә булған мөхәббәт умыртҡа һөйәген бер ҡасан да нығытмаясаҡ. “Шпилька” туфли кейгәндә, аҙым яһар өсөн аяҡ ғәҙәттәгенән бейегерәк күтәрелә. Һөҙөмтәлә, ҡоламаҫ өсөн бил бөгөлөп, ауырлыҡ үҙәге алға күсерелә. Бындай күренеш йыш ҡабатланған осраҡта, бил ауыртыуы, радикулит оҙаҡ көттөрмәҫ.
Ахиллес – кеше тәненең иң ҡеүәтле тарамышы. Уның өсөн табандың горизонталь рәүештә булыуы тәбиғи. Оҙаҡ ваҡыт бейек үксәлә йөрөгәндә был тарамыш кибә, ҡата, һығылмалылығын юғалта. Һуңынан аяҡ кейемен уңайлы тапочкаға алыштырғас, ауыртыу һиҙелә. Ул йылдан-йыл нығыраҡ тойола, 60 йәштә иһә был бәләнән ҡотолормон, тимә. Табиптар белдереүенсә, хәүеф төркөмөнә аҙнаһына бер-ике тапҡыр 10 сантиметр һәм унан бейегерәк үксәле аяҡ кейемендәге гүзәл зат ҡарай.
Бейек үксәле туфлиҙа йөрөүҙән әллә ни ауыртыу тоймаған хәлдә лә, быуындарҙың кәкрәйеүе, йәмһеҙ ҡатламдар (нарост) барлыҡҡа килеү күренеше бар. Халыҡ телендә улар “косточки” тип йөрөтөлә, йәғни табандың алғы өлөшөнә көсөргәнеш бирелеүҙән баш бармаҡ һөйәгенең ҙурайып, урынынан килешһеҙ булып бүлтәйеп тороуы.
Артҡы өлөшө булмаған туфли, босоножка кейгәндә, улар төшөп ҡалмаһын өсөн аяҡ бармаҡтары ҡыҫылырға мәжбүр, шул рәүешле формалары ла үҙгәрә. Фәнни күҙлектән сығып ҡарағанда, был хәл “аяҡ бармағының сүкеш рәүешле кәкрәйеүе” тип атала.
Былай булғас, бөтөнләй үксә кейергә ярамаймы, тип бошонғандар юҡ түгелдер арағыҙҙа. Сәләмәтлеккә зыян килтермәҫлек үксә ҡалын, бейеклеге 4-5 сантиметрҙан артыҡ булмаҫҡа тейеш. Бындай аяҡ кейеме матур күренеүҙән тыш, табанға төшкән көсөргәнеште лә кәметә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 059

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 424

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 955

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 860

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 607

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 214

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 438

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504