Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Өй аптечкаһы”нда нимә булырға тейеш?
“Өй аптечкаһы”нда нимә булырға тейеш? Баштан уҡ шуны иҫкәртәм: табипҡа күренмәй тороп, үҙ белдегең менән дарыу эсергә ярамай. Шулай ҙа ашығыс ярҙам кәрәкһә, ә табипты саҡырыу тиҙ арала мөмкин булмаһа, “өй аптечкаһы”нда ниндәй дарыуҙар ятырға тейеш һуң?

1. Баралгин, темпалгин, пенталгин (баш, эс, быуындар ауыртҡанда). Кеторалак (теш һыҙлаһа). Но-шпа (ашҡаҙан ауырт­ҡанда, спазмдар булһа).
2. Парацетамол (температураны төшөрөү өсөн).
3. Смекта, активлаш­ты­рылған күмер (ағыулан­ған­да, эс күпкәндә, аҙыҡ эшкәртел­мәгәндә).
4. Пантенол, олазоль (бешкәндә).
5. Йод, зелёнка, микроб­тарҙы үлтереүсе плас­тыр­ҙар антисептик булараҡ ҡулла­ныла.
6. Мезим, фестал (ашҡа­ҙан­дағы, эсәктәрҙәге аҙыҡты эш­кәртеү процесын яйға һалыусы ферменттарҙы булдырыу өсөн).

Антибиотиктарҙы бер ваҡытта ла үҙ белдегең менән ҡабул итергә ярамай. Юғиһә табиптар һуңынан үҙегеҙгә дөрөҫ диагноз ҡуя алмаҫ. Был йәһәттән түбәндәге ҡағиҙәләрҙе иҫтә тоторға кәрәк.
lДарыу ҡабул итеүҙең теүәл ваҡытын билдәләү мөһим. Әйтәйек, көнөнә өс тапҡыр эсә торған дарыуҙарҙы 8 сәғәт арауығы менән ҡабул итергә кәрәк. Тик быны тәүлегенә өс тапҡыр эсеү менән бутамағыҙ. Мәҫәлән, иртәнге 7-лә, көндөҙгө 3-тә һәм киске 11-ҙә. Әлеге ҡағиҙәне айырыуса антибиотиктар ҡабул иткәндә иҫтә тотоу мөһим. Антибиотиктар эскәндә әлеге талаптарҙы һаҡла­маһаң, организмдағы микроб­тар үлмәй, киреһенсә, улар дарыуға ҡаршы көрәшә башлай.
lДауалана башлағас, хә­лем яҡшырҙы тип, бер ҡасан да дарыу ҡабул итеүҙе үҙ белдегең менән туҡтатмағыҙ! Ныҡлап терелеп бөткөгөҙ килһә, аҡса юҡлыҡты сәбәп итмәгеҙ, онотоп та ҡал­дыр­мағыҙ.
lДарыуҙарҙы һәр ваҡыт һыу менән эсергә күнегегеҙ. “Төймә”не йотоп ебәреү өсөн башҡа төрлө шыйыҡсаны табип махсус ҡушһа ғына ҡулланырға ярай. Дарыуҙы ҡәһүә, сәй, һут, бигерәк тә һөт менән эсеү ҡәтғи тыйыла.
lДарыу төймәләрен сәй­нәр­гә түгел, ә йотоп ебәрергә кәрәк. Юҡҡа ғына дарыу­ҙарҙың фор­маһы капсула, борсаҡ, сироп формаһында яһалмаған. Тимәк, кеше организмына ул шулай файҙалыраҡ.
lКәрәге сығыр әле тип срогы сыҡҡан дарыуҙы һаҡламағыҙ! Ҡулланыу ваҡытын даими тикшереп тороғоҙ.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513