Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауырыуы бушлай, дауаланыуы ғына ҡиммәт
Ауырыуы бушлай, дауаланыуы ғына ҡиммәт Ҡыҙыҡ өсөн генә дарыуханаға инеп, баш ауыртҡандан берәй төрлө дарыу һорап ҡарағыҙ әле. Иманым камил, бер фармацевт та һеҙгә 10 һумлыҡ анальгин йәки цитрамон тәҡдим итмәйәсәк. Кәмендә 100 һумлыҡ нурофен йә пенталгин һатып аласаҡһығыҙ. Ни өсөн шулай килеп сыға? Һәр хәлдә, кемдеңдер һеҙҙең һаулыҡты ҡайғыртҡанынан түгел... Быныһына шикләнмәһәгеҙ ҙә була.

Кем ул фармацевт: белгесме,
әллә һатыусымы?


Бөгөн дарыуханаларҙы медицина учреждениелары исемлегенә индере­үе лә ауыр. Торғаны бер сауҙа нөктә­ләре. Ниәттәре — нисек тә тауарҙың ҡиммәтлерәген осорорға, нисек тә күберәк килем алырға. Улар өсөн һеҙ — сир менән көрәшеүсенән бигерәк һатып алыусы. Ни тиклем күберәк табыш килтерһәгеҙ, шул тиклем яҡшы­раҡ. Айырыуса фармацевт өсөн. Сөнки һеҙҙән килгән аҡса тәү сиратта уның хеҙмәт хаҡында сағыла. Нисек, тиһегеҙме? Ябай ғына. Бөгөн бер фармацевт та 7-8 мең һумға ҡоро окладта ултырмай. Был аҡсаға ул эшләп тә тормаясаҡ. Өҫтәмә түләүҙәр, һатыуҙан килгән керем иҫәбенә тулылана ла инде. Һәм, әйтергә кәрәк, был сумма окладтан ике-өс тапҡырға күберәк. Хәҙер уйлап ҡарағыҙ: һеҙҙең сирләүегеҙҙән файҙа бармы? Һис һүҙһеҙ, бар! Өҫтәүенә хаҡына ла ҡарап тормай ҡиммәтле дарыуҙар ҙа һатып алаһығыҙ икән — һеҙ алтынға бәрәбәр...
Ҡиммәтле һәм осһоҙ дарыуҙарға килгәндә, быныһы инде икенсе мәсьә­лә. Составы бер үк, әммә етештереү­селәре “текә”рәк, төргәктәре ял­ты­ры­раҡ, рекламалары көслөрәк булған өсөн генә бер нисә тапҡырға ҡиммәтерәк дарыуҙар етештерелеүе хаҡында күптән һөйләйҙәр. Интернет селтәрендә уларҙың тулы исемлеге лә бар. Шуға белгестәр дарыуҙы һатып алырҙан алда мотлаҡ составын өйрәнергә, кәңәшләшергә, альтернатив варианттарҙы ҡараштырырға саҡыра. Әйтәйек, ни өсөн 400 һумлыҡ вольтарен урынына диклофенак алмаҫҡа?! Составы шул уҡ, хаҡы ла ике тапҡырға арзаныраҡ. Йә булмаһа, зовиракс менән ацикловирҙы сағыш­тырып ҡарайыҡ. Тәүгеһе яҡынса 240 һум тора, ә һуңғыһы — 40 һум. Айыр­ма бармы? Әлбиттә. Ә составы шул уҡ. Иң ҡыҙығы — дарыуханала беҙҙе берәү ҙә был хаҡта иҫкәртмәй. Тимәк, махсус рәүештә ҡиммәтсе­лек­кә этәрәләр түгелме? Ошо һорауҙы дарыуханала эшләгән бер танышыма биргәйнем. Ул мәсьәләнең айышын йәшереп маташманы, тик исем-шәри­фен һәм эшләгән урынын ғына күрһәтмәүҙе үтенде.
— Фармацевт йәки провизор — ул фармацевтика өлкәһендәге белгес кенә түгел, ошо тауарҙы һатыусы ла. Хәйер, һуңғы ваҡытта икенсе йүнәлеш күпкә өҫтөнөрәк була бара кеүек. Шәхсән мин үҙемде фармацевтан да бигерәк һатыусы ролендә нығыраҡ тоям. Хаҡтарға килгәндә, ысынлап та, ҡиммәтлерәк дарыуҙарҙы һатыу принцибы күптән ҡалыплашҡан. Нисек кенә ҡаты яңғырамаһын, был – беҙҙең икмәк.
Конкуренттар ҙа йоҡламай. Бөгөн Өфөлә генә 1,5 мең дарыухана иҫәп­ләнә. Уларҙың һәр ҡайһыһына тауарын һатырға кәрәк. Ләкин кон­ку­рентлыҡ бер ҙә генә хаҡтарға йоғонто яһамай. Ғәҙәттә, көнәркәштәр халыҡ­ты йәлеп итер өсөн хаҡты төшөрә, төрлө ташламалар эшләй, тик был осраҡта түгел. Сөнки ихтыяж бар. Әйтәйек, балағыҙ йә яҡын ке­шегеҙ ауырып китһә, хаҡына ла ҡарап тормай табип кәңәш иткән препараттарҙы һатып аласаҡһығыҙ. Һеҙҙең өсөн уның күпме тороуы ла, ташламаһы ла мөһим түгел. Иң мөһиме — файҙаһы тейһен. Тик һеҙгә берәү ҙә: “Был да­рыу ҡиммәт, ошондай уҡ состав­тағы осһоҙорағы бар, шуныһын ал”, — тип кәңәш бирмәйәсәк. Был — ҡағиҙәнән ситләшеү...
Мәсьәләнең икенсе яғы ла бар. Әлеге осһоҙ дарыуҙарҙы бөгөн ком­мерцияға ҡоролған дарыухана­ларҙа табыуы ауырлаша. Ни өсөн тигәндә, уларға үҙ препараттарын 50 һумға ҡарағанда 500 һумға һатып, күберәк процент алыу отошлораҡ, — тип аңлата танышым.
Дарыуханалар ҙа төрлө акциялар үткәрә лә баһа, тиер ҡайһы берәүҙәр. Ә һеҙ иғтибар иткәнегеҙ бармы: ғәҙәттә, бындай ташламалар башлыса төрлө косметик сараларға, био-өҫтәмәләргә ҡағыла. Дарыуҙарҙың да бер-икеһенә ташлама эшләнһә, ҡал­ған­дары өсөн тағы ла артығыраҡ хаҡ ҡуялар. “Баҙар шарттарында йәшәйбеҙ бит”, ти танышым. Тик барыһын да бизнесҡа ғына япһарып ҡалғы килмәй бит әле. Ни тиһәң дә, үлсәүҙең икенсе яғында — кеше сәләмәтлеге.

100 һум... 200 һум...
50 процент


Хаҡтарға килгәндә, күп нәмә ди­лер­ҙарға, ябайлаштырып әйткәндә, ара­лаш­сыларға бәйле. Бөгөн бер дауа­ха­на ла туранан-тура завод ме­нән эшләмәй. Предприятие — дилер­ға, дилер дауаханаға мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә һәр сылбырҙың үҙ “баҫ­ҡысы”. Әйтәйек, завод 100 һумлыҡ препарат етештереп, дилерға һатты, ти. Дилер, ҡағиҙә булараҡ, уны дарыуханаға 15-20 процентҡа ҡиммә­терәк хаҡҡа тапшыра. Бына һиңә 120 һум. Дарыухана ла буш ҡалмай. Кә­мендә 20-30 процент өҫтәй. Һөҙөм­тәлә 100 һумлыҡ дарыуҙы халыҡҡа 150 һумдан да кәмгә тәҡдим итмәйҙәр.
— Дилерҙарһыҙ ғына, туранан-тура завод менән килешеү төҙөп булмаймы ни? — тип һорайым танышымдан.
— Дарыуханаларҙың меңдәрсә дана препарат ташырлыҡ мөмкинлеге юҡ. Бының өсөн тәү сиратта транспорт мәсьәләһен хәл итергә кәрәк.
— Тимәк, транспорт булһа, хаҡтар ҙа күпкә арзаныраҡ килеп сығыр ине?
— Бәлки... Хәйер, заводтар яғына юл асылыуы икеле, әлбиттә.
Танышымды тыңлайым да, дарыу­хана бизнесының ни тиклем нескә һәм шул уҡ ваҡытта аяуһыҙ булыуына иҫем китә. Тимәк, улар өсөн һинең сирҙән ҡотолоу-ҡотолмауың мөһим түгел. Дарыуҙың файҙаһы теймәһә, тағы ла яҡшыраҡ... Нисек кенә уҫал яңғырамаһын, реаль ысынбарлыҡ ошолайыраҡ бөгөн. Ирекһеҙҙән контрабанда тауарҙарына ла шик тыуа. Танышым, әлбиттә, бындай осраҡ­тарҙы инҡар итә. Һәр хәлдә, дәүләт дарыуханаларында, эре дарыухана сел­тәрҙәрендә был йәһәттән контроль көслө, ти ул. Ә бына ямғырҙан һуң ҡалҡып сыҡҡан бәшмәктәр ише әле бында, әле тегендә асылған “нөктә”­ләр өсөн ул яуаплылыҡ алырға ҡыйманы.
— Элегерәк дарыухана асыу, лицензия алыу шул тиклем ауыр була торғайны. Ә хәҙер нисек? Кем теләй тота ла эш башлай. Ябай бер магазин асалармы ни... Махсус белемең бармы-юҡмы — уныһы мөһим дә түгел хатта, — ти ул.

Дарыухана
дауахана түгел


Дилерҙар менән генә түгел, табиптар менән дә әүҙем эшләй дауаханалар. Табип кәңәш итә, дарыухана һата. Ә сирле өсөн табип һүҙе — закон.
— Элек бындай имеш-мимешкә ышанмай торғайным, әммә республика ҡалаларының береһендә эшлә­гәндә ошондай хәл менән күҙмә-күҙ осрашырға тура килде. “Яусылар” поликлиникаларҙан ҡайтмай торғай­ны. Бер-ике маҡтау һүҙе, кәңәш-төңәш һәм бер нисә сәғәт үтеүгә пациенттар һинең алдыңда. Быларҙы һөйләүе лә оят, әммә дөрөҫө шул. Бер табипты беләм. Ул ортопедия кәрәк-ярағы һатыусы дарыу­хана менән хеҙмәт­тәшлек итә. Кәрәкме-кәрәкмәйме, ауырыуҙарына умыртҡа һөйәге өсөн махсус манжеттар яҙа. Бер манжет 1500 һум тип кенә алғанда ла, килемдең 20 проценты — әлеге табиптыҡы... Иң ҡыҙғанысы, бындай миҫалдар менән донъя тулы, — ти танышым.
Уны тыңлаған һайын үҙемде бысраҡ керҙә соҡсонғандай хис итәм... Артабан нимә эшләргә һуң? Дилерҙар, табиптар, ҡиммәтле һәм осһоҙ дарыуҙар, реклама... Кемгә ышанырға?
— Ҙур суммала тауар һатып алырға теләһәгеҙ, йыбанмайынса бер нисә дарыуханаға шылтыратып (әгәр һеҙ ҙур ҡалала йәки район үҙәгендә йәшәйһегеҙ икән), хаҡтарын белешергә кәрәк. Унан һуң мотлаҡ табип менән кәңәшләшегеҙ, мөмкин булһа, дарыуҙың осһоҙораҡ аналогтарын тәҡдим итеүен һорағыҙ. Бер ваҡытта ла үҙ белдегегеҙ менән дауаланмағыҙ. Препараттың кемгәлер файҙаһы булып та, һеҙгә бөтөнләй ярамауы ихтимал. Был осраҡта провизор менән кәңәшләшеү ҙә һеҙҙең файҙаға булмаясаҡ. Әйткәнемсә, уның – үҙ маҡсаты. Дарыухана дауахана түгел, бында дарыуҙы һаталар һәм кәңәш итәләр генә, ә тәғәйенләмәйҙәр, — тине хушлашҡанда танышым.
Һаулыҡ — иң ҙур байлыҡ, тип ҡабатларға күнеккәнбеҙ. Тик был байлыҡ кемдеңдер кеҫәһен ҡалынайтыуға сәбәп булғанда ни эшләргә? Сирләүе лә ҡурҡыныс...



Әнисә КӘРИМОВА,
хужабикә:


— Хәтеремдә, бынан бер нисә йыл элек иптәшемә балалар һабыны алып ҡайтырға ҡушҡайным. Дарыуханаға ингән (ни өсөн нәҡ унда, миңә ҡараңғы), иң ҡыҙығы (минең осраҡта иң ҡыҙғанысы) – 20 һумлыҡ һабын урынына 300 һумлыҡ гель алып ҡайтты. Бик шәп, йәнәһе! Икенсе тапҡыр балаға йүтәлдән дарыу алырға барғанда йәнә алданды. Бер нисә һум ғына торған мукалтин урынына 200 һумлыҡ сироп биреп ҡайтарғандар. Бынан ары дарыуханаға исемлекһеҙ ебәрмәйем. Кәрәкле дарыуҙар юҡ икән, юҡ. Юҡһа ҡиммәтлерәктәрен “осорорға” әҙер генә торалар.

Сания ХОҘАЙҒОЛОВА,
пенсионер:


— Элек дарыуҙарҙың хаҡына иғтибар бирмәй инем. Һуңғы арала күрәм: препараттар һиҙелерлек ҡиммәтләнгән, хатта үҙебеҙҙә етештерелгәндәре лә. Долларҙың уларға ла йоғонтоһо бармы икән, тип аптырайым. Ҡалала иң арзан дарыуҙар дәүләт дарыуханаһында тигән һығымтаға килдем. Айына бер тапҡыр йөрәк өсөн актовегин алып, дауалау курсы үтәм. Кисә күршеләге дарыуханаға инеп хаҡын һорашҡайным, 960 һум, тинеләр, ә бында — 700. Айырма ҙур ғына. Алыпһатарҙарҙың былай ҙа осон-осҡа ялғап йәшәгән халыҡты оторға тырышыуына йөрәк әрней.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 1 499

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 1 170

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 1 251

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 1 253

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 1 047

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 1 203

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 1 049

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 1 039

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 1 374

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 1 414

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 1 158