Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көҙгө һағышты нисек баҫырға?
Көҙгө һағышты нисек баҫырға? Ҡояшлы ял көндәренә йомарт йәйҙән һуң килгәнгәме, көҙ миҙгелен халыҡ бик үк һағынып көтөп алмай. Йылы көндәр кәмей, етди хеҙмәт, яңы уҡыу йылы башлана, һауа торошо ла моңһоулана төшә, һәм был күренештәр кешеләрҙең күңел, тән торошонда ла сағылмай ҡалмай. Йәғни, “Һаумы, көҙгө депрессия!”

Кәйефтең тиҙ алмашыныуы, юҡ-барға эс бошоу, илап барыусанлыҡ, дуҫтар, яҡындар менән аралашыуҙан ҡасыу, хатта яратҡан шөғөлөңә ҡарата битарафлыҡ тойғоһо, йоҡоһоҙлоҡ кеүек сифаттар кешенең көҙгө төшөнкөлөккә дусар булыуын билдәләй. Әҙәм балаһының үҙен уратып алған тәбиғәт менән тулы гармонияла йәшәргә тейешлеген күҙ уңында тотоп, ике миҙгел алмашынғанда ағастарҙың һарғайыуы, япраҡтар ҡойолоуы, көндәрҙең яуым-төшөмлөгә әйләнеүе уға ауыр тәьҫир итеүе хаҡында әйтеп була.
Алтын көҙ етеүе, ғәҙәттә, яңы уҡыу йылы, хеҙмәт һәм ял режимының үҙгәреүе, йәйге ялдан килгәндәрҙең яуаплы эшкә сумыуы, етди талаптар мәле һәм, әлбиттә, мул уңыш йыйыу менән ҡылыҡһырлана. Шулай уҡ был миҙгел йылдың ипләп кенә аҙағына яҡынлашыуын да иҫкәртә. Кешеләр ҙә үҙгәрештәрҙе күңеле аша үткәреп, көҙҙө һағайып ҡаршы ала: үтелгән тормош юлын байҡай, һығымталар яһай һәм йыш ҡына: “Ғүмер үтеп бара, ә мин әле бер ни ҙә эшләп өлгөрмәгәнмен”, – тип бошона. Белгестәр был “миҙгел сире”нән түбәндәге ҡотолоу юлдарын тәҡдим итә.
Беренсенән, туҡланыу рационына ҙур иғтибар бүлегеҙ. Аҡһымға бай аҙыҡҡа: тауыҡ итенә, ба­лыҡ­ҡа, ныҡ майлы булмаған һөт ризыҡтарына, бөртөк­лөләргә, йәшелсә-емешкә өҫтөнлөк бирегеҙ. Күберәк һыу эсергә кәрәк, сөнки ул етерлек кимәлдә булмаһа, кеше үҙен һүлпән тоя, төшөнкөлөккә бирелеүе ихтимал.
Икенсенән, көн ямғырлы, моңһоу булһа ла, саф һауала күберәк йөрөргә тырышығыҙ. Әгәр тышҡа сығыу бик тә мәшәҡәтле икән, өйҙә физик күнек­мә­ләр яһағыҙ, бейегеҙ, төрлө уйындар менән мауығығыҙ.
Үҙегеҙгә ҡыҙыҡлы шөғөл табығыҙ. Кроссворд си­сеү, китап уҡыу, сәйәхәт итеү, телдәр өйрәнеү, кино, театр сәнғәте менән мауығыу һеҙҙе көҙгө төшөнкөлөктән аралар.
Айына бер нисә тапҡыр туғандарығыҙға, дуҫта­ры­ғыҙға шылтыратып ихлас һөйләшеп алыуҙы ҡағиҙә итеп алығыҙ. Уларҙың хәл-әхүәлен белешеү, яңы­лыҡтар менән бүлешеү, яҡты хәтирәләргә бирелеү ҙә көҙ мәлендәге һүлпәнлектә ҙур ярҙам булыр.
Шулай итеп, көҙгөһөн була торған күңел төшөн­көлөгө һәр кемдә тиерлек сағылған, әммә ваҡытлыса күренеш. Йылдың алтын осоро тип нарыҡланған миҙгелде лайыҡлы, файҙалы үткәрергә тырышығыҙ. Кәйефегеҙҙе һары япраҡтар, ҡыҙыл тәлгәштәр, әбейҙәр сыуағының йәме менән биҙәп, һәр яңы көндө ҙур бүләк тип ҡабул итегеҙ, моңаймай, дәртләнеп йәшәгеҙ, дуҫтар!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 088

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518