Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Әй”ҙән байығып ҡайттыҡ
“Әй”ҙән байығып ҡайттыҡ Йәмле Әй йылғаһы буйында урынлашҡан “Әй” шифаханаһы беҙҙе мөһабәт ҡарағайҙары менән ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Эйе, был йөҙйәшәр ағастар, кемдәрҙе генә дауаламаған да кемдәрҙең генә күңел серҙәрен бүлешмәгән.

Беҙгә, республикабыҙ төбәктәренән йыйылған 60 мәғариф хеҙмәткәренә, ошо шифаханала һаулыҡты нығытып ҡайтыу бәхете тейҙе. Төрлө тарафтан йыйылған коллегаларым, балалар баҡсаһы тәрбиәсе­ләре, уҡытыусы-пенсионерҙар, бер-береһе менән ихлас аралашып, эш тәжрибәһе менән дә уртаҡлашты.
Шифахана директоры Андрей Мошков, учреждение коллективы дауаланыусылар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға бар көсөн һалған. Итәғәтле йылмайып иҫәнләшеп, сәлә­мәтлегебеҙ менән ҡыҙыҡһынып торған Андрей Владимировичҡа айырыуса рәх­мәтлебеҙ. Юбилярҙарҙы тыуған көнө менән ҡотлап, сәскә шәлкеме бүләк итергә лә өлгөрә тынғыһыҙ етәксе. Санаторийҙың директоры булып 2010 йылдан ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, коллективта ҙур абруй ҡаҙан­ған. “Теләк һәм тәҡдимдәр“ кенәгәһендә лә шифахана хеҙмәткәрҙәренә, директорға тө­бәп яҙылған йылы һүҙҙәрҙе уҡып һөйөнәһең. 2011 йылда үҙгәртеп ҡоролған бина бер юлы 150 кешене ҡабул итә.
Бында шифалы үлән сәйҙәре, кислородлы коктейлдәр эсеп тә кинәндек. Тын юлдары ингаляцияһы, төрлө душ-ванналар ҡабул итеү, диетик туҡланыу, һауыҡтырыу гимнастикалары, “Ҡурғаҙаҡ” минераль һыу­ҙа­ры, Свердловск өлкәһе Шита күленән килтерелгән шифалы батҡаҡтан компресс-аппликациялар, парафин, электр, магнит, яҡтылыҡ, ультра дауалауҙар, тоҙ шахтаһы, массаждар – барыһы ла сәләмәтлегебеҙҙе нығытыуға булышлыҡ итте. Иртәле-кисле озонға бай саф һауала йөрөү сырхауҙарҙы онотторҙо.
Яҡты йөҙлө, йылы һүҙле шәфҡәт туташтары Светлана Корзникова, Эльвира Иҡсанова, Лилиә Йосопова эш сәғәттәре менән иҫәпләшеп тормай. Массажсы Эльмир Заһретдиновтың тылсымлы ҡулдарына һоҡланмау мөмкин түгел. Мауыҡтырғыс кисәләр, сәйәхәттәр ойошторған Оксана Фиданис ҡыҙының моңло йырҙарын да мәңге онотмаҫбыҙ. Вознесенка ҡасабаһында Сергей Сиротаның шәхси таштар күргәҙмәһенән, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың музейынан алған тәьҫораттар күңелебеҙҙә оҙаҡ һаҡланыр.
“Әй” шифаханаһының өлкән шәфҡәт туташын һәр кем танып тора. Был һары сәсле, зәңгәр күҙле мөләйем ҡыҙ үҙенә мөрәжәғәт иткәндәрҙе иғтибар менән тыңлай, кәңәштәрен бирә, дауалау процедуралары үҙенсәлектәре менән дә таныштырып өлгөрә. Эйе, Светлананың кешелеклелеге йөҙөнә сыҡҡан. Өлкәндәр уға, үҙ ҡыҙындай күреп, тартынмайынса ярҙам һорап килә. Дөрөҫлөктө яратыуы, тура һүҙле булыуы өсөн дә хөрмәтләйҙәр Светлананы. Өлкән шәфҡәт туташының ауыр хеҙмәте уны ҡурҡытмай. Үҙенә таяныс булырҙай ике ул үҫтерә. Олоһо — Мәсәғүт педколледжында, бәләкәйе V класта уҡый. Яратҡан һөнәренән ҡот табып, дауаланыусыларҙан рәхмәт һүҙҙәре ишетеп, яҡты маҡсаттар менән йәшәй Светлана Ивановна.
Башҡортостаныбыҙҙың лайыҡлы ул-ҡыҙҙарын тәрбиәләүгә көс-дәрткә, яңы башланғыстар идеяһына байығып ҡайттыҡ беҙ “Әй”ҙән!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 1 498

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 1 170

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 1 249

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 1 253

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 1 046

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 1 203

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 1 048

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 1 039

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 1 374

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 1 414

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 1 157