Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Заман сиренән ҡотолоу юлы
Таҙтүбә ауылында наркомандарҙы дауалау үҙәге эшләй. Бында сирлеләр һәммәһе лә үҙ теләге менән дауалана, дөрөҫ юлға баҫыуҙы маҡсат иткән.
Картья йылғаһы буйында урынлашҡан үҙәккә барыһы ла ҙур өмөт бағлап килгән. Ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ дауаланған йорттар араһындағы сиркәү тирә-йүнгә илаһилыҡ өҫтәй. Роман атаның һүҙҙәренә ҡарағанда, наркотикка бәйлелектән арынырға мөмкин — теләк кенә булһын. Уға тотош Рәсәйҙән мөрәжәғәт итәләр, һәр ҡайһыһына ярҙам итергә тырыша. Мәҫәлән, тал сыбығылай нескә, төҫкә-башҡа сибәр Марина Томск ҡалаһынан килгән.

– Һөйөү утында яндым, ғазап сиктем, егетемде юғалтыуҙан ҡурҡып, төндәр буйы илай торғайным, – ти 20 йәшлек һылыуҡай. – Тәүҙә мөхәббәтем үҙен шул тиклем итәғәтле тотто, осрашҡан һайын сәскә биреп ҡыуан­дырҙы. Мин дә ашҡынып торҙом уны күрергә. Бер көн эңер төшөр алдынан егетем, яр буйына саҡырып, нимәлер тәмләтте. Наркотикка бәй­лелек шунан башланды ла инде...
Танышыбыҙ Баш­ҡортостандағы дауалау үҙәге ту­раһында Интернеттан белеп шыл­ты- ратҡан. Марина ту­ғыҙ ай дауалана, моғайын, тулыһын­са таҙарыныуға бер йыл етер. Шулай уйлай Роман Тарасов.
Ә бына Ни­ко­лайҙың “стажы” — 14 йыл. Йәш саҡ – дыуамал саҡ, ти­гән­­дәй, Тольятти ма­лайы IХ класта уҡы­ғанда уҡ ҡыҙыҡ күреп наркотик ме­нән “танышҡан”. Аҙаҡ терһәген теш­ләрҙәй булған да бит... Етмәһә, хәҙер ғаиләле. Ирҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, кәләше көтөргә вәғәҙә биргән, һауығыу менән тормошон өр-яңынан башларға теләй.
Үкенескә ҡаршы, бында Башҡор­тостандыҡылар ҙа юҡ түгел. Күбеһе — тимер юл станцияһы урынлашҡан район-ҡалаларҙан.
Пациенттар буш ваҡытын нисек уҙғара? Уларға Роман ата менән мәхәллә кешеһе яҡшылыҡҡа һәм изгелеккә өндәгән лекциялар уҡый, “Аллаһ законы” тигән китапты өйрәтә. Бынан тыш, психологтар, педагогтар һәр сирле менән айырым һөйләшә. Йәшәгән йорттарын йыйыштырыу, ихатаны тәртипкә тотоу – пациенттарҙың бурысы. Бынан тыш, баҡса үҫтерәләр, теплицаны тәр­биәләп тоталар. Әйтеү­ҙәрен­сә, бында ҡа­сан­дыр мал-тыуар ҙа бул­ған. Уны таҙ­тү­бә­ләргә таратып бир­гәндәр, әле ҡош-ҡорт ҡына аҫ­­райҙар. Аҙнаһына бер тапҡыр мунса инеү ойошторола. Роман Сергеевич билдәләүенсә, пациенттарға Ин­тер­нетҡа инеү ты­йылған, әммә бик кәрәк саҡта телефондан һөйлә­шер­­гә рөхсәт ителә.
– Гашишты ауыҙ итһәң, ожмахта йөҙәсәкһең, тигәндәренә ышан­ғайным, ә ысын рәхәтлек бында икән, – тип ҡыуана бер үҫ­мер.
Үҙәктә кем генә юҡ! Бер нисә юға­ры белеме бул­ған­дар ҙа, ябай эш­селәр ҙә, яңғыҙаҡтар ҙа, ғаиләлеләр ҙә...
Донъя бик ҡыҙыҡ ҡоролған. Йәшә­йештең көрәш икәнлегенә ваҡыт үткән һайын тәрәнерәк төшөнә бараһың. Һәр кем тормошон үҙенсә төҙөй. Бына ошо юлда аҙашмау кешенең ихтыяр көсөнә бәйле.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518