Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мейегә һәр секунд ҡәҙерле
Кешенең аңы мейенең тигеҙ, яҡшы эшләүенән барлыҡҡа килә. Был мөһим ағза барлыҡ кешелә лә бер төрлө үҫешмәгән. Шулай ҙа уның эшмә­кәрлеген камиллаштырып, үҙеңдең бай­таҡ һәләтеңде асыу мөмкинлеге бар.

Кәүҙәнең 2 процентын ғына тәшкил итһә лә, мейе беҙ туҡланған ка­лория­ларҙың яҡынса 25 процентын ҡуллана. Уның ҡом бөртөгөндәй бер өлөшө генә лә 100-әр мең нейрон һәм уларҙың үҙ-ара аралашыуын тәьмин иткән миллиардлаған бәй­лә­нештәрҙән хасил була. Әгәр мейегеҙҙе тейешенсә эшләтмәйһегеҙ икән, ул көнөнә уртаса 85 мең нейронын юғалта, йәғни секунд һайын бер нейрон менән хушлаша. Унда мәғлүмәт секундына 100-120 метр тиҙлек менән йөрөй, алкоголь ҡулланыу иһә был процесты яйлата. Мейе – ул мөхәббәт, ғилем, тәртип, интеллект, шәхес, характер, инаныу һәм белем органы. Тере кеше мейеһенең 80 процентын һыу тәшкил итә, һәм уның консистенцияһы йомшаҡ майҙы хәтерләтә. Шуға күрә лә ҡаты баш һөйәге эсендә урын­лашҡан.
18 йәшен тултырыу менән күптәр үҙен ҙурай­ҙым тип һанай. Социаль яҡтан шулай бил­дәләнһә лә, мейе тураһындағы фән бының менән ризалашмай. Мәғлүм булыуынса, кешене кеше иткән – ул маңлай ҡабығы. Мейенең был өлөшө алдан тойомлау, фекер йөрөтөү, уй-теләктәрҙе контролдә тотоу, үҙ хаталарыңдан фәһем алыу өсөн яуаплы. Әйтергә кәрәк, мейе ҙурайған һайын, уның нервы күҙәнәктәре аҡ, майлы матдә – миелин менән ҡаплана. Ошо процестар аша үткән маңлай ҡабығы өлөшө яҡынса 25 йәшкә тулыһынса формалаша.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер ата-әсә бала­ларының ҡайҙа нисек ваҡыт үткәреүен даими күҙәтеп бармай, йоҡоға тейешле иғтибар бүлеүен талап итмәй, алкоголле эсемлектәр, тәмәке ҡул­ланыуына күҙ йома. Ҡалаға уҡырға киткән үҫмерҙәр йыш ҡына мейегә бик насар тәьҫир иткән мөхиткә тартылыусан: иҫерткес матдәләр ҡабул итә, видео- йә ҡомарлы уйындарға ылыға һ.б.
Көтөлмәгән йә күңелһеҙ хәл-ваҡиғаларҙы еңел кисереү өсөн мейенең резервында өҫтәмә нейрон­дарҙың булыуы зарур. Уларҙың һаны ни тиклем күберәк, кеше лә үҙендә төрлө һынау йә йәрәхәткә ҡаршы тороу өсөн байтаҡ көс табасаҡ. Нейрондарҙың аҙ булыуы шәхестең тиҙ рәнйеү­сән, үсегеүсән һыҙатында сағыла.
Башты йәрәхәтләү, алкоголь, наркотик ҡулла­ныу, кире фекерләү, насар туҡланыу, тирә-яҡ мөхиттең бысраҡлығы, оҙайлы стресс, йоҡо туймау, тәмәке тартыу, кофеинды артыҡ кимәлдә ҡа­бул итеү, өҙлөкһөҙ телевизор ҡарау, кире тәьҫир­ле видеоуйындар менән мауығыу, физик күнекмәләр етешмәүе – мейе резервын “ашаусы” факторҙар. Төрлө күренештәргә ҡалҡан булған нейрондарҙы арттырыу өсөн ыңғай социаль бәй­ләнештәр булдырыу, яңы ғилем туплау, дөрөҫ туҡланыу, поливитаминдар ҡабул итеү, даими хәрәкәтләнеү, яҡшы уйҙар менән һәм рәхмәт тойғоһо кисереп йәшәү кәрәк.
Ҡартайыу ҙа бит йәш үтеү менән түгел, ә күҙә­нәктәрҙең барлыҡҡа килеүгә ҡарағанда күберәк үлеүенән ғибәрәт.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511