Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кемгә – сир, ә кемгә аҡса ғына...
Кемгә – сир, ә кемгә аҡса ғына... Дарыу хаҡының көндән-көн арта барыуын кем һәм ҡасан туҡтатыр?
Өфөләге Үҙәк баҙар эргәһендәге дарыуханала сиратта торабыҙ. Һаулығы шәп түгел икәне йөҙөнә үк сыҡҡан бер ир фармацевт ҡыҙға ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә: “Үткән аҙнала ғына был дарыуҙың хаҡы 450 һум ине бит, ниңә 600 һум булып та киткән?” Ҡыҙыҡай иңбашын ғына һикертеп ҡуйҙы, сөнки хаҡты ул билдәләмәй бит инде. Теге ир усындағы аҡсаһын һанап ҡараны ла: “Хужағыҙға әйтегеҙ – беҙҙең барлыҡ сирҙәр менән бер юлы ауырыһын!” – тип бер нәмә лә алмай сығып китте.


Бындай ризаһыҙлыҡты һәр аптекала ишетергә булалыр, моғайын. Ә бит дарыуҙың кеше тормошондағы әһәмиәте хаҡында аңлатып торорға ла кәрәкмәй. Магазинда бер аҙыҡ ҡиммәтләнһә, арзаныраҡ икенсе төрлөһөн һатып алырға була, мал-тыуар үрсетеп йәки баҡса үҫтереп тә ризыҡты үҙең әҙерләү күпкә отошлораҡ, ләкин табип һиңә яҙып биргән дарыуҙы, бик ҡиммәт булһа ла, барыбер алырға тура килә! Бәлки, шуның өсөн дә, “барыбер аласаҡтар” тип, хаҡты күтәрәлер ҡайһы бер сауҙагәрҙәр? Яңыраҡ Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов был күренеште баҙарҙағы мародерлыҡ факторы тип атағайны.
– Дарыу республикабыҙҙағы бик күп кеше өсөн тәү сираттағы зарурлыҡ булып тора. Аҙыҡ-түлеккә хаҡтың артыуына, ҡыйын булһа ла, нисек тә түҙергә була әле, ләкин дарыу препараттарының ҡыйбатланыуына юл ҡуйырға ярамай, – тине ул күптән түгел республика Хөкүмәтенең отчеты менән сығыш яһағанда.
Дарыуҙың күпме тороуы уны етештереүсе завод билдәләгән, аралашсылар ҡуйған, транспорт өсөн түләнгән хаҡтарға һәм доллар менән евроның курсына бәйле. Сит ил валютаһы ла сәбәпсе булыуы шуның менән аңлатыла: дарыуҙың күпселек өлөшөн сит илдәрҙән һатып алабыҙ. “Медитэкс” ғилми-техник үҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәй етештереүселәре барлыҡ төр дарыуҙар баҙарының 20 процентын ғына тәьмин итә. Ул ғына түгел, Ватан препараттарын да йыш ҡына сит ил компоненттары нигеҙендә эшләйҙәр. Бынан тыш, аптекалағы дарыу хаҡына, тәбиғи, сауҙа өҫтәмәһе лә ҡушыла.
Аптекаларҙа хаҡты артыҡ күтәрмәүҙәрен (ә бер аҙға артыуына хәҙерге иҡтисади шарттарҙа бәйләнеп булмай) дәүләт власы органдары контролдә тоторға тырыша, әлбиттә. Был эшмәкәрлектең төп маҡсаты – әлеге шул сауҙа өҫтәмәһенең юғарылығына юл ҡуймау. Ләкин һәр аптекала көнө буйы тикшереүсе ҡарап тора алмай бит инде. Хәйер, ҡарап тороу ҙа төрлөсө булырға мөмкин. Тап шуға күрә лә дарыуханалағы хаҡтарҙың ныҡ артып китеүен күргәндә беҙ ҙә битараф ҡалырға тейеш түгел, был турала шунда уҡ “Росздравнадзор”ҙың Баш­ҡортостан буйынса территориаль идаралығына хәбәр итергә кәрәк, ул Өфө ҡалаһының Аксаков урамындағы 62-се йортта урынлашҡан, телефоны – (347) 250-30-22.
Был өлкәлә хаҡтарҙың артыуы, ысынлап та, оло бәләгә әүерелә бара. Хроник сирлеләрҙең күпселеге, мәҫәлән, табип билдәләгән препараттарҙы ғүмер буйы эсергә тейеш. Ләкин бөтөн ғүмергә етерлек запасты алдан йыйып булмай! Ә хаҡ артыуын дауам итә, тимәк, дарыу өсөн дә көндән-көн ҡиммәтерәк түләй барырға тейешбеҙ.
Хаҡы арта барыуы бер хәл, дарыуҙың байтаҡ өлөшө – ялған. “ТВЦ” телеканалы быйыл 5 апрелдәге бер тапшырыуында раҫлауынса, Рәсәйҙә барлыҡ дарыуҙың 10 проценты самаһы ялған тип иҫәпләнә, ләкин аптекаларға ташылған дауалау сараларының 3-4 процентын ғына тикшереп өлгөрәләр. Бер ниндәй ҙә һауыҡтырыу үҙенсәлектәренә эйә булмаған бындай таблеткалар, нигеҙҙә, ҡиммәтле дарыуҙар араһында күп, сөнки арзандары табыш килтермәй икән. Бер ҡараһаң, улар кеше организмына артыҡ ҙур зыян да яһай алмай. Мәҫәлән, бәрәңгене штамплап һәм дарыу тәме һеңдереп таблетка эшләһәң, унан әллә ни зарар килмәйәсәк. Ләкин сирленең, ошо дарыуға алданып, байтаҡ ваҡытын әрәмгә үткәреүен, ауырыуҙың был арала көсәйә барыуын һәм дауа өсөн уңайлы мәлдең ҡулдан ысҡыныуын иҫәпкә алһаҡ, ялған дарыу эшләүселәрҙең ниндәй ҡот осҡос енәйәт ҡылыуы асыҡ аңлашыла. Ә бит ҡиммәт дарыу һатып алыусылар араһында онкологик сирлеләр ҙә бар, улар бөтөн өмөтөн ошо препаратҡа бәйләй...
Һәр дарыуҙың алмашы була икәнен барыбыҙ ҙа белә. Улар бер үк сиргә ҡаршы тәғәйенләнгән. Әммә хаҡтары төрлөсә – ҡайһы саҡ айырмаһы бик ҙур. Ләкин беҙ, белмәгәс, табип яҙып биргән ҡиммәтле дарыуҙы барып алабыҙ. Тәбиғи, дарыу һатыусыға ҡиммәтерәк тауарҙы биреп ебәреүе отошлораҡ.
Миҫал өсөн Өфө дарыухаларындағы ҡайһы бер препараттарҙың һәм уларҙың аналогтарының бер нисә аҙна элек булған хаҡтарын күрһәтәбеҙ (һумдарҙа, таблеткалар, иң аҙ комплектация):
Бөгөнгә ҡарата был хаҡтарҙың үҙгәреүе һәм алмаштарының яңырыуы ла бик ихтимал. Ләкин бында төп маҡсат – бер үк дарыу аналогтары араһында хаҡ айырмаһының ҙур булыуын күрһәтеү.
Ә ни өсөн бер үк маҡсатҡа, йәғни тәғәйен сирҙе бөтөрөүгә йүнәлтелгән дарыуҙарҙың хаҡы төрлөсә? Белгестәр әйтеүенсә, улар таҙартылыу сифаты һәм кире эҙемтә кимәлдәре менән айырыла. Мәҫәлән, аллергияны дауалаусы арзан супрастин менән тавегил йоҡоно килтерә, эшкә һәләтлелекте кәметә. Шул уҡ аллергияға ҡаршы ҡулланылған эриус менән телфаст күпкә ҡыйбатыраҡ, әммә уларҙың әлеге кеүек кире эҙемтәләре юҡ. Йәки өҫтәге бағанала күрһәтелгән креон менән панкреатинды алайыҡ. Әгәр ҙә майлы ризыҡ ашағандан һуң ашҡаҙандың көсөргәнешле эшләүен тояһығыҙ икән, был осраҡта панкреатин ҡулланыу ҙа етә, ти табиптар. Ләкин хроник панкреатит менән сирләгән һәм башҡа ҡатмарлыраҡ осраҡта уның йоғонтоһо аҙ буласаҡ, бында инде креон көслөрәк. Ә бит ике дарыу ҙа ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшыртыусы ферменттан ғибәрәт. Тимәк, ниндәй дарыу кәрәклеген үҙегеҙ һайлайһығыҙ.
Хаҡтар айырмаһының сәбәбе өлөшләтә ошо мәҡәлә башында телгә алынған кәңәшмәлә әйтеп үтелде: ни өсөндөр дауаханалар препараттарҙы матур ҡаптарға һалынған йәки төрөлгән килеш һатып ала, ә бит ҙур учреждениеларға уны күмәртәләп килтертеү юлын да һайларға мөмкин. Бындай гүзәл ҡаптарҙың баһаһы ҡайһы берҙә дарыу хаҡының 20-30 процентына барып баҫа икән!
Мең зыяндың бер файҙаһы була, ти. Дарыу хаҡта­рының артыуы беҙҙе, ниһайәт, халыҡ медицинаһына иғтибар йүнәлтергә мәжбүр итер, бәлки? “Кешене өс нәмә дауалай: үлән, бысаҡ һәм һүҙ”, – тигән Көнсығыштың бөйөк табибы һәм философы Әбүғәлисина (Авиценна). Күрәһегеҙ, ул дарыуҙы хатта иҫкә лә алмаған! Фармацевтика сәнәғәте Көнбайыш медицинаһына йөҙ тотоп барлыҡҡа килгән һәм әле лә шулай эшләй. Икенсе төрлө әйткәндә, был тармаҡ ауырыуҙың симптомдарын бөтөрөргә тейешле дарыу саралары етештерә. Ә дарыу тураһындағы ошондай һүҙҙәрҙе, моғайын, ишетмәгән кеше юҡтыр: “Ауыртыу – организмдың ярҙам һорап ҡысҡырыуы ул. Дарыу ошо сигналдарҙы бөтөрөүгә, йәғни ярҙам итеүҙе үтенгән телде “ҡырҡып ташлауға” тәғә­йен­ләнгән. Һөҙөмтәлә ауыртыу һәм һыҙланыуҙан ҡотолған тән иркен тын алып ҡалған, ә кешегә хәл ингән кеүек була. Ләкин сир үҙе бөтмәй, фәҡәт төпкәрәк йәшеренә!”
Ә Көнсығыш медицинаһы айырым сирҙе түгел, ә тотош организмды дауалауҙы маҡсат итеп ҡуя. Ләкин был бик оҙаҡ. Беҙгә иһә, дарыу таблеткаларын йотоп, тиҙерәк аяҡҡа баҫырға ла эшкә сыға һалырға кәрәк. Шуға күрә башҡорт халыҡ медицинаһын да онотоп бөтөп барабыҙ. Тәбиғәт беҙгә барыһын да бушлай бирә! Шул уҡ Әбүғәлисина әйткәнсә, ерҙә нимә үҫә йәки шыуышып бара – бөтөнөһө дауа. Бында һүҙ фитотерапия тураһында ғына бармай, ә үҙ тәнебеҙҙең мөмкинлектәрен белеү (әйтәйек, нөктәле массаж), таштар менән дауалау, медитация, ингаляция, һәр төрлө күнекмәләр һ.б. күҙ уңында тотола. Әҙ генә эш хаҡыбыҙҙан ҡалған тиндәрҙе һанай-һанай аптекала химик матдә һатып алырға сиратта торғансы, тәбиғәткә мөрәжәғәт итергә кәрәктер, тип уйлайым. Дөрөҫ, был ваҡыт та, түҙемлелек тә, дауалау серҙәренә төшөнөүҙе лә талап итә. Әммә ялҡаулыҡ ҡамасаулай. Тәбиғи асылыбыҙға нисек ҡайтыу тураһында уйлана һәм ҡуҙғала башларға кәрәктер, бәлки?





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 088

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518