Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Китап уҡыһаң, стресс кисермәҫһең
Китап уҡыһаң,  стресс кисермәҫһең Ә һеҙ китап уҡыуҙың стресҡа ҡаршы көрәштә иң яҡшы ысул икәнен беләһегеҙме?

1936 йылда фәнни ҡулланылышҡа ингән “стресс” һүҙе инглиз теленән тәржемә иткәндә “көсөргәнеш” тигәнде аңлата. Был – организмдың ниндәйҙер тышҡы экстремаль факторҙарға яуабы. Стресс хәле адреналин сығарыуға булышлыҡ итә, һәм беҙҙең организм дош­ман­ға ҡаршы көрәшеү йәки унан ҡасыу өсөн тиҙ генә хәрәкәткә килә. Ләкин беҙ тәүтормош кешеләре түгел һәм проблемаларҙы улай хәл итмәйбеҙ. Организм буйлап ҡулланылмаған гормондар хәрәкәт итә һәм нервы системаһына тынысланырға ирек бирмәй.
Стрестан ҡасыу мөмкин түгел, ләкин уны еңергә була. Британия ғалимдары, тикшеренеүҙәр уҙғарып, ҡыҙыҡлы асыштар яһаған. Баҡтиһәң, стресс кимәлен музыка тыңлау — 61, бер сынаяҡ сәй йәки ҡәһүә эсеү – 54, саф һауала йөрөү – 42, уйындар 21 процентҡа төшөрә икән. Ә бына ни бары 6 минут шым ғына китап уҡыу стресҡа ҡаршы иң яҡшы дарыу булып тора. Тикшеренеүҙәр авторы Дэвид Льюис, ниндәй китап уҡыу мөһим түгел, иң мөһиме – уға тулыһынса бирелеү, тип һанай. Китап геройҙарының проблемаларына бирелеп, кеше үҙенекен онота икән.
Стресс кисергәндә үҙеңә нисек ярҙам итергә?
* Борсолоуығыҙҙың сәбәбен билдәләп ҡарағыҙ.
* Көнөгөҙҙө планлаштырығыҙ.
* Дөрөҫ туҡланығыҙ, етерлек йоҡ­лағыҙ, физик күне­геү­ҙәрҙе даими яһағыҙ.
Стресс кисергәндә кешенең хис-тойғоһо ҡыҙған мейескә бәрәбәр, шуға ла бер нисә кәңәш:
- проблемаларығыҙ, борсолоу­ҙарығыҙ хаҡында яҡындарығыҙға һөйләү ярҙам итер;
- физик күнегеүҙәр, саф һауала йөрөү ҡуҙғыусанлығығыҙҙы кәметер;
- тыныс йоҡо — иң яҡшы дуҫ;
- ыңғай тойғолар (концерт, театр, дуҫтар менән аралашыу) солға­нышында булырға тырышығыҙ;
- үҙегеҙҙе яңғыҙ тойһағыҙ, эт йә бесәй алығыҙ;
- иң төп ҡағиҙә — төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ һәм мөмкин тиклем йышыраҡ йылмайығыҙ.
Стресс алкоголгә тиң
Һәр беребеҙ төрлө хәлдәрҙә йыш ҡына көсөргәнеш кисерә. Ысынында иһә стресҡа хәл-ваҡиғалар сәбәпсе түгел, ә беҙҙең уларға ҡарашыбыҙ, мөнәсәбәтебеҙ тора икән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 1 498

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 1 170

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 1 249

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 1 253

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 1 046

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 1 203

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 1 048

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 1 038

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 1 373

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 1 414

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 1 157