Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңы препаратҡа өмөт ҙур
“Микроген” ғилми-етештереү берекмәһендә терәк-хәрәкәт ағзаларында тән туҡымаһы тарҡалыу сирҙәрен дауалау өсөн препарат уйлап табылды. Предприятиеның Өфө филиалында етештерелгән яңы дарыу “Хондролон-про” тип атала.

Баҙарға яңы препараттың сығыуы Рәсәйгә Көнбайыш етеште­реү­се­ләренә бәйлелекте кәметергә, хатта сит илдән индерелгән тауарҙы тулыһынса алмаштырырға мөмкинлек бирә. Белгестәр әйтеүенсә, бы­уындарҙы һәм умыртҡа бағанаһын дауалау өсөн тәғәйенләнгән шыйыҡса рәүешендәге дарыуҙы етештереү өҫтөндә эште 2010 йылда цитомединдар цехында башлағандар. Уның составына төрлө ағзаларҙың һәм системаларҙың тоташтырыусы туҡымаларын һауыҡтырыуға булышыусы “L—Пролин” аминокислотаһын индергәндәр. Башҡа инъекция препараттарынан айырмалы, “Хондролон-про” составында бензил спирты, фенол кеүек ярҙамсы токсик матдәләр юҡ.
2013 – 2014 йылдарҙа иретмә рәүешендәге дарыу клиникаға тиклемге һынауҙы уңышлы үтте. Яҡын арала уның хәүефһеҙлеген контролләү буйынса клиник тикшеренеүҙәр башланасаҡ. Ошо маҡсатта “Иммунопрепарат” предприятиеһында 10 меңдән ашыу дарыу дозаһы әҙерләнгән. Препарат баҙарға 2016 йылда сығарыласаҡ.

Белешмә.
“Микроген” берекмәһе филиалы “Иммунопрепарат”та цитромединдар (хайуандар ағзалары һәм туҡымаларынан яһалған дарыуҙар) етештереү цехы 1993 йылда төҙөлә.
Цитомединдарҙы организмға индереү патология процестарында һәм йәш менән бәйле үҙгәрештәр барышында ағзаларҙың, туҡымаларҙың үҙенсәлекле функцияларын тергеҙергә ярҙам итә. Башҡа медицина саралары һауығыуға ярҙам итмәгәндә, цитомедин­дарҙы ҡулланыуҙың юғары тәьҫирле булыуы билдәле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 1 499

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 1 170

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 1 251

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 1 253

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 1 047

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 1 203

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 1 049

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 1 039

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 1 374

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 1 414

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 1 158