Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Яһалма бөйөр” – Сибайҙа
“Яһалма бөйөр” – Сибайҙа
Сибай, Көньяҡ Уралдың мәҙәни үҙәге булыуҙан тыш, һаулыҡ һаҡлау буйынса алдынғы төбәккә лә әүерелә бара. Күптән түгел үҙәк дауаханала ошоға тиклем эшләгән гемодиализ бүлексәһе үҙгәртеп ҡоролғандан, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылғандан һуң ҡайтанан эш башланы. Уны асыу тантанаһында Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов, “Экома” йәмғиәте директоры Нәркәс Ғарифуллина, “Нефролайн” диализ селтәре вәкиле Василий Рощин һәм башҡалар ҡатнашты.

Яңы үҙәк элеккеһенә ҡара­ғанда ике тапҡырға күберәк сир­леләрҙе ҡабул итәсәк. “Яһалма бөйөр” аппараттарының барыһы ла Япония фирмаһынан килте­рел­гән. Медицина фәндәре кандидаты Артур Солтанбаев әй­те­үенсә, был гемодиализ үҙә­генә Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Әбйәлил райондарынан ауы­рыу­ҙар ҡабул ителә. Әле Си­байҙа ғы­на гемодиализ ярҙамына мохтаж 20 кеше иҫәпләнә. Хәҙер уларға элекке кеүек сират көтөргә тура кил­мәйәсәк. Күптәр, бүлексә “Эко­ма” йәмғиәте ҡулына күсһә, ҡабул итеүҙәр түләүлегә әүе­ре­лер, тип юҡҡа бошона. Про­це­дураларҙың барыһы ла бушлай, хатта сир­ле­ләргә анализ биреү өсөн Өфөгә барыу кәрәкмәйәсәк, был йүнә­леш­тә лә ыңғай үҙгә­реш­тәр көтөлә.
“Яһалма бөйөр” аппараты яр­ҙамында ғына ғүмерҙәрен оҙайта алған сирлеләр үҙҙәре өсөн яңы мөмкинлектәр асылыуына шат. Шуға күрә уларҙың тантанала ҡатнашып, һорауҙарын биреүе аңлашыла ла. Яңы аппаратты тәүгеләрҙән булып һигеҙ йыл буйы ошо сир менән яфаланған Нур Алтынбаев һынап ҡараны. Бүлексәнең тәүге эш көндәренән ауырыуҙарҙы дауалаған шәфҡәт туташы Лилиә Шаһиғәлина уға ярҙам итте.
Аҙнаһына мотлаҡ рәүештә өс тапҡыр процедура алыу өсөн үҙәк­кә килгән сирлеләрҙең нин­дәй тойғо кисереүе хаҡында һо­рап тороуҙы урынлы тип тап­маныҡ. Иң мөһиме – улар өсөн бар шарттар тыуҙырылған, яңы ҡорамал­дар һатып алынған. Был йәһәттән ҡала хакимиәтенә һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығына рәхмәт әйтергә генә ҡала.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509