Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыҙыҡһынып ҡына ла татый күрмә
Ҡыҙыҡһынып ҡына ла  татый күрмә
Донъяла наркоманияға ҡаршы көрәш йөҙ йылдан ашыу дауам итә. Әммә был афәт тоҙағына эләккәндәр һаны һис кенә лә кәмемәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙә генә һигеҙ миллиондан ашыу кеше үҙен наркотик менән даими ағыулай. Һөҙөмтәлә күптәрҙең ғүмере ҡыйыла, яҙмышы емерелә. Энәгә ултырғандар тарафынан илдә әллә күпме енәйәт ҡылына. Ошо хәлде булдырмау маҡсатынан күптән түгел Рәсәй Хөкүмәтендә «Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы тороу» программаһы раҫланды. Ул тормошҡа ашырыласаҡ ете йыл эсендә илдә йәшәгән миллионлаған кешене наркоманиянан ҡурсаларға, йәштәр араһындағы енәйәтселекте 15-20 процентҡа кәметергә булышлыҡ итер тип күҙаллана. Ошо маҡсаттан сығып, быйыл майҙа Рәсәйҙең административ һәм енәйәт тураһындағы закондарына ла үҙгәрештәр индерелде.

Башҡортостанға килгәндә, бөгөн республикала 10 мең наркоман иҫәптә тора. Әммә уларҙың бөтәһе лә табиптарға мөрәжәғәт итә һалмай. Был һандың ысынбарлыҡта яҡынса 80 меңгә етеүе ихтимал. Республикала наркомандарҙы дауалау, сирҙе алдан диагностикалау буйынса байтаҡ эштәр атҡарыла. Ошо йәһәттән Башҡортостан ил төбәктәре араһында дүртенсе урынды биләй.
Быйыл Рәсәйҙең Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең Башҡорт­остандағы идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан бер меңдән ашыу енәйәт теркәлгән, 966 енәйәт эше асылған, законһыҙ әйләнештән 80 килограмм наркотик матдә тартып алынған. Әле республикала «Мәк» операцияһы бара. Былтыр ошо сара һөҙөмтәһендә 208 килограмм наркотик юҡ ителгән.
Рәсәйҙең Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостандағы идаралығында тәүлек әйләнәһенә «ышаныс телефоны» (8-800-347-20-30) эшләй. Был һандарҙы йыйып, һәммәгеҙ наркотик әҙерләү, ҡулланыу һәм һатыу осраҡтары, ошондай притондар хаҡында хәбәр итә алаһығыҙ.



Азат ӘСӘҘУЛЛИН, 1-се Республика наркология диспан­серының 1-се бүлексәһе етәксеһе, медицина фәндәре кандидаты, доцент:

– Беҙгә мөрәжәғәт иткәндәрҙең күбеһе ҡыҙыҡһыныу арҡаһында наркоман булып киткән. Бынан тыш, үҙ-үҙенә ышанмағандар, үтә борсо­лоу­сандар ҙа ошо хәүефле юлды һайлаусан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был афәт үҫмерҙәр араһында ла киң таралған. Шуға ата-әсәләргә балаларығыҙ менән яҡын булығыҙ, уларҙың ышанысын яулағыҙ, тип өндәшке килә. Әгәр улығыҙ йәки ҡыҙығыҙ наркотик татып ҡараған икән, ғауға күтәрмәгеҙ, белгестәргә мөрәжәғәт итегеҙ. Наркомания – ул сир. Ә һәр ауырыуҙы табиптар ғына дауалай ала икәнлеген онотмағыҙ.


Автор: А. ӘХМӘТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 1 498

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 1 170

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 1 249

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 1 253

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 1 046

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 1 203

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 1 048

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 1 038

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 1 373

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 1 414

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 1 157