Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәмәкене йәшелсә-емешкә алмаштыр
Тәмәкене йәшелсә-емешкә алмаштыр
Быйыл 1 июндән йәмәғәт урындарында тәмәке тартыуға ҡаршы йүнәлтелгән Закон тулыһынса көсөнә инде. Ошо йәһәттән «Рәсәй ғаиләһе», «Берҙәм Рәсәйҙең йәш гвардияһы», «Милләт сәләмәтлеге лигаһы» ойошмалары илдең төрлө төбәктәрендә сәләмәт тормошто пропагандалау буйынса акциялар ойоштора.


Хәҙер үҙ машинаңда, йор­тоңда, фатирыңда йәки махсус тәғәйенләнгән урында ғына тә­мәке көйрәтергә мөмкин. Был хаҡта бөтәһе лә тиерлек яҡшы хәбәрҙар. Бынан тыш, был мауы­ғыуҙың зарары хаҡында ла аңлатып тороу кәрәкмәй. Әммә Рәсәй дәүләт социаль универ­ситетының Пенза, Тольятти, Өфө ҡалаларындағы филиалдарында белем алған ҡырҡҡа яҡын студент халыҡҡа сәләмәт тормош алып барыу зарурлығы тураһында тағы ла бер тапҡыр өндәшеү маҡсатында ил буйлап төрлө акциялар үткәрергә хәл иткән.
Баш ҡалабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге майҙанында улар ойошторған сираттағы сара ла бик күптәрҙең иғтибарын йә­леп итте. Шуныһы үҙенсә­лекле: был көндә тәмәкене төрлө йә­шелсә-емешкә алмаштырырға мөмкин ине. Күптәр шулай итте лә.



Тәмәкене йәшелсә-емешкә алмаштырЮлия КОТЛЕР, «Тәбиғәт, ғаилә һәм сәләмәтлек экологияһы» проекты етәксеһе, Мәскәү ҡалаһы:
– Студенттар тәҡдиме менән бындай саралар ойоштороу матур йолаға әүерелеп бара. Бөгөн Өфөлә тәмәке тартыуға ҡаршы акция үткәрһәк, тиҙҙән Тольяттиға, Чебоксарға юлланырға уйлайбыҙ. Ағас ултыртыу кеүек эштәр менән дә шөғөлләнәбеҙ. Кешеләр үҙҙәренә ҡарата хәстәрлекте тойһон өсөн дә үткәрелә бындай эш.



Тәмәкене йәшелсә-емешкә алмаштырСветлана КУРИНА, Рәсәй дәүләт социаль университетының Пенза ҡалаһындағы филиалының III курс студенты:
– Бындай акцияларҙы үткәреү йәки уларҙа ҡатнашыу – үҙенә күрә тәжрибә бит ул. Етмәһә, башҡа ҡалаларҙағы студенттарҙың йәмә­ғәт­селек эше менән танышыу ҙа ҙур файҙа килтерә. Үҙебеҙ өсөн төрлө яңылыҡ асабыҙ, илдең төрлө төбәк­тәре менән танышабыҙ. Бына бөгөн Салауат Юлаев һәйкәлен күрҙек.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 1 499

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 1 170

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 1 251

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 1 253

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 1 047

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 1 203

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 1 049

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 1 039

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 1 374

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 1 414

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 1 158