Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Табип Һөйөндөков йыр-моңо менән дә һөйөндөрә
Табип Һөйөндөков йыр-моңо менән дә һөйөндөрә
Хәбәрсе булараҡ, ҡайһы саҡта бигүк ғәҙәти булмаған, һирәк осрай торған һөнәр эйәләре менән аралашырға тура килә. Күптәр ундай кешеләргә үҙҙәренең йомошо менән әллә ни мөрәжәғәт итмәй. Берәй бәлә-ҡазаға юлыҡмайынса... Шуның өсөн дә был һөнәр хаҡында бәғзеләр бөтөнләй белмәй тиерлек. Суд-медицина экспертизаһы тураһында бара һүҙ. Суд, прокуратура, полиция органдарына йыш ҡына үҙ эштәрен унһыҙ тулыһынса атҡарыу мөмкин дә түгел. Сибай ҡалаһында йәшәп, оҙаҡ йылдар ошо ауыр хеҙмәтте башҡарған, үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ танылған, халыҡ араһында оло абруй яулаған кешеләрҙең береһе хаҡында һүҙем.

Юлай Һөйөндөков Баймаҡ районының Мәмбәт ауылында донъяға килә. Аҡморон урта мәктәбен тамамлағандан һуң, совхозда эшләй. Совет армияһы сафына алынғас, Ташкент ҡалаһындағы Юғары хәрби танк училищеһында механик-инструктор булып хеҙмәт итә. Өлкән сержант погоны тағып ҡайтҡан егет 1975 йылда Башҡортостан дәүләт медицина институтына уҡырға инә.
Үҙен бар яҡлап яҡшы яҡтан күрһәткән һәм юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән йәш белгескә 1981 йылда Сибай медицина училищеһына йүнәлтмә бирәләр. Юлай Һөйөндөков уҡытып сығарған медицина хеҙмәткәрҙәре илебеҙҙең төрлө дауахана һәм поликлиникаларында кешеләр һаулығы һағында уңышлы хеҙмәт итә. Ҡыҙыҡлы, бай мәғлүмәтле лекцияларын уҡыусылары ошо көнгәсә маҡтап хәтергә ала. 1991 йылдан юғары категориялы табип-судмедэксперт Юлай Төхфәт улы Сибай район-ара суд-медицина бүлеге мөдире вазифаһын башҡара.
“Һуңғы осорҙа эшегеҙ арттымы, әллә элек күберәк инеме?” тигән һорауға Юлай Һөйөндөков ошо вазифаны башҡарған егерме өс йылда аңһыҙ үлем осраҡтары күбәйеүенә борсолоуын белдерҙе. Уның фекеренсә, бәлә-ҡазаның айырыуса эскелек һәм наркомания арҡаһында артыуы һуңғы йылдарҙағы иҡтисади көрсөккә, илдәге эшһеҙлеккә бәйле.
Уңған, талантлы табиптың фиҙакәр хеҙмәте төрлө кимәлдә юғары баһаланған. Ул – Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булған. Юлай Төхфәт улының исеме “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған кешеләре” китабына ла индерелгән.
Хәләл ефете Йондоҙ Абуталип ҡыҙы менән ике бала үҫтергәндәр. Улдары Азамат Өфөлә йәшәй, кәләше Олеся менән Арыҫлан исемле ул тәрбиәләй. Ҡыҙҙары Айгөл — юридик фәндәр кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты доценты.
Геройымдың тағы ла бер һөнәре хаҡында әйтеп китмәү дөрөҫ булмаҫ, минеңсә. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, Юлай Төхфәт улы сәнғәт юлын һайлаһа ла, яңылышмаҫ ине. Халҡыбыҙҙың “Урал”, “Ильяс”, “Ҡолой кантон”, “Сибай” һәм башҡа йырҙарын ифрат матур башҡарыу оҫталығына ла эйә ул. Күңеленән моң урғылған, йөрәгендә сәнғәткә, мәҙәниәткә ҡарата оло һөйөү йөрөткән Юлай Һөйөндөков ҡала буйынса һәр төрлө йыр конкурстарында призлы урындар яулай. Әйткәндәй, гәзит уҡыусылар “Талантлыны данлай “Башҡортостан” ижади конкурсында “Иң оҫта йырсы” номинацияһына дәғүә итеүсе булараҡ сығышын ҡарап, уның моңло тауышын ишетә һәм баһалай ала (гәзитебеҙҙең vk. соm социаль селтәрендәге төркөмөндә).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 955

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 494

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509