Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Уңыш сере
“РИА-Медоптик” офтальмология үҙәге медицина хеҙмәттәре баҙарында 1998 йылда барлыҡҡа килгәйне. Шәхси клиника өсөн ун алты йыл һөҙөмтәле эшләү, йыл һайын клиенттар базаһын арттыра барыу – ярайһы уҡ ҙур уңыш. Был бер нәмә хаҡында ғына һөйләй: тимәк, ихтыяж бар, халыҡты сифат менән хаҡ нисбәте ҡәнәғәтләндерә.

Ә шулай ҙа төптәнерәк уйлап ҡараһаң, уңыштың сере нимәлә икән? Эйе, бер генә күрһәткесте айырып әйтеү мөмкин түгел. Бында Өфөнөң илдә генә түгел, бөтә донъяла билдәле офтальмология үҙәге булыуы ла, моғайын, үҙ ролен уйнамай ҡалмағандыр. Күҙ ауырыуҙарын дауалау йәһәтенән баш ҡалабыҙ илебеҙҙең иң ҙур ҡалалары менән бер рәттә тора. Ҡайһы бер йүнәлештәрҙә иһә беҙҙең клиникаларға етә алыусылар ҙа һирәк. Тимәк, фәнни һәм практик нигеҙебеҙ көслө.
Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты белгестәренең исемдәре лә күптәргә билдәле, бындағы табиптар ҙур абруй, ышаныс ҡаҙанған. Ә “РИА-Медоптик” офтальмология үҙәгенең ойоштороусы директоры Рәшит Искәндәров тап ошо институтта тәүге аҙымдарын башлаған һәм ғүмеренең 17 йылын институтҡа арнаған. Клиниканы етәкләгән ошондай тәжрибәле, абруйлы белгестең тороуы ла уның уңышына булышлыҡ итмәй ҡалмағандыр. Әйткәндәй, хеҙмәткәрҙәрҙең ҙур ғына өлөшө лә күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтынан килгән. Һис шикһеҙ, халыҡ уларҙың квалификацияһына, оѕталығына ышана.
Күҙ ауырыуҙары — тар өлкә. Ә “РИА-Медоптик” иһә ошо тармаҡты тағы ла тарыраҡ йүнәлештәргә бүлә. Үҙәк бер урында ғына тупланмаған, уның составында айырым клиникалар эшләй. Лазер хирургияһы, катаракта хирургияһы клиникалары, балалар үҙәге, глаукома үҙәге, күҙлек етештереү буйынса лаборатория, офтальмология кабинеттары һәм оптика салондары бар. Ниндәй проблема борсой, шуның буйынса белгескә бараһың. Лазер менән күреү һәләтен коррекциялау клиникаһына башлыса йәштәр килә, өлкәндәрҙең иһә үҙ проблемалары, уларға йышыраҡ катаракта хирургияһы клиникаһы кәрәк. Үҙәктең тағы бер үҙенсәлеге — балалар үҙәге лә айырым урынлашҡан. Сабыйҙар өлкәндәр менән буталып йөрөмәй. Бында уларға операция яһалмай. Ҡылый күҙлелек, күрәғарашлыҡ һәм башҡа сирҙәр менән килгән сабыйҙарҙы төрлө аппараттар менән дауалайҙар. Бер һүҙ менән әйткәндә, һәр мөрәжәғәт итеүсегә айырым ҡараш. Бынан улар уңа ғына.
Ғәҙәттә, бөтә ауырыуҙар бер поликлиникаға килә. Регистратурала төрлө сирле бихисап кеше сират тороп теркәлә. Уларҙы бер үк бинала бер үк табиптар ҡарай. Әлбиттә, күп кеше йыйылғанда сир йоҡтороу ҡурҡынысы бар. Ә айырым филиалдарҙың булыуы бындай зарарланыу мөмкинлеген бик күпкә кәметә.
Шәхси клиниканың өѕтөнлөклө яҡтары байтаҡ. Һине сиратһыҙ тәжрибәле белгестәр ҡабул итә, сифатлы заманса ҡорамалда тикшерә, тейешле дауа билдәләй, ҡатмарлы операция яһай. Зауыҡлы бина, иғтибарлы мөнәсәбәт — барыһы ла пациентҡа уңайлы һәм файҙалы. Былтыр, барлығы 35 мең кеше мөрәжәғәт итеп, 1,5 мең операция яһалған.
Үҙәктә эшләгән табиптарҙың бөтәһе лә тиерлек Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, оҙаҡ йылдар ҙур тәжрибә һәм оҫталыҡ туплап килгән. Улар араһында медицина фәндәре докторы, профессор Рауил Аҙнабаев, медицина фәндәре кандидаттары Дилә Ҡыуандыҡова, Гөлнара Бәхтийәрова, Фирғәт Балтабаев кеүек юғары класлы, исемдәре республикала киң билдәле белгестәр бар. Дөйөм алғанда, үҙәктә 18 табип эшләй, барлығы 70-кә яҡын кеше өсөн эш урыны булдырылған.
Беҙҙең белгестәргә илдең башҡа ҡалаларында ла ихтыяж ҙур. Быға дәлил – “РИА-Медоптик”тың, Өфөләгенән тыш, Шишмә һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында, Анапа һәм Яр Саллы ҡалаларында филиалдары эшләй. Әле иһә Рәсәйҙең яңы субъекты – Ҡырым ярымутрауында ла филиал асырға, ундағы ватандаштарыбыҙға сифатлы ярҙам күрһәтергә иѕәптәре бар.
Үҙәктең директоры Рәшит Искәндәров тураһында ентекләберәк яҙып үтке килә. Бының өсөн сәбәптәр ҙә бар. Беренсенән, ошо көндәрҙә ул үҙенең түңәрәк юбилейын билдәләй, табипҡа 55 йәш тулды. Икенсенән, яңы ғына ул “Башҡортостандың атҡаҙанған табибы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Рәшит Хөсәйен улы Күгәрсен районының Түбәнге Һаҙ ауылында тыуған, Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында ябай табиптан алып баш табипҡа тиклем үѕкән. Ун алты йыл элек ошо үҙәккә нигеҙ һала һәм бөгөн дә уңышлы эшләй. Медицина фәндәре кандидаты, өлкән ғилми хеҙмәткәр ҙә ул. Тәү ҡарауға, эшлекле кешенең ябай биографияһы. Үҙе лә шулай тип ҡабатларға ярата: “Миндә иң классик биография: мәктәп, юғары уҡыу йорто һәм эш”. Тыйнаҡ етәксе күберәге эш тураһында һөйләһә лә, уның ғаиләһе хаҡында ла бер-ике ауыҙ һүҙ әйтмәйенсә мөмкин түгел. Ҡустыһы Ришат та медицина юлы менән киткән икән, ул фармацевт һөнәрен үҙләштерә, әле ошо уҡ ойошмала оптика бүлегенә етәкселек итә. Рәшит Искәндәров табиптар династияһына нигеҙ һалған тип әйтһәң, моғайын, арттырыу булмаѕ. Ҡатыны Әлмира – балалар психологы, ул 3-сө поликлиникала һөнәре буйынса эшләй. Бергәләп ул һәм ҡыҙ үѕтерәләр. Улдары Рәсүл, Өфөләге башҡорт-төрөк лицейын тамамлап, Америкаға юллана, Техас университетында микробиолог-генетик һөнәрен үҙләштерә. Әле Хьюстон ҡалаһында йәшәй һәм бик уңышлы эшләп йөрөй. Әйткәндәй, ул Искәндәровтарҙы бәхетле олатай менән өләсәй иткән, ҡатыны Әминә менән Иркә һәм Элиф исемле балалар үѕтерәләр. Ҡыҙҙары Айгөл дә медицина юлын һайлаған. Ул атаһының юлын дауам итмәксе, Санкт-Петербург ҡалаһындағы дәүләт университетында III курста уҡый, офтальмология йүнәлешен һайлаған.
Шәхси клиникаларҙы ҡайһы берәүҙәр аҡса эшләү юлы ғына тип ҡабул итә. Был — дөрөѕ булмаған ҡараш. “РИА-Медоптик” мәрхәмәтлек менән дә шөғөлләнә. Улар йыш ҡына пациенттарҙы бушлай ҡабул итеп тикшерә. Был башлыса инвалидтарға ҡағыла. Мәѕәлән, ике йыл элек Өфөнөң Совет районынан дөйөм ауырыуҙар буйынса инвалидтар килеп ҡаралған, тикшеренеү үткән. Ихтыяждың ҙурлығын аңлағас, был акцияны тотош баш ҡала буйынса үткәрергә ҡарар итәләр.
– Беҙ Өфө менән генә лә сикләнмәҫкә булдыҡ. Быйыл февраль – май айҙарында республиканың барлыҡ райондарынан да инвалидтарҙы ҡабул итергә тигән маҡсат ҡуйып, әле Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә шуны тормошҡа ашырабыҙ. Кемгәлер операция талап ителһә, тейешле кәңәштәр бирәбеҙ, йүнәлтәбеҙ. Йәй көнө Күгәрсен, Йәрмәкәй, Бүздәк, Благовещен райондары халҡының сәләмәтлеген тикшерәсәкбеҙ. Урындағы хакимиәттәре был сараларҙы хуплап ҡабул итә, ойоштороуҙа ярҙамлаша, – ти Рәшит Искәндәров.
Тәжрибәле табип йәш быуындың һаулығы өсөн борсолоуын белдерҙе. Ата-әсәләргә файҙалы кәңәштәрен бирҙе.
– Балаларҙың күҙен һаҡларға кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр сабыйҙарын телевизор, компьютер алдына ултыртып ҡуя ла үҙ эше менән була. Был – баланың күҙе өсөн ҙур көсөргәнеш. Күҙ менән мейе эшмәкәрлеге бәйләнгән бит. Ошо сәбәпле үҙәк нервы системаһы зарарланған гиперактив балалар күбәйҙе. Компьютерҙы мәктәп йәшенә еткәс кенә рөхсәт итергә кәрәк, – ти ул.
Етәксе заман менән бергә атларға тырыша. Әле күптән түгел генә Рәсәйҙә үҙ-үҙен көйләүсе ойошма булараҡ теркәлгәндәр. Башҡортостандың утыҙға яҡын шәхси клиникаһы бер-береһенә ярҙам итә, дөйөм юристары бар. Законға ярашлы, күҙәтеү ойошмалары ла әҙерәк килә башлаған. Тимәк, бизнесты ойоштороу кеүек мәшәҡәттәргә артыҡ ҙур иғтибар бирмәй, клиенттар менән шөғөлләнеүгә ваҡытты күберәк бүләсәктәр.

ҺҮРӘТТӘ: Рәшит Искәндәров.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 1 498

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 1 170

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 1 249

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 1 253

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 1 046

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 1 203

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 1 048

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 1 039

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 1 373

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 1 414

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 1 157