Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Балаһы — бала, сағаһы булмаһын...
Балаһы — бала, сағаһы булмаһын...Киләсәк быуындың физик һәм психик яҡтан һау булып үҫеүе ата-әсәнең сәләмәтлегенә ныҡ бәйләнгән. Әйтәйек, таҙа-һау ғаиләлә, нигеҙҙә, сәләмәт балалар тыуа, улар физик яҡтан да, психик яҡтан да камиллашып үҫә. Яҡшы тәрбиә алған балаларҙың холҡо һәйбәт була. Был — хәҡиҡәт.

Яҡшыһы ла, яманы ла — ғаиләнән

Закон буйынса беҙҙә 18 йәштән иртә никахҡа инеү тыйыла. Бының биологик төшөнсәһе шул: 18 йәштә генә организм тулы өлгөрөү кимәленә етә. Ә элегерәк никахҡа ингән ата-әсәнән йышыраҡ етлекмәгән, ғәрип, физик яҡтан насар үҫешкән бала тыуа. Күбеһенсә улар аҡылға ла зәғиф була. Ата-әсәнең алкоголизмға бирелеүе уларҙың үҙ сәләмәтлеген генә ҡаҡшатмай, киләсәк быуындың һаулығына ла ҡурҡыныс һала. Эскелек һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән нервы-психик ауырыуҙарҙың нәҫелдән нәҫелгә күсеүе мөмкин, сөнки алкоголь енси күҙәнәктәргә ҙур зыян килтерә. Аҡылға зәғиф, үтә һүлпән, дәртһеҙ, эпилепсия ауырыулы, телһеҙ йәки ишетмәүсе һәм төрлө ғәриплектәр, фалиж менән тыуған психопатологик балалар эскелек менән шөғөлләнгән ғаиләләрҙә күберәк була.
Һуңғы йылдарҙа, ғалимдарҙың тикшеренеүе һөҙөмтәһендә, ҡайһы бер нервы-психик ауырыуҙарҙың нәҫел буйынса тапшырылыуы асыҡланды. Был хәлде һәм баланы тәрбиәләгән ата-әсәнең психик яҡтан сәләмәт булырға тейешлеген иҫәпкә алһаҡ, никахҡа инеүселәрҙең нервы-психик сәләмәтлеге ныҡ булыуы айырыуса мөһим. Психик ауырыуҙың ауыр формаһы, эпилепсия, шизофрения һәм башҡалар менән ауырығандарға никахҡа инеү рөхсәт ителмәй.
Баланың холҡо, психикаһы кесе йәштән үк ғаиләләге шарттарға ярашлы камиллаша. Уға дөрөҫ тәрбиә биреүҙе нисек аңларға? Берәүҙәр ул-ҡыҙҙарын сиктән тыш яратыуын белдереп, самаһыҙ иркәләй: кесе йәштән үк улар эшләргә тейешлене үҙҙәре башҡарып, гел тәмле ашатып, артыҡ яҡшы кейендереп, үтә күп уйынсыҡтар һатып алып, холҡон боҙа. Бала йылдан-йыл әкренләп үҙенең талаптарын арттыра бара, сөнки уның һәр һорағаны ҡаршылыҡһыҙ үтәлә. Бына шулай, яратыуҙың ҡыҙғаныс һөҙөмтәһе булып, тормошҡа яраҡлашмаған, иркә, эгоист, “мин-минле” шәхес үҫә. Ундай бала бик сикләнгән, үҙаллы эш итә алмай.
Ә икенселәр, баланы ныҡлы ҡулда тотоп, ҡаты режимда тәрбиәләргә тырыша. Сабый тыйыуға, сик ҡуйыуға ғына күнегеп, тормошта нимә урынлы, нимә урынһыҙ икәнен дә белмәй. Йышыраҡ ярамағанды эшләй. Үҫә төшкәс, ул бик сикләнгән, тиҫкәре, үҙһүҙле үҫмергә әүерелә.
Баланың нервы-психик системаһы кесе йәштән үк һиҙгер була, ул бөтәһен дә аңлай, бөтә нәмәне күңеленә яҡын ала. Шуның өсөн ғаиләләге борсолоуҙар, ата-әсәнең ыҙғышыуы, әҙәпһеҙлеге һәм башҡа насар күренештәр уның нервы-психик системаһында тәрән эҙ ҡалдыра, үҫмер күңелһеҙ хәлдәрҙе бик ауыр кисерә һәм оҙаҡ йылдар онота алмай. Бындай ғаиләлә үҫкәндәрҙең бик иртә боҙоҡ юлдан китеүе лә ихтимал. Балаларҙың төндә ҡурҡыуы, аҫтын еүешләтеүе, тотлоғоп һөйләшеүе, ҡурҡаҡлығы — былар бөтәһе лә невроз билдәләре. Ә невроз нигеҙендә, билдәле булыуынса, психик травмалар (ҡурҡытыу, “язаға тарттырыу”, тупаҫ ҡараш) ята. Баланы кесе йәштән ҡурҡытып, “язаға тарттырып” үҫтереү ата-әсә өсөн еңелерәк, тынысыраҡ булып күренһә лә, ул бик ауыр һөҙөмтәләргә килтерә. Кескәйҙәрҙә ата-әсәһенә ҡарата ысын күңелдән яҡшы ҡараш тәрбиәләнмәй.
Ысын тәрбиә — баланың холҡон тәрбиәләү, нервы-психик эшмәкәрлеген камиллаштырыу ул. Был эште табиптар, педагогтар, ата-әсә тығыҙ бәйләнештә алып барырға тейеш
.
Рәйес ниңә киреләнде?

Рәйес бөгөн дә өйөнә бик һуңлап ҡайтты. Борсола-борсола көткән әсәһе:
— Бынан һуң сығып йөрөйһө булма, ҡара уны. Кистәрен йөрөргә һиңә иртә әле. Уҡыуыңды бел... — тип улын битәрләп ташланы.
Малайға атаһынан да ныҡ эләкте.
Рәйес беренсе тапҡыр үҙенең “көйһөҙлөгөн” күрһәтте:
— Бәйләнмәгеҙ миңә, туйҙырҙығыҙ инде... Нимә эшләргә икәнлеген үҙем дә беләм, сабыйлыҡтан уҙғанмын...
Ата-әсә улдарынан бындай тиҫкәрелекте көтмәгәйне. Аптырап ҡалдылар: был балаға ни булған? Шундай аҡыллы, тыңлаусан малай ине лә баһа. Мәктәптә лә гел ыңғай яҡтан һөйләйҙәр ине. Ә һуңғы ваҡытта танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Йыш ҡына ҡайҙалыр китеп юғала башланы.
Ата-әсә: “Улыбыҙҙы күрше малайҙары боҙа”, — тип дуҫтарын Рәйес янына килеп йөрөүҙән биҙҙерергә булды. Иптәштәре килмәй башлағас, малай бөтөнләй күңелһеҙләнде, һөйләшмәҫкә әйләнде, үҙ эсенә бикләнде. Уҡытыусылары ла малайҙың тәртибенә зарлана башланы.
Көндәрҙең береһендә, йыйылыштан һуң, Рәйестең әсәһе мәктәп врачы менән борсолоуҙарын уртаҡлашты.
Ләкин ул да:
— Беҙҙең яҡшы сандружинасы ул. Үҙен бик бөхтә йөрөтә, — тип әйтеүҙән уҙа алманы.
Хафаланыусы әсәгә балалар табибы бына нимәләр тураһында бәйнә-бәйнә һөйләргә тейеш ине!

Тиҫкәрелек ҡайҙан килә?

13–15 йәшкә еткән үҫмерҙәрҙең үҙҙәрен нисек тотоуы организмдағы үҙгәрештәр менән бәйле. Ә күпселек ата-әсә быны баланың “тиҫкәреләнеүе, киреләнеүе” тип аңлай. Был йәштәге һәр үҫмер физиологик үҙгәреш кисерә: ул ҡапыл буйға үҫә, тауышы үҙгәрә, характеры ла икенселәнә, үҙәк нервы системаһы, баш мейеһендәге гипофиз тип аталған эске секреция биҙе көслө үҫеш ала. Гипофиз бүлеп сығарған гормон енес ағзалары, бөйөр өҫтө һәм ҡалҡан һымаҡ биҙҙәргә тәьҫир итә, уларҙың эшмәкәрлеген көсәйтә. Гормон ҡан менән бөтә тәнгә тарала, бөтә ағзаларҙың “тыныслығын” боҙа.
Бына шул сәбәпле үҫмерҙәрҙең организмында ғәйәт ҙур үҙгәрештәр бара. Бала етлегеү осорона инә. Беренсе сиратта нервы системаһы ныҡлы үҙгәреш кисерә. Ул, көслө үҫһә лә, тиҙ арыусан. Был нервы системаһының әле нығынып етмәүен раҫлай. Әлбиттә, хәл бөтә үҫмерҙәрҙә лә бер үк төрлө булмай. Арыу-талсығыу нервы күҙәнәктәренең тиҙ сафтан сығыуы менән дә аңлатыла.
Үҫмерҙәрҙә “мин-минлек” көслө була. Улар ҡаршы әйтеүҙе яратмай, үҙ фекерен генә дөрөҫ тип һанай. Әммә иптәштәрен, тиҫтерҙәрен ихтирам итә, үҙенең балалыҡтан сыҡҡанлығын һәр хәрәкәтендә, эшендә иҫбатларға тырыша. Ысынында иһә был уларҙың үҙаллылыҡҡа ынтылыуы, үҙҙәренең балалыҡ осоронан сыҡҡанлығын ата-әсәләренә лә күрһәтергә, иҫбатларға теләүе.
Үҫмерҙең һәр теләгенә, фекеренә ҡаршы төшөүҙе ата-әсә яғынан да “кирелек” тип ҡарарға кәрәк.
Кешенең характеры, нервы системаһы кесе йәштән үк камиллаша. Үҫмерҙәрҙә барлыҡҡа килгән аңлайышһыҙ тойғолар (ата-әсәләр күҙлегенән, әлбиттә), ҡыҙыҡһыныуҙар, теләктәр өлкәндәрҙе йыш ҡына көтөлмәгән хәлдәргә ҡуя, баланың үҙаллылыҡҡа ынтылыуы ла ҡайһы берәүҙәр өсөн сәйер тойолорға мөмкин. Йылдар үткән һайын, бала тормошҡа икенсерәк күҙлектән ҡарай башлай. Уны күп төрлө һорауҙар ҡыҙыҡһындыра. Йомаҡтай тойолған тормош хәлдәренә яуап табырға ынтыла ул. “Балалар нисек тыуа, кешеләр ниңә үлә?” шикелле һорауҙар алдында ла тәрбиәсе юғалып ҡалырға тейеш түгел. Ул, дөрөҫ яуап биреү менән бергә, баланың кәрәгенән артыҡ иғтибарын, ҡыҙыҡһыныуын ситкә бора белергә лә тейеш. Ләкин ҡайһы бер ата-әсә, уҡытыусылар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡыусыны ҡәнәғәтләндерерлек яуап таба алмай йәки бөтөнләй уның фекеренә ҡолаҡ һалмай. Баланың рухи кисерештәрен аңлай белергә кәрәк. Тәүге тапҡыр үҫмерҙәрҙә саф тойғолар, ул уйлағанса, “беренсе һәм һуңғы мөхәббәт” уяныуы мөмкин. Ата-әсәһе, баланың хистәренән көлөп: “Әле был турала уйларға иртә һиңә”, — тиһә, Рәйестәге шикелле “тиҫкәрелек”тең башланыуына ғәжәпләнмәҫкә кәрәк.
Етлегеү осоронда врачтарҙың кәңәше йәш быуын өсөн бик мөһим. Никах гигиенаһы, ғаилә тормошо тураһында белгестәр тарафынан йәнле әңгәмәләр үткәрелһә, тәрбиә эшендәге етешһеҙлектәр кәмер ине. Бындай ҡыҫҡа әңгәмәләрҙе өйҙә лә ойоштороп була.
(М. Ғатауллиндың “Һаулыҡ —
ҙур байлыҡ” китабынан).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509