Ҡотлайбыҙ!01.11.2017
Ҡотлайбыҙ!Стәрлебаш районының Табылды ауылында йәшәгән беҙҙең ғәзиздәребеҙ Фроза Рамазан ҡыҙы менән Мөхтәр Зәкәриә улы Вахитовтарҙың тормош ҡороп бергә йәшәүҙәренә 60 йыл тулды. Уларҙы ошо оло байрамдары – гәүһәр туйҙары менән ихлас күңеле­беҙҙән ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлеләребеҙ беҙҙең! Ғүмер иртәләрегеҙҙе бәхеттә, балалар ҡыуанысында, матур уйҙар һәм яҡты өмөттәр менән һау-сәләмәт булып, бер­гә-бергә ҡаршыларға яҙһын! Теләктә­регеҙ изге, тыуасаҡ таңдарығыҙ һәр саҡ нурлы, тормош күгегеҙ аяҙ булһын!
Тормош һынауҙарына бирешмә­йен­сә, ауырлыҡтар алдында баш эймә­йенсә, йәшәүҙән йәм табып, изге­лектәрегеҙҙең игелеген күреп йәшәгеҙ!
Ерҙә йәшәү – һынау бит ул, тиҙәр,
Ауырлыҡты бергә еңдегеҙ,
Тормош һуҡмағынан бергә атлап,
Гәүһәр туйығыҙға еттегеҙ!

Хоҙай биргән оло бүләк бит ул –
Тигеҙлектә ғүмер итеүҙәр.
Яҙмыш һалған урау юлдарҙан
Иңде иңгә терәп үтеүҙәр.

Тағын бик күп йылдар тигеҙлектә
Матур парҙар булып йәшәгеҙ!
Сәләмәтлек ныҡлы юлдаш булһын,
Балҡып торһон тормош сәскәгеҙ!

Иң изге теләктәр менән ҡыҙығыҙ Зөһрә, улдарығыҙ Замир, Радмир, ки­лендәрегеҙ Рая, Флүрә һәм барлыҡ ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ, бүлә-бүләсәләрегеҙ.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика