Венера Ибраһим ҡыҙы Фәйзуллинаның юбилейы..22.02.2017
Борай районының Яңы Ҡарғалы ауылында тыуып үҫеп, әле Өфөлә тормош көтөүсе Венера Ибраһим ҡыҙы Фәйзулли­наны күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Кешене бәхет тыуҙырмай, бә­хетте кеше үҙе булдыра. Һин үҙ бәхетеңде үҙең тыуҙырып, иреңә, улыңа, туғандарыңа өлөш сығар­ҙың. Йәмәғәт эштәрендә ҡайнап, күп кешегә изгелектәр ҡылдың, ярҙам ҡулы һуҙҙың. Яҡты сырайың, йылы һүҙҙәрең өсөн рәхмәт һиңә!
Хөрмәтле Венера Ибраһим ҡыҙы! Киләсәктә лә киң күңелле, оло йәнле булып, ғаилә шатлыҡ­тарына ләззәтләнеп, яҡындарың­дың яғымлы ҡарашын тойоп, сәлә­мәтлеккә туйып, мул ризыҡтар менән бәрәкәтле ғүмерҙәр кисе­рергә яҙһын! Өйөң нурға тулһын, тормошоң шатлыҡлы осрашыу­ҙарға бай булһын!

Юбилейың ишек ҡаҡҡас,
Мендем тимә ғүмер түренә.
Йәшлек дәрте тулы йондоҙҙар
Һибелһендәр күңел түреңә.
Һеҙ ерҙәге һәр нәмәгә ғашиҡ,
Ғашиҡ таңға, зәңгәр кистәргә.
Йәшәйһегеҙ шундай гүзәллеккә
Тағы матур бер йәм өҫтәргә.

Иң изге теләктәр менән
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте исеменән Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡова, Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоева, Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина, Ләлә Ғибәт ҡыҙы Бейешева, Мәхмүзә Ҡәлим ҡыҙы Ғәйнуллина, Гөлфинә Марс ҡыҙы Юламанова, Сәүиә Миңлеғәли ҡыҙы Ғәзизова, Гөлсара Шамил ҡыҙы Килдеғолова, Фидалиә Насыр ҡыҙы Сәғиҙуллина, Рәмилә Ғүмәр ҡыҙы Әбделғужина, Милүшә Муллаян ҡыҙы Йәнгирова (Борай).



Вернуться назад

Яндекс.Метрика