Тайбугиндар04.07.2015
ТайбугиндарОшо көндәрҙә иле­беҙҙең йәмле төбәге — Баймаҡ районының Байым ауылынан Ғәлиә Ғөбәйт ҡыҙы һәм Фәрит Мортаза улы Тайбугиндарҙы 40 йыл бергә йә­шәү­ҙәре уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерле атай, әсәй! Һеҙ тормоштоң ауыр мәшәҡәттәренә баш эймәйсә, күп йылдар йәмәғәт һәм хеҙмәт ойошмаларында ал-ял белмәй эшләп ҙур ихтирам ҡаҙандығыҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙҙе — биш баланы – аяҡҡа баҫтырып, башлы-күҙле иттегеҙ. Быларҙың барыһы өсөн дә һеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Киләсәктә лә имен һәм сәләмәт булып, бөтә яҡындарыбыҙҙың шәфҡәтен, игелеген һәм хөрмәтен тойоп, Аллаһ Тәғәләнең бәрәкәтен һәм иман нурын һеңдереп, бала-саға һәм ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙе ҡыуандырып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын һеҙгә.
Хоҙай һеҙгә именлеген бирһен,
Беҙҙән бары — изге теләктәр.
Балҡып торған йөҙөгөҙҙө күреп,
Ҡәнәғәтләнһен беҙҙең йөрәктәр.
Барлыҡ туғандары, яҡындары, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары исеменән Өфөнән Тайбугиндар ғаиләһе.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика