Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Етмештә лә елдәй елеп

Республика етәксеһе билдәле йәмәғәт эшмәкәре Гөлфиә Юнысованы юбилейы менән ҡотланы.

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағирәһе Гөлфиә Юнысованың “Туҡтатмағыҙ юлдарымдан...” тип исемләнгән әҙәби-музыкаль кисәһе үтте. Күренекле йәмәғәт эшмәкәре, журналист, бихисап китап авторы Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙын 70 йәшлек юбилейы менән республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡотланы.

Башҡортостандың халыҡ шағирәһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Гөлфиә Юнысова оҙаҡ йылдар “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире була, Рәсәй һәм Башҡортостан ҡытын-ҡыҙҙары ойошмаларының эшен ойоштороуҙа ла әүҙем ҡатнаша. Ул сәйәсмән булараҡ та танылыу алған шәхес: өс тапҡыр Өфө ҡала Советына, РСФСР-ҙың Юғары Советына, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутат итеп һайлана. Шуғалыр ҙа сараға депутаттар ҙа, дәүләт эшмәкәрҙәре лә күп килгәйне. Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев, шулай уҡ Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының яҡташтары, хеҙмәттәштәре, коллегалары сәхнә түренә сығып, йылы тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе.

Юбилей кисәһенә ҡарата Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте “Туҡтатмағыҙ юлдарымдан...” тип исемләнгән шиғырҙар йыйынтығын сығарған. Был шағирәнең нәшриәттә баҫылған 35-се китабы.

Кисәлә актерҙар, йырсылар, ижади коллективтар һәм башҡа билдәле сәнғәт әһелдәре ҡатнашты. Улар шағирәнең һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы башҡарҙы, шиғырҙарын уҡыны. Әйткәндәй, Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының шиғырҙарына 500-ҙән ашыу йыр яҙылған!

Быйыл шағирә бер генә юбилей датаһын билдәләмәй: әҙәби эшмәкәрлегенә – 50, журналистикаға килеүенә – 45, тормош иптәше, билдәле ғалим Мирас Иҙелбаев менән ғаилә ҡороуҙарына 50 йыл.

– Мин әле эшләйәсәкмен, пландарым күп! Шиғырҙар, әлбиттә, үҙенән-үҙе тыуа. Әле депутатлыҡ эшмәкәрлегем хаҡында яҙырға кәрәк, беҙ һынылыш осоронда эшләнек. Публицистик мәҡәләләр, республикабыҙҙың яҙыусылары, ижад кешеләре, билдәле шәхестәр менән әңгәмәләрҙән торған өс китап әҙерләнем, – ти тынғыһыҙ шағирә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 06.07.2018 // Юбилейҙар

Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡәҙерле һеңлебеҙ Сажиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Лотфуллинаны 50 йәшлек матур юбилейы...

Тотош уҡырға 2 678

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 08.06.2018 // Юбилейҙар

Баймаҡ районының 2-се Этҡол ауылында 12 балалы ҙур ғаиләлә тыуған иң оло апайыбыҙ Зәйтүнә Рәшит...

Тотош уҡырға 2 164

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 25.05.2018 // Юбилейҙар

Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡәҙерле әсә­йебеҙ Тәнзилә Заһи­ҙулла ҡыҙы Туҡаева­ны 80 йәшлек юбилейы менән...

Тотош уҡырға 2 455

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 04.05.2018 // Юбилейҙар

Күренекле педагог, Рәсәй Феде­рацияһының, Башҡорт­остан Респуб­ликаһының атҡаҙанған сәнғәт...

Тотош уҡырға 2 022

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 02.05.2018 // Юбилейҙар

Ошо көндәрҙә Ишембай районы­ның Йәнырыҫ ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Өфө ҡалаһында йәшә­гән ҡәҙерле...

Тотош уҡырға 2 337

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 17.04.2018 // Юбилейҙар

Көйөргәҙе районының Ҡотлоюл ауылында йәшәгән тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ, ҡайныбыҙ...

Тотош уҡырға 2 148

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 11.04.2018 // Юбилейҙар

Рәсәй юғары һө­нәри белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре, Башҡортос­тан­дың атҡаҙанған уҡытыусыһы,...

Тотош уҡырға 1 872

Ҡотлайым!

Ҡотлайым! 06.04.2018 // Юбилейҙар

Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәгән хөрмәтле Арсений Рәфҡәт улы Мөхәмәтйә­новты күркәм юбилейы...

Тотош уҡырға 1 907

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 30.03.2018 // Юбилейҙар

Класташыбыҙ, дуҫыбыҙ Ғәйфулла Ғәйнулла улы Хәйруллин үҙенең ғүмер байрамын — 80 йәшен билдәләй. Беҙ...

Тотош уҡырға 1 676

Ҡот­лайбыҙ!

Ҡот­лайбыҙ! 30.03.2018 // Юбилейҙар

Ҡыйғы районы Алағуз ауылында тыуып үҫеп, хәҙер Өфө ҡалаһында йәшәгән Әлиә Әлимбай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 162

Ҡотлайбыҙ

Ҡотлайбыҙ 21.03.2018 // Юбилейҙар

Бөгөн ҡәҙерле кешебеҙ, Мәләүез районының Антоновка ауылында йә­шә­гән әнейебеҙ, өлә­сәйебеҙ Рабиға...

Тотош уҡырға 2 761

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 02.03.2018 // Юбилейҙар

Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында тыуып үҫкән, әлеге көндә Өфөлә йәшәгән Әнисә Муса ҡыҙы...

Тотош уҡырға 1 924