Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ҡотлайбыҙ!Ейәнсура районының Буран­ғол ауылында тыуып үҫкән ҡәҙерле әсәйебеҙ Хәзирә Абдулла ҡыҙы ДҮШӘНБАЕВА ошо көндәрҙә 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Ул Абдулла менән Нәбирә Ҡунаҡҡужиндарҙың ғаиләһендә унынсы бала булып донъяға килә.
Тырыш, уңған, белемгә ынтылған ҡыҙ, ауыл мәктәбен уңышлы тамамлағас, Салауат педагогия училищеһына уҡырға инә, унан һуң йүнәлтмә буйынса Иглин районына эшкә ебәрелә. Ике йылдан һуң тыуған районына ҡайтып, Таҙлар урта мәктәбендә пионервожатый була, математика, география фәндәренән дә уҡыта.
Үҙенең ғүмер юлдашы, атайыбыҙҙы ла ошонда осрата әсәйебеҙ. Ошоға тиклем башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән Исмәғил Сәлимгәрәй улы Дүшәнбаев Таҙлар мәктәбендә хеҙмәт уҡытыусыһы, магазин директоры, ауыл Советы рәйесе лә булып эшләне. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, алдынғы сафта, эшенә яуаплы ҡарағаны өсөн оло хөрмәткә лайыҡ булды.
Хәзирә Абдулла ҡыҙы тормошта ла, эштә лә һынатманы. Ниндәй генә эш тапшырһалар ҙа, ихлас күңел менән башҡарҙы, күп һанлы маҡтау грамоталары шул турала һөйләй. 40 йыл фиҙакәр хеҙмәте “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” исеме менән билдәләнде. Иң ҙур бүләк – уҡыусылары рәхмәте, атай-әсәйҙәрҙең хөрмәте.
Тырыш, абруйлы ғаиләлә өс бала донъяға килә. Улдары Юнир урта мәктәпте уңышлы тамамлағас, хәрби сафтарҙа ил алдындағы бурысын үтәп, Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә. Уны тамамлағас, Иҫәнғол дауаханаһына эшкә ҡайта, унан Салауат ҡалаһына эшкә ебәрелә. Бер аҙ эшләгәс, Өфөләге “Аҡбуҙат” шифаханаһында, 46-сы поликлиникала баш табип урынбаҫары булып эшләй. 2010 йылдан алып 44-се поликлиникала баш табип вазифаһында Альбина киленебеҙ менән өс бала үҫтерә. Радмила ата-әсәһе юлынан китте – медицина университетында икенсе курс студенты, Булат 35-се мәктәптә белем ала, бәләкәстәре Тимурға – йәш.
Икенсе ҡыҙҙары Хәлиҙә Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында эшләй. Хәлиҙә менән Миҙхәт Атнағоловтар ғаиләһендә Әҙилә исемле ҡыҙ үҫә. Иң кесе ҡыҙҙары Зилфирә Өфө статистика һәм иҫәп-хисап технологиялары колледжын тамамлап, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында эш башлай, Өфө авиация техник университетын тамамлап, Башҡортостан Мәғариф министрлығында эшен дауам итә. Кейәүебеҙ Нашиҡ менән Астамир һәм Алан исемле ике ул тәрбиәләйҙәр.
Балаларҙы ир еткереп, ейән-ейәнсәрҙәргә һөйөнөп, бергә-бергә йәшәргә ине лә бит, ҡәҙерле атайыбыҙ өс йыл элек яҡты донъяларҙан китеп барҙы. Шулай ҙа әсәйебеҙ бирешмәй, тыуған нигеҙебеҙҙең ҡотон һаҡлап, үҙаллы донъя көтә.
Ҡәҙерлебеҙҙе һағынып, талпынып йыш ҡайтырға тырышабыҙ ата йортона.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә! Юбилейың ҡотло булһын, иҫән-һау бул, беҙҙе, ейән-ейәнсәрҙәреңде ҡыуандырып оҙон-оҙаҡ йәшә, бәхетле, матур ҡартлыҡ насип итһен Хоҙай!
Тормош юлдарынан атлағанда,
Һинең менән генә көслө беҙ,
Бул һин һәр саҡ беҙҙең арабыҙҙа,
Иң ҡәҙерле яҡын кешебеҙ!

Иң изге теләктәр менән балаларың Юнир, Хәлиҙә, Зилфирә, киленең Альбина, кейәүҙәрең Нәмиҡ, Миҙхәт, ейән-ейәнсәрҙәрең Радмила, Булат, Тимур, Астамир, Алан, Әҙилә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506