Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ҡотлайбыҙ!Бөгөн хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ Самат ҒӘЛИН үҙенең күркәм юбилейын билдәләй – уға 50 йәш тулды.
Самат Ғәлимйән улы күлдәре менән дан тотҡан Әбйәлил райо­нының мул һыулы Дарыулы йылғаһы буйын­дағы Хәлил ауылында тыуып үҫкән. Тырыш малай бәләкәйҙән әҙәбиәт менән ҡыҙыҡ­һына. Китапханаға йөрөүҙе ғәҙәткә индерә, әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен күпләп уҡый, унан күрмәксе бүтән дуҫ-иптәштәре лә китапҡа ылыға. Әйткәндәй, мәктәп йылдарында “Осҡон”, “Башҡортостан пионеры”, “Ленинсы”, “Пионер”, “Совет Башҡортостаны” кеүек баҫмаларҙы өйҙәренә алдырып уҡыуы ҡәләмгә тотонорға булышлыҡ итә. Тәүге шиғыр һәм мәҡәләләре төрлө гәзит-журналдарҙа ташҡа баҫыла. Һөҙөмтәлә уға “Йәш хәбәрсе” тигән исем бирелә. Әүҙем яҙышҡаны өсөн “Артек” Бөтә Союз пионер лагерына путевка менән бүләкләнә.
Тыуған ауылында IX класты тамамлағас, ул тәүҙә Сибай педагогия училищеһында белем эстәй. Һалдат бурысын үтәп ҡайтҡас, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынған егет Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультетына уҡырға инә.
Артабан “Осҡон” район гәзите редакцияһында уңышлы һынау үтә. Ҙур карапҡа оло һыу кәрәк, тиҙәр. Бынан һуң Сибай ҡалаһындағы “Атайсал” баҫмаһында ҡәләмен сарлай. Бының менән генә сикләнмәйенсә, хәбәрсе Өфөгә юллана. Баш ҡалаға килгәс, “Киске Өфө”, унан инде “Башҡортостан” республика гәзитендә эшләй. Бөгөн Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто” дәүләт унитар предприятиеһының Почет грамоталары менән бүләкләнгән Самат Ғәлимйән улы – баш мөхәррирҙең беренсе урынбаҫары. Хеҙмәттә­шебеҙ командировкаларға йөрөп, гәзит уҡыусылар менән дуҫлыҡ күперен булдыра, башҡа ойоштороу эштәрен ихлас башҡара. Ул өс йыл тирәһе Әбйәлил районының “Искра” дәүләт унитар предприятиеһы директоры-баш мөхәррире йөгөн дә уңышлы башҡарҙы.
Ир-ат өсөн 50 йәш ир уртаһына етеү тигән һүҙ, нәҡ йәшәү тәмен белгән саҡ. Ул ғаиләһенән дә уңды. Хәләл ефете – һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүсе Зөһрә Рәшит ҡыҙы менән бынамын итеп донъя көтәләр, улдары Ниязды аяҡҡа баҫтырыуға күп көс түгәләр.
Самат Ғәлимйән улы! Күркәм байрамың менән ҡотлап, шатлыҡ-ҡыуаныстарға мөлдөрәмә тулы ғүмер, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, бар маҡсат­тарыңдың да уңышлы тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Ялҡын тулы йөрәгеңдән дәрт тә, дарман да, ә инде беләгеңдән көс тә, ғәйрәт тә ҡайтмаһын. Изге уй-хыялдар, алдағы көндәргә өмөт һәм ышаныс, шул уҡ ваҡытта күңел бөтөнлөгө менән артабан да матур йәшәргә яҙһын!

Ҡотлау менән “Башҡортостан”дар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519