Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гөлсимә Оморҙаҡ ҡыҙы Сәлиховаға 55 йәш
Гөлсимә Оморҙаҡ ҡыҙы Сәлиховаға 55 йәш Бөгөн редакциябыҙҙа матур байрам – маркетинг һәм матбуғат таратыу бүлеге мөдире Гөлсимә Оморҙаҡ ҡыҙы Сәлихованың 55 йәшлек күркәм юбилейы. Хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙҙе ғүмеренең ике бишле миҙгеленә аяҡ баҫыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Гөлсимә Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында Рабиға Әхмәҙиә ҡыҙы һәм Оморҙаҡ Мөхәмәҙи улы Әүәлбаевтарҙың ишле, татыу ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә.
Мәктәптә үк ҡәләм тибрәтә башлай. “Башҡортостан пионеры”, “Һаҡмар” гәзит­тәрендә йәш хәбәрсе булараҡ йыш ҡына мәҡәләләре донъя күрә. VI класта уҡы­ғанда конкурста еңеп, Бөтә Союз “Артек” пионер лагерында “Йәш хәбәрселәр” сменаһында ял итеү бәхетенә эйә була.
Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында белем ала. Артабан бар ғүмерен гәзитебеҙгә бағышлай ул. Бында корректорҙан бүлек мөдиренә ҡәҙәр үрләй, тырышлығы, булдыҡлылығы, һәр эште күңелен һалып, еренә еткереп, теүәл башҡарыуы менән абруй ҡаҙана.
Редакцияның иң яуаплы, ҡайнап торған маркетинг һәм матбуғатты таратыу бүлегенә тиҫтә йылдан ашыу етәк­селек итеү дәүерендә Гөлсимә Оморҙаҡ ҡыҙы үҙен оҫта ойоштороусы итеп танытты. Заман һулышын, халыҡтың ихтыяжын нескә тойған хеҙ­мәттәшебеҙ гәзиттең республиканың һәр районында, сит өлкәләрҙә лә таратылыуына ҙур өлөш индерә. Уның реклама эшен дә оҫта алып барыуы баҫманың матди хәлендә баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә. Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Гөлсимә Сәлихова бай тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлаша, йәш менеджерҙарҙы клиенттар менән эшләү үҙенсәлектәренә өйрәтергә лә ваҡытын йәлләмәй. Уның фиҙакәр хеҙ­мәте Башҡортостан Республика­һының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды.
Ғаиләһендә лә бәхетле Гөлсимә Омор­ҙаҡ ҡыҙы. Тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләп үҫтереп, юғары белем, яҡшы тәрбиә бирҙеләр. Хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөү бәхетенә эйә улар.
Күркәм юбилейын билдәләгән хөр­мәтле хеҙмәттәшебеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ҡәҙер-һөйөүгә төрөнгән оҙон ғүмер, эшенең, ғаилә тормошоноң артабан да уңыштарҙан, шатлыҡ-ҡыуаныс­тарҙан тороуын теләйбеҙ. Тыуған көнөгөҙ ҡотло булһын, Гөлсимә Оморҙаҡ ҡыҙы!

“Башҡортостан” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Етмештә лә елдәй елеп

Етмештә лә елдәй елеп 28.11.2018 // Юбилейҙар

Республика етәксеһе билдәле йәмәғәт эшмәкәре Гөлфиә Юнысованы юбилейы менән ҡотланы....

Тотош уҡырға 1 637

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 06.07.2018 // Юбилейҙар

Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡәҙерле һеңлебеҙ Сажиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Лотфуллинаны 50 йәшлек матур юбилейы...

Тотош уҡырға 2 692

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 08.06.2018 // Юбилейҙар

Баймаҡ районының 2-се Этҡол ауылында 12 балалы ҙур ғаиләлә тыуған иң оло апайыбыҙ Зәйтүнә Рәшит...

Тотош уҡырға 2 173

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 25.05.2018 // Юбилейҙар

Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡәҙерле әсә­йебеҙ Тәнзилә Заһи­ҙулла ҡыҙы Туҡаева­ны 80 йәшлек юбилейы менән...

Тотош уҡырға 2 482

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 04.05.2018 // Юбилейҙар

Күренекле педагог, Рәсәй Феде­рацияһының, Башҡорт­остан Респуб­ликаһының атҡаҙанған сәнғәт...

Тотош уҡырға 2 031

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 02.05.2018 // Юбилейҙар

Ошо көндәрҙә Ишембай районы­ның Йәнырыҫ ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Өфө ҡалаһында йәшә­гән ҡәҙерле...

Тотош уҡырға 2 352

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 17.04.2018 // Юбилейҙар

Көйөргәҙе районының Ҡотлоюл ауылында йәшәгән тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ, ҡайныбыҙ...

Тотош уҡырға 2 156

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 11.04.2018 // Юбилейҙар

Рәсәй юғары һө­нәри белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре, Башҡортос­тан­дың атҡаҙанған уҡытыусыһы,...

Тотош уҡырға 1 880

Ҡотлайым!

Ҡотлайым! 06.04.2018 // Юбилейҙар

Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәгән хөрмәтле Арсений Рәфҡәт улы Мөхәмәтйә­новты күркәм юбилейы...

Тотош уҡырға 1 919

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 30.03.2018 // Юбилейҙар

Класташыбыҙ, дуҫыбыҙ Ғәйфулла Ғәйнулла улы Хәйруллин үҙенең ғүмер байрамын — 80 йәшен билдәләй. Беҙ...

Тотош уҡырға 1 683

Ҡот­лайбыҙ!

Ҡот­лайбыҙ! 30.03.2018 // Юбилейҙар

Ҡыйғы районы Алағуз ауылында тыуып үҫеп, хәҙер Өфө ҡалаһында йәшәгән Әлиә Әлимбай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 172

Ҡотлайбыҙ

Ҡотлайбыҙ 21.03.2018 // Юбилейҙар

Бөгөн ҡәҙерле кешебеҙ, Мәләүез районының Антоновка ауылында йә­шә­гән әнейебеҙ, өлә­сәйебеҙ Рабиға...

Тотош уҡырға 2 773