Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әбүбәкер Әхмәҙулла улы ИШМЫРҘИНды юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Әбүбәкер Әхмәҙулла улы ИШМЫРҘИНды юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Башҡортостан Республи­ка­һының атҡаҙанған уйлап табыу­сыһы, утыҙ дүрт уйлап табыу авторы, йөҙҙән артыҡ фәнни хеҙмәт, дүрт уҡыу әсбабы, дүрт моногра­фия авторы, техник фәндәр докторы, Өфө нефть техник университеты профес­соры Әбүбәкер Әхмәҙулла улы ИШМЫРҘИН­ға 80 йәш тулды. Уны күркәм юби­лейы менән ҡотлап, түбәндәге шиғырҙы арнайым.

“Ниһайәт, бейек “Алтын тауҙың”
Түбәһенә менеп баҫҡанһың…”

Иҫеңдәме, бала сағыбыҙҙа
Ҡар тауҙары яулап уйнаныҡ?
Малайҙарҙың бәһлеүәне булғас,
“Алтын тауҙы” гелән һин алдың.
Үҫеп еткәс, уҡыу һәм хеҙмәттә
Тайпылманың ниәт-уйыңдан,
Күтәрелә барҙың армыттарҙан
“Тау үренә” тотҡан юлыңдан.
Алпамыша – мәғрур вышкаларың
Алыҫтарҙа тороп ҡалғандар,
Тик шулар бит оло фән иленә
Үҙең өсөн юлдар һалғандар.
Шәкерттәрең менән бергәләшеп
Өйрәндең һин ерҙең серҙәрен,
Ҙур ғалимдар менән йәнәш тороп,
Яуланың һин ғилем үрҙәрен.
Һәм, ниһайәт, бейек “Алтын тауҙың”
Түбәһенә менеп баҫҡанһың,
Инде йәшәү, тормош матурлығын
Бейектәрҙән оҙаҡ байҡарһың.
Күҙ алдыңда ғына тыуған ерең,
Ҡарлуғаслы Өйә1 ярҙары,
Ишетелеп тора йәй көндәре
Мәндем2 һандуғасы йырҙары.
Йәш талиптар, яңы шәкерттәр ҙә
Килеп торор, һыуһап белемгә,
Һис өҙөлмәҫ юлдар “Алтын тауға” –
Сиктәр ҡуйылмаған ғилемгә!
Тантанаға бергә шатланайыҡ,
Һуң, йәшәү бит – әүҙем хәрәкәт,
Һанамайыҡ йылғыр йылдар һанын,
Киләсәккә ҡалһын бәрәкәт!
1 Өйә – Сәйетбаба ауылының ҡап уртаһынан ағып үткән йылға исеме.
2 Мәндем – Сәйетбаба ауылы янындағы йылға исеме.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Етмештә лә елдәй елеп

Етмештә лә елдәй елеп 28.11.2018 // Юбилейҙар

Республика етәксеһе билдәле йәмәғәт эшмәкәре Гөлфиә Юнысованы юбилейы менән ҡотланы....

Тотош уҡырға 446

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 06.07.2018 // Юбилейҙар

Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡәҙерле һеңлебеҙ Сажиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Лотфуллинаны 50 йәшлек матур юбилейы...

Тотош уҡырға 848

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 08.06.2018 // Юбилейҙар

Баймаҡ районының 2-се Этҡол ауылында 12 балалы ҙур ғаиләлә тыуған иң оло апайыбыҙ Зәйтүнә Рәшит...

Тотош уҡырға 905

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 25.05.2018 // Юбилейҙар

Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡәҙерле әсә­йебеҙ Тәнзилә Заһи­ҙулла ҡыҙы Туҡаева­ны 80 йәшлек юбилейы менән...

Тотош уҡырға 762

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 04.05.2018 // Юбилейҙар

Күренекле педагог, Рәсәй Феде­рацияһының, Башҡорт­остан Респуб­ликаһының атҡаҙанған сәнғәт...

Тотош уҡырға 840

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 02.05.2018 // Юбилейҙар

Ошо көндәрҙә Ишембай районы­ның Йәнырыҫ ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Өфө ҡалаһында йәшә­гән ҡәҙерле...

Тотош уҡырға 868

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 17.04.2018 // Юбилейҙар

Көйөргәҙе районының Ҡотлоюл ауылында йәшәгән тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ, ҡайныбыҙ...

Тотош уҡырға 845

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 11.04.2018 // Юбилейҙар

Рәсәй юғары һө­нәри белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре, Башҡортос­тан­дың атҡаҙанған уҡытыусыһы,...

Тотош уҡырға 880

Ҡотлайым!

Ҡотлайым! 06.04.2018 // Юбилейҙар

Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәгән хөрмәтле Арсений Рәфҡәт улы Мөхәмәтйә­новты күркәм юбилейы...

Тотош уҡырға 934

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 30.03.2018 // Юбилейҙар

Класташыбыҙ, дуҫыбыҙ Ғәйфулла Ғәйнулла улы Хәйруллин үҙенең ғүмер байрамын — 80 йәшен билдәләй. Беҙ...

Тотош уҡырға 769

Ҡот­лайбыҙ!

Ҡот­лайбыҙ! 30.03.2018 // Юбилейҙар

Ҡыйғы районы Алағуз ауылында тыуып үҫеп, хәҙер Өфө ҡалаһында йәшәгән Әлиә Әлимбай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 877

Ҡотлайбыҙ

Ҡотлайбыҙ 21.03.2018 // Юбилейҙар

Бөгөн ҡәҙерле кешебеҙ, Мәләүез районының Антоновка ауылында йә­шә­гән әнейебеҙ, өлә­сәйебеҙ Рабиға...

Тотош уҡырға 920