Донъя чемпионы менән алыштыҡ!17.11.2011
Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө алдынан “Башҡортостан” гәзите редакцияһы коллективы матбуғат ветерандарын Матбуғат йортона байрам менән тәбрикләү өсөн йыйҙы.
Ә быйылғы күрешеү өлкәндәрҙең күңелендә оҙаҡ һаҡланасаҡ әле, сөнки шашка буйынса биш тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина кеүек шәхес менән күҙмә-күҙ осрашыу, талантлы спортсынан йылы ҡотлау һүҙҙәре ишетеү шатлығы һәр кемгә лә тәтемәй. Ул ғынамы, ветерандарыбыҙ донъя чемпионы менән ойошторолған шашка турнирында көс һынашырға ла баҙнат итте.


Вернуться назад