Ҡалаҡ яһау серҙәре25.04.2013
Ағастан юнып, семәрләп ниндәйҙер әйбер яһауҙың да үҙ алымы, сере бар. Шуға ла уйығыҙҙы тормошҡа ашырыр өсөн ябай ғына, шул уҡ ваҡытта көнкүрештә кәрәкле нәмәләрҙән башларға кәңәш итәбеҙ. Мәҫәлән, ҡалаҡ, сүмес һәм башҡа шундай кәрәк-яраҡтан.

Ағас ҡашыҡтар хәҙер һирәк осрай, ул да булһа станоктарҙа эшләнә. Ҡулдан яһалғанына иһә һәр саҡ өҫтөнлөк бирелә, хатта оҫтаның "маркаһы"на тиклем иҫәпкә алына. Бындай йыһаздар беҙгә боронғолоҡто килтереп еткерә, хәҙерге заман һулышын өрә. Цивилизацияның түренә үткән һайын кеше тәбиғилеккә тартыла бит.
Бөгөнгө оҫталар һауыт-һаба яһағанда йүкә, уҫаҡ, ҡайынды һайлай. Элек саған да ҡулланылған. Нисек кенә булмаһын, киптерелгән ағасты эшкәртер алдынан 2-3 сәғәт парҙа тотоп, дымлылығын 15-20 процентҡа еткерәләр.
Ҡалаҡ яһау ысулы һүрәттә эҙмә-эҙлекле күрһәтелгән. Эшләнмәнән саҡ ҡына оҙонораҡ итеп түмәр киҫелә, һуңынан ул ярҡаларға бүленә. Мәҫәлән, балаларҙың нәҙек ҡалағына — 170 х 55 х 25 мм, аштыҡына — 195 х 80 х 45 мм.
Ярҡанан тәүҙә ҡалаҡ формаһын яһайҙар (2-се һүрәт), һуңынан инде ҡасау менән эсен алалар. Был эште башҡарғанда ҡасау ҡара-ҡаршы тотола, бер яҡҡа нығыраҡ батырһаң, ул ярылып китәсәк. Уйылған урын ҡалаҡтың ян-яғынан 4-5 мм булырға тейеш. Һабын бик һаҡ эшләргә кәрәк. Уның уртаһынан алып бысаҡты ике яҡҡа — башына һәм һабының өҫ яғына табан — йөрөтөргә кәрәк. Бер яҡҡа ғына эшләгәндә, ярылыуы ихтимал. Шулай итеп, тәүге "операция" тамамлана. Әҙер ҡалаҡтар тышҡа, күләгәгә киптерергә ҡуйыла. Кипкән саҡта аҙ ғына сәрпәкләнгән урындары була. Өс көндән һуң материалды алып, тағы бысаҡ, ҡасау менән бер аҙ йоҡартып шымартаһың.
Һуңғы эш — ҡалаҡты биҙәү. Әйтәйек, бәғзе бер оҫталар һабына һырлап геометрик фигуралар яһай. Был алым рәсми телдә "хотьковский" ысулы тип атала. Ә бына Себер, Архангель, Владимир ҡалаҡтарына төҫлө һүрәттәр төшөрөлә. Вятканыҡыларға биҙәктәр яндырып эшләнә. Беҙҙең халыҡ иһә сүмес, ҡалаҡтарҙы, башҡа һауыт-һабаны биҙәмәгән — тәбиғи килеш ҡулланыуға сығарған. Тик оҫтаның тамғаһына йәки ырыу орнаментына өлөшләтә генә өҫтөнлөк бирелгән.


Вернуться назад