Иң-иңдәре...05.04.2013
Бөйөк Британияның Кью ҡалаһында урынлашҡан Королдәрҙең ботаник баҡсаһына йыл һайын 1 миллион кеше килә. Уның 132 гектар биләмәһендә 40 архитектура ҡомартҡыһы, шулай уҡ 40 меңдән ашыу үҫемлек бар. 2003 йылдың 3 июлендә Кью баҡсаһы БМО-ның тарихи ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән.

* * *
ХVII быуат аҙағында Франция короле Людовик ХIV бойороғо буйынса Андре Ленотр Версалдәге һаҙлыҡлы урында иҫ киткес баҡса ултырта. Парктың дөйөм майҙаны — 6070, ә ғәжәйеп матур баҡсаһы 100 гектар тәшкил итә.

* * *
Италияның Кавриджлия ҡалаһындағы Розето ди Кавриджлия розарийында 7 500-ҙән ашыу рауза төрө тупланған.

* * *
Париждың Тәбиғи тарих музейы гербарийында 8 880 мең төр киптерелгән үҫемлек бар.


Вернуться назад