Һорау — яуап05.04.2013
— "Гавриш" фирмаһы һатыуға сығарған орлоҡ пакеттарында С5, F2, N һымаҡ символдар баҫылған. Һуңынан былай тиелгән: "Орлоҡтар сәсеү алдынан эшкәртеү талап итмәй". Барлыҡ хәреф һәм һандар айырым-айырым нимәне аңлата икән?
— Ошондай яҙыуҙарға осраһағыҙ, аптырамағыҙ. "Сәсеү алдынан эшкәртеү талап ителмәй" тигән һүҙҙәр, орлоҡтарҙың һаҡлағыс препараттар менән эшкәртелгәнен аңлата. Уларҙың үҫентеләре лә ҡоротҡос бөжәктәргә бирешмәй. Быларҙан тыш, ГОСТ-ҡа ярашлы, ундай орлоҡтар махсус технологиялы һеркә менән дә эшкәртелә. Әйткәндәй, "Гавриш" төрлө үҫеш микроэлементтарын ҡулланмай.
С5, F2, N символдарына килгәндә иһә, улар томат орлоҡтары пакеттарында ғына була. Мәҫәлән, С5 — кладиоскороза, F2 — фитофтароз ысығына, N нематома ауырыуҙарына ҡаршы тороуҙы аңлата.

* * *
— Нимә ул Пекин кәбеҫтәһе?
— Яҙҙың тәүге айҙарынан уҡ теплицаларҙа Пекин кәбеҫтәһен салат, аш өсөн үҫтерә башларға була. Апрелдә, мәҫәлән, беҙҙең яҡтарҙа яҡтылыҡ та, һалҡынға сыҙамлы булыуын иҫәпкә алһаң, йылылығы ла етә. Шулай булғас, йылылыҡ тотор өсөн яғыулыҡ күп китмәй, баҙарҙағыға ҡарағанда үҙҡиммәте түбәнерәк килеп сыға. Был төр кәбеҫтә 15 градуста үҙен яҡшы тоя, тик төндәрен 7-8-ҙән төшөрлөк булмаһын. Уның төп үҙенсәлеге шунда: тиҙ өлгөрә. Бер ай эсендә үк салатҡа өҙә алаһығыҙ. Тик шуныһын хәтерҙә тотоғоҙ: башҡа культураларға һымаҡ уҡ, уға ла минераль ашламаларҙы йәлләргә ярамай. Сәскәндә рәт араларын — 25, ә үҫентеләрҙекен 8–10 сантиметр итеп ҡалдыралар.


Вернуться назад