Картуфты нисек һаҡларға?11.01.2013
Бәрәңге сирҙәре, нигеҙҙә, һабаҡта була. Шуға күрә ҡаҙа башлағансы, бер аҙна алдан, картуфтың һабағын сабып, баҡсанан ситкә сығарырға кәрәк. Һабаҡтан, сүп үләндәренән таҙарған бураҙналар тиҙерәк кибә, ҡояш нурҙары тупраҡты дезинфекциялай, шул уҡ ваҡытта бәрәңгенең ҡабығы нығый һәм ҡаҙғанда имгәнмәй.
Уңышты аяҙ көндә йыйып алырға тырышығыҙ. Ул кәм тигәндә өс-дүрт сәғәт ҡояш нуры аҫтында ятһа, бер йылға етерлек сынығыу ала. Орлоҡ бәрәңгеһе ике аҙналап (йәшелләнгәнсе) сынығырға тейеш, шул ваҡытта ғына ҡабығында сирҙәрҙән, сысҡандан һаҡлаусы соланин алкалоиды тигән матдә барлыҡҡа килә.
Бәрәңгене шунда уҡ баҙға һалырға ашыҡмағыҙ. Ҡараңғы, саф һауалы, йылы (10 — 15 градус) урында, ағас йәшниктәргә һалып, бер ай тотоғоҙ, шунан һуң ғына ҡабат һайлап, сүпләп, баҙға төшөрөгөҙ. Бәрәңге ағас йәшниктә йәки селтәрле тоҡта һәйбәт һаҡлана.
Орлоҡлоҡ бәрәңгене 4-5 градус йылы урында һаҡлайҙар, ашарға тигәненә 2-3 градус йылылыҡ та етә. Унан түбәнерәк температурала бәрәңге туңа һәм крахмалы шәкәргә әйләнә, баллана. Дөрөҫ, картуф өшөмәгән булһа, бүлмә температураһында ете-ун көн тотһаң, баллы тәме бөтә.
Орлоҡ бәрәңгеһе өҫтөнә көл йәки эзбиз оно һибергә онотмағыҙ. Был уларҙы сирҙәрҙән һаҡлай. Сысҡан да көл араһында аҡтарынырға яратмай.


Вернуться назад