Тәҙрә төбөм "гөл" генә!23.03.2022
Беҙҙең һауа шарттарында йылылыҡ яратҡан культураларҙың үрсетмәһен йыш ҡына тәҙрә төбөндә үҫтерәләр. Бала саҡта өләсәйем йәшәгән фатирҙың көньяҡҡа ҡараған тәҙрә төптәренә февраль аҙағында уҡ орлоҡ сәселгән йәшниктәр ҡуйылыуын, йәш үҫентеләрҙең тәүге япраҡтары күренеүен ҙур мөғжизә итеп ҡабул итә торғайным.

ХVIII быуатта рус агрономы А.Т. Болотов Европанан перуан “алтын алмаһы”ның (помидорҙың) орлоғон алып ҡайта. Рәсәйҙәге һалҡын һауа шарттарында томат өлгөрөп етмәгәнгә күрә, Болотов уны үрсетмә аша үҫтерергә тәҡдим итә.

Баҡсасылар ошо алымды әле лә уңышлы ҡуллана. Мартта сәселгән үрсетмә апрелдә ғәҙәттә тәүге һынауҙы үтә – айырым һауыттарға йәки иркенерәк йәшниктәргә күсереп ултыртыла. Айырым һауытҡа ултыртылған үрсетмә тупраҡҡа күсерелгәс тә тиҙерәк яраҡлаша. Тик һыуҙы етерлек һибергә кәрәк. Үҫентенең тамырҙары артһын өсөн һауытҡа тупраҡ өҫтәп тороу шарт. Апрель башында үрсетмәнең 4-5 япрағы сығырға тейеш. Был осорҙа йомшаҡ органик-минераль ашлама индереү зарур.

Йортоғоҙҙоң тәҙрәләре көньяҡҡа, көньяҡ-көнсығышҡа йәки көньяҡ-көнбайышҡа ҡараһа, тимәк, үрсетмәләргә яҡтылыҡ етә. Ә ҡараңғыраҡ фатирҙарҙа яҡтылыҡҡа ҡытлыҡ мәсьәләһен фитояҡтыртҡыстар хәл итә ала. Томат үҫентеләре өсөн инфраҡыҙыл нурҙары аҙ булған диодлы яҡтыртҡыс файҙаланырға кәрәк. Үрсетмәне марттың тәүге яртыһында сәсһәгеҙ, уны тиҙ арала үҫтереүҙең кәрәге юҡ, шуға күрә фитояҡтыртҡыс файҙаланмағыҙ. Ниндәйҙер сәбәп арҡаһында сәсеүҙе һуңға ҡалдырһағыҙ, яҡтыртҡыс шытымды 1-2 аҙнаға тиҙләтәсәк.

Үрсетмә, айырыуса помидор өсөн тағы ла бер мөһим мәсьәлә – ул ҡулай температура. Көндөҙ ул +20-22°С, ә төндә 5 градусҡа түбәнерәк булырға тейеш. Бындай температура һабаҡты, тамырҙы нығытыу, үҫентене сыныҡтырыу мөмкинлеген бирәсәк. Әммә беҙҙең фатирҙарҙа ҡулай температураны һаҡлау еңелдән түгел – радиаторҙар үтә ныҡ йылыта. Шуға ла апрелдә үрсетмәне уларҙан алыҫыраҡ тоторға, һис юғында торбаларҙы ҡаплап ҡуйырға кәңәш ителә. Үҫентенең эргәһенә термометр элеп, температураны көйләргә тырышығыҙ, боҙ һалынған һауыттар ҡуйыу һауаны бер аҙ һыуытырға ярҙам итер. Тәҙрә төбөндәге үрсетмәне балконға йәки лоджияға күсерергә була – яҡтылыҡ та етерлек, температура ла ҡулай.

Үҫкән һайын үрсетмәгә һыу күберәк кәрәк. Тургорҙы (туҡымаларҙағы дымды) һаҡлап ҡалыу өсөн үҫемлектәр һибелгән һыуҙың 99 процентын үҙләштерә. Дым етмәһә, башта япраҡтары, унан һабағы һулый һәм үрсетмә һәләк була, шуға күрә тупраҡтың өҫтө кипкән икән, мотлаҡ һыу һибеү шарт. Әлбиттә, һыуҙың саманан тыш күп булыуы ла үҫенте тамырҙарының сереүенә, тупраҡтың әсеүенә, сирҙәрҙең таралыуына килтерә. Ғәҙәттә, үрсетмәгә фильтр йәки “Шарлауыҡ” препараты аша үткәрелгән йомшаҡ һыуҙы аҙнаһына 2-3 тапҡыр һибергә кәңәш ителә. Ҡаты һыу иһә тупраҡтың структураһын боҙа, файҙалы элементтар үҙләштерелмәй ҡала. Һыу сифатын яҡшыртыуҙың тағы ла бер алымы – “ФитоКислинка” ҡулланыу. Ул тупраҡты тоҙ ултырмаларынан һаҡлай. Үрсетмәгә һибелгән һыу температураһы +30°С булырға тейеш.

Үҫентеләрҙе ваҡытында сыныҡтырыу, уларға профилактика үткәреү шарт. 10-14 көнгә бер тапҡыр “Фитоспорин-М Рассада” иретмәһен бөркөргә кәрәк. Апрелдең икенсе яртыһында иһә көндәр йылытҡан осраҡта үҫентеләрҙе асыҡ һауаға (башта бер-ике сәғәткә) сығарырға була. Ҡырау төшмәһә, уларҙы төндә лә тышта ҡалдырырға мөмкин. Сыныҡҡан үрсетмә тупраҡҡа күсереп ултыртыуҙы еңелерәк кисерә, тиҙерәк үҫә, сирҙәргә бирешмәй. “Фитоспорин” препараты менән профилактика үткәреү бөтөнләй сирләмәҫкә ярҙам итәсәк.


Вернуться назад