Картуф, картуф, һин ҡайҙан?21.08.2018
Картуф, картуф, һин ҡайҙан?Картуфтың тыуған ере Көньяҡ һәм Урта Америка илдәре иҫәпләнә. Нәҡ ошонда уның бөгөн дә ҡырағай, үҙенсәлекле төрҙәре үҫә, нәҡ ошонда бынан һигеҙ мең йыл элек һинд ҡәбиләләре уны культуралы үҫемлек булараҡ файҙалана башлаған.


Испандар өсөн
тәмле тәғәм


Европаға картуфты XVI быуатта бөйөк географик асыштар заманында килтерәләр. Мәҫәлән, Кастильянос фамилиялы испан кешеһе, 1536 йылдағы экспедицияла ҡатнашып, яңы төр үҫемлектең төҫөн, тәмен һүрәтләп, былай тип яҙа: “Һиндтарға – бүләк, испандар өсөн тәмле тәғәм”. Икенсе экспедицияла ҡатнашҡан Сиэс де Лэон картуф менән 1538 йылда Перуҙа таныша, 1553 йылда баҫылған китабында яҙып сыға. Вильдивий иһә 1551 йылда, алда телгә алған китап баҫылғансы уҡ, император Карл Бишенсегә испан­дарға билдәле булмаған культураның Чилиҙа үҫеүе тураһында еткерә.
1565 йылда картуфты тәү тапҡыр Испанияға күпләп алып ҡайтһалар, тағы һигеҙ йылдан инде уны ауырыуҙар өсөн махсус алдыра башлайҙар. Ә бына инглиздәр “ер алмаһы” менән испандар аша танышмай: 1578 йылда адмирал Дрейк Чили эргәһендәге утрауҙа булып, унда картуф үҫтерелгән майҙансыҡтарға тап була. Уның аборигендарҙың төп ризығы икәнен билдәләй. Үҙе Англияға 1586 йылда тәүге партия тамыраҙыҡ алып ҡайта.
Шулай итеп, Испания менән Англияға тәүләп картуф XVI бы­уаттың икенсе яртыһында килте­релгән тип иҫәпләнә. Һуңынан инде ул XVII быуат буйы барлыҡ Европаға таратыла. Тәүҙә төрлө илдәрҙә дарыу өсөн үҫтерелә, яйлап шәхси баҡсаларға, крәҫтиән баҫыуҙарына күсә башлай. Бөгөн күп халыҡтар уны “икенсе икмәк”кә тиңләй. Әйтергә кәрәк, һис тә урынһыҙ түгел.
Рәсәйҙә...

Беҙгә картуф Көнбайыш Европа илдәрендә үҫтерелә башлағандан һуң 100 йыл үткәс килеп эләгә. Ә инде XVIII быуат урталарына ныҡлап индерелә. Башҡа илдәргә ҡарағанда, беҙҙә ул шунда уҡ аҙыҡ булараҡ ҡулланыла. Европала тәүҙә дарыу урынына файҙа­ланалар, табиптар картуф һутын С витамины өсөн эсергә ҡушҡан.
Рәсәйгә яңы тамыраҙыҡ тәүҙә Польша һәм Латвиянан килә. Унда 1676 – 1678 йылдарҙан үҫтерелеүе билдәле. Күҙаллауҙарынса, Варшавалағы король хужалығынан Көнбайыш Украина, Белоруссия һәм Латвияға эләккән, һуңғараҡ – Киев губернаһына. Был ту­рала 1764 йылда тәүге тапҡыр архив документтарында телгә алына.
Рәсәйҙең ул саҡтағы ирекле иҡтисад йәмғиәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Петр I яҡынса 1697 – 1698 йылдарҙа Голландиянан фельдмаршал Б.П. Шереметьевҡа бер тоҡ картуф ебәргән. Уның 1736 йылда Петербург эргәһендә­ге дарыухана баҡсаһында күпләп үҫтерелеүе билдәле. 1741 йылда иһә, нәзәкәтле ризыҡ булараҡ, юғары дәрәжәләге банкеттарҙа биргәндәр. Рус армияһы 1756 – 1763 йылдарҙағы ете йыллыҡ һуғышта Пруссияла картуф менән таныша, ҡуллана башлай. Рәсәйгә лә улар күпләп алып ҡайта.
1765 йылдың 19 ғинуарында Се­наттың махсус Указы сыға. Медицина коллегияһы, йыш ҡабатланып торған аслыҡтан халыҡты һаҡлау маҡсатында, “ер алмалары”н һәр губернала үҫте­рер­гә тәҡдим итә. Сенат медицина кол­легияһына картуф һатып алып, урындарға таратыуҙы бурыс итеп ҡуя, аҡса бүлә. Орлоҡто Петербургтан, Кронштадттағы Англия караптарынан, Пруссиянан алалар. Ошо уҡ йылдың яҙына Выборг, Новгород, Петербург, Әстрхан губерналарына сәсергә оҙаталар. Шунда уҡ ике “Наставление” баҫыла: беренсеһе – үҫтереү буйынса агротехник ҡулланма, икенсеһе – тамыраҙыҡты һаҡлау һәм күсереп йөрөтөү. Ике ҡағиҙә лә яңы йәшелсә үҫтереүҙә тәүге баҫма хеҙмәт һанала. Көҙөн иһә тағы ла һатып алыуҙы ойошторалар, ләкин эш һалҡын осорға ҡала һәм орлоҡтоң күпселек өлөшө туңып әрәм була.
1765 йылда таратылып үҫтерелгән картуфтан мул уңыш алыусылар ҙа була. Мәҫәлән, Новгородтан бер баҡсасы 45 килограмм орлоҡ сәсеп, 3 740 кило ҡаҙып ала. Был турала “Петербургские ведомости” 1766 йылдың 10 февралендә яҙып сыға. Баҡһаң, теге кеше һәр бүлбене уртаға ярып сәскән икән.
ХVIII быуат аҙағына картуф баҡса­ларҙан бер-ике дисәтинәлек баҫыуҙарға күсерелә башлай. Ул саҡта Рәсәйҙә күпләп шалҡан үҫтергән булалар. “Ер алмаһы” уны уҙып китеп, киләһе йылдарҙа ла халыҡтың яҡлауын таба.
XIX быуаттың 30-40-сы йылдарында, Николай I ваҡытында, был культура бөтөн Рәсәй буйынса таратыла. Ҡабатланып торған аслыҡты булдырмау маҡсатында илдең һәр төбәгендә үҫтереп, орлоҡҡа таратырға кәрәклеге тураһында батша тарафынан өс ҡарарға ҡул ҡуйыла. Тәүгеһендә “Ҡаҙна крәҫтиәндәре ерҙәрендә Рәсәй буйынса таратыр өсөн картуф үҫтерергә” тиелә. Икенсеһе яңы төр йәшелсәне етеш­тереү буйынса күрһәтмә баҫтырыуҙан ғибәрәт булһа, өсөнсөһө – уңышҡа өлгәшкән хужаларҙы дәртләндереү.
Әйтергә кәрәк, бөтәһе лә ҡушҡуллап риза булып эшкә тотонмай. Киреһенсә, илдең ун бер губернаһында крәҫтиән болалары башлана. Ул тарихҡа “Картуф бунты” булараҡ инеп ҡала. Ләкин баш күтәреүселәр Батша ҡарарының тәүге өлөшөн дөрөҫ аңламай. Улар картуфҡа, уны үҫтереүгә ҡаршы булмай. Тик үҙ ерҙәрендә, йәмәғәт башланғысында үҫтереүҙе үҙҙәрен крепостнойлыҡҡа күсереү тип иҫәпләйҙәр. Боларыш шул тиклем көс ала, хатта хөкүмәт уны баҫтырыуға армия ҡуллана. 1844 йылдағы Батша Указы ҡаҙна крәҫтиәндәре ерендә мотлаҡ картуф үҫтереүҙе тыя, шулай уҡ уңғандарға аҡсалата дәртләндереүҙе лә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фитофтороз ауырыуы яңы башланғысҡа аяҡ сала. Рәсәйҙә селекция менән шөғөлләнмәү үҙенекен итә – орлоҡто сит илдәрҙән генә һатып алырға мәжбүр булалар. Рәсәй картуфын таратыуға, яңы сорттар сығарыуға Е.А. Грачев атлы Петербург баҡсасыһы күп көс һала. Иң тәүҙә ул сит ил сорттарын беҙҙең тәбиғәт шарттарына яраҡлаштыра. Шулай уҡ “Иртә өлгөрөүсән рауза”, “Император Рихтер” һымаҡ киң таралған сорттарҙы ерләштерә. Төрлө сорттар­ҙың ыңғай яғын һәм кәмселектәрен күрһәтеп, каталог төҙөй. Шулай уҡ ҡайһы сорттың кем, ниндәй фирма тарафынан барлыҡҡа килтереүе тураһында ла мәғлүмәт бирә.
Грачев үҙе йөҙҙән ашыу яңы сорт барлыҡҡа килтерә. Вена, Брюссель, Кельн, Париж һәм сит илдәрҙең башҡа ҡалаларында үткән ауыл хужалығы күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Барлығы 60 миҙал менән бүләкләнә. Шуларҙың 10-ы алтын булһа, 40-ы – көмөш, 10-ы – бронза.
1890 йылда үткән Бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә Грачевтың 250 картуф сорты ҡуйыла. Ғаилә тәжрибә баҫыуҙарында үҫкән орлоҡ Беренсе донъя һуғышына тиклем ил буйынса һатыла. Һуңынан картуф селекцияһын Н.Я. Никитинский алып бара. Ул Грачевтың ҡыҙынан барлыҡ сорттарҙы һатып алып, Рязань губернаһында үҫтерә башлай. Сит илдәрҙән дә күпләп яңы сорттар килтертә. Никитинскийҙың коллекцияһында 400 сорт үҫтерелә! Костино хужалығы илдә берҙән-бер ҙур орлоҡсолоҡ хужалығы иҫәпләнә.
1912 йылда Никитинский вафат була. Уның эшен ҡатыны дауам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, революциянан һуң Костино усадьбаһы тарҡала, дәүләт тарафынан яҡлау булмағас, орлоҡсолоҡ эше лә түбәнгә тәгәрәй. Тик 1920 йылда Коренев картуф хужалығы ойош­торолғас ҡына, уның директоры А.Г. Лорх Костинолағы Никитинский орлоҡтарының бер өлөшөн яңы урынға күсерә. 1930 йылға инде үҙебеҙҙең совет сорттарынан яңыса “Лорх” һәм “Кореневский” сорттары барлыҡҡа килә.
Хәҙерге ваҡытта яңынан-яңы сорттар сығарыу буйынса Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү институты, төбәк институттары уңышлы эшләй.


Вернуться назад