Иң шәп шифа – баҡсала16.08.2018
Август – муллыҡ айы. Ниғмәттәре – йәшелсә, емеш-еләк – матурлыҡ сығанағы ла. Уларҙан төрлө битлектәр эшләү файҙалы.

Алма – биттәге ялҡынһыныуға ҡаршы бик шәп сара. Өҫтәүенә бет­сәләрҙе лә бөтөрә. Ҡояшта бит тиреһе бешһә йәки һалҡында өшөһә, ҡырғыс­тан үткәрелгән алма ярҙамға килә.
Ярты алманы ваҡ ҡырғыстан үткәреп, бер балғалаҡ бал, бер йомортҡа һарыһы, бер балғалаҡ алма һеркәһе, үҫемлек майы һа­лып болғатығыҙ. Был битлек бит тиреһен дымландырыу өсөн дә һәйбәт.
Ҡурай еләгенән яһалған битлек тирене йомшарта, ҡара нөктә­ләрҙе, пигмент таптарын бөтөрә. Ҡоро тире өсөн шифалы битлек яһау алымы: ике аш ҡала­ғы еләккә 1-2 балғалаҡ бал һалып иҙергә һәм 20 минутҡа биткә һы­ларға. Йыуғандан һуң тирегә зәй­түн майы һөртөргә. Битлекте ун көн дауамында яһағанда, ваҡ йы­йыр­сыҡтар күҙгә күренеп кәмер.
Бит тиреһен йәшәртеү өсөн ике аш ҡалағы иҙелгән ҡурай еләгенә бер аш ҡалағы ҡаймаҡ, зәйтүн майы ҡу­шып болғатырға һәм 20 минутҡа биткә яғырға.
Майлы тирене таҙартыу өсөн ике ҡалаҡ еләккә ике ҡалаҡ дөгө оно ҡушып, битлек яһарға.
Ҡара ҡарағат битлектәре айырыуса үҫмерҙәр өсөн файҙалы. Ундағы А, Н, С витаминдары тиренең ялҡын­һыныуын дауалай, бетсәләрҙе, һип­кел­дәрҙе, туттарҙы бөтөрә. Иҙелгән ҡара ҡарағатта арыш икмәге йом­шағын ебетеп, биткә һөртәләр. Ул тирене таҙарта. Икмәк урынына шулай уҡ кефир ҡушырға мөмкин.
Ҡыяр һуты – иң шәп лосьон. Ул бит тиреһен таҙартып ҡына ҡалмай, киңәйгән күҙәнәктәрҙе тарайта, тирене ағарта, арыу эҙҙәрен бөтөрә.
Бит тиреһе майлы һәм күҙәнәкле булһа, ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән ҡыярға бер йомортҡа ағы йәки бер нисә тамсы лимон һуты ҡушығыҙ. Тире ҡоро икән, ҡырғыстан үткәрелгән ҡыярға ике аш ҡалағы ҡаймаҡ ҡушалар. Ошо битлекте 10-15 минутҡа таҙар­тылған тирегә һөр­тә­ләр. Артабан йылымыс һыу менән битте йыуалар. Һыу урынына сәй йәки яңы һығылған ҡыяр һутын да ҡулланырға була.
Картуф йыйырсыҡтарҙы бөтөрөргә ярҙам итә. Сей картуф күҙ төбөндәге шешенкелекте лә кәметә. Яңы һығып алынған картуф һуты менән биттәге бетсәләрҙе дауаларға мөмкин.
Тире ялҡынһынып китһә, бешкән картуфты төйөп, аҙ ғына һөт ҡушырға (бер балғалаҡ глицерин һалырға ла ярай) һәм йылы килеш биткә һөртөргә. Өҫтөнә пергамент ҡағыҙы ябып, битлекте 20 минут самаһы тоторға.

Ғ. ИБРАҺИМОВА әҙерләне.


Вернуться назад