Юл япрағын ҡулланмаған кеше юҡ26.09.2017
Юл япрағын ҡулланмаған кеше юҡ Бар ерҙә лә үҫкән, бәләкәйҙән һәр кемгә таныш юл япрағының (подорожник) бик күп төрҙәре бар, ләкин барыһы ла бер иш һымаҡ булғанға, уларҙы дөйөм исем менән атарға мөмкиндер.
Бәләкәйҙән хәтеремдә: уйнап йөрөгәндә саҡ ҡына киҫелгән урын булһа, шунда уҡ өҙөп алынған юл япрағын саҡ ҡына ыуалап, яраға бер аҙ баҫып торһаң, ҡан ағыуы туҡтар ине. Әсәйемдең эҫе һыуҙа ебетеп шешеккә япҡанын да иҫләйем. Ашҡаҙан сиренән яфаланған баҡсалаш күрше апайҙың юл япрағын шул килеш өҙөп, сәйнәп, һутын һурып йөрөгәнен күргәнем бар.
Дөйөм алғанда, юл япрағын ҡулланмаған даирә юҡтыр ул. Ҡатын-ҡыҙҙар унан төрлө маска яһай. Медицинала уның тамыры ла, орлоғо ла ҡулланыла.
Юл япрағы — бик ҡаты япраҡлы үлән, шуға һутын һығыу өсөн башта ҡайнар һыуҙа бешекләп алырға, шунан ит турағыстан үткәрергә кәрәк. Аш-һыуҙа ла юл япрағының иң йәш, йомшаҡ япраҡтары ғына ҡулланыла. Уны шулай уҡ бешекләп, турап, башҡа үләндәр менән бергә ҡатнаштыралар. Ҡышҡылыҡҡа юл япрағын кип­тереп әҙерләйҙәр. Башҡа ризыҡҡа яраҡлы үләндәр булғанда, уны аш-һыу өсөн әҙерләп ҡуйыуҙың кәрәге юҡ.


Вернуться назад