Ҡарбуз ашап рәхәтлән12.09.2017
Ҡарбуз ашап рәхәтләнЙәй үтеп тә китте. Уның ҡарауы, йәйге йылы көндәрҙе һағынғанда татлы ҡарбуз ашап рәхәтләнеү мөмкинлеге ҡалды.

Ҡарбуздан ҡайнатма яһау

Бер килограмм ҡарбуз өсөн бер кило ярым шәкәр ҡомо, ике грамм лимон кислотаһы кәрәк була. Ҡарбуз яҡшылап әрселә, фәҡәт йәшел ҡабығы ғына ҡала. Шуны шаҡмаҡлап турап, ҡайнап торған һыуҙа ике минут бешерәбеҙ. Ике стакан һыуҙа шәкәрҙе иретәбеҙ. Шуның өҫтөнә бешереп алынған ҡарбуз ҡабығы һалына. Ул үтә күренмәле булғанса бешерелә, өҫтөнә лимон кислотаһы һибелә. Зөбәржәт төҫөндәге ҡайнатма хасил була.

Ҡарбузлы туңдырма

Ҡарбуздың йомшағын һәм пломбир туңдырмаһын шаҡмаҡлап турайбыҙ, ҡурай еләге менән аралаштырып, шәкәр ҡомо һибәбеҙ. Матур һауытҡа һалып, өҫтөнә сәтләүек һибәбеҙ.

Цукат яһау

Ҡарбуз ҡабығын шаҡмаҡлап турайбыҙ. Шуны ҡайнар һыуҙа бешереп алабыҙ ҙа ун сәғәткә шәкәр шәрбәтенә һалып ҡуябыҙ (кило ярым шәкәргә дүрт стакан һыу), тағы бер ҡат бешереп алабыҙ. Бешеп килгәндә бер сәй ҡалағы лимон кислотаһы һәм бысаҡ осо менән генә алып ванилин өҫтәйбеҙ. Ҡайнар ҡарбуз ҡабыҡтарын киң һауытҡа бушатабыҙ, шәрбәте ағып бөткәнен көтәбеҙ ҙә өҫтөнә шәкәр ҡомо һибәбеҙ. Болғатып, киптерергә һалабыҙ. Әҙер цукаттарҙы быяла банкала йәки ҡағыҙ пакетта һаҡлайбыҙ.

Ҡарбуз балы

Ҡарбуз һутын күләме биш тапҡырға кәмегәнсе ҡайнатабыҙ. Шунан һуң ҡарбуз балы хасил була. Һыуытҡыста һаҡлайбыҙ.


Вернуться назад