Ҡара, ҡыҙыл, аҡ...10.10.2014
Ҡара ҡарағатты ҡар ҡалын ятҡан ергә ултыртырға тыры­шырға кәрәк. Бының әһәмиәте шунда: ҡар аҫтында ҡалған ҡарағат ҡыуағының сәскә бөрөләре ҡышҡы һыуыҡтан һаҡ­ланып ҡала. Ҡар ҡалын ятҡан ерҙә тупраҡ һуң өлгөрә, ҡарағаттың вегетация осоро ла һуң башлана, ул һуң сәскә ата. Һөҙөмтәлә сәскәләр яҙғы ҡырауға бирешмәй.

Ҡара ҡарағаттың тамыры ерҙең өҫкө ҡатламында тара­ла, шуға күрә ул ҡоролоҡҡа түҙә алмай. Тупраҡта дым аҙ булһа, уңышы икеләтә кәмей. Ҡоро килгән яҙғы көндәрҙә ҡар ҡатламының ҡалын булыуы уңышты күтәреү йәһәтенән бик әһәмиәтле.
Һөрөү ҡатламы һай булған уңдырышһыҙ, ауыр тупраҡлы ерҙә ҡарағаттан юғары уңыш алам тиһәң, һәр квадрат метрға 10-15 кг органик ашлама, 50-60 г комплекслы ми­нераль ашлама (азот, фосфор, калий), 500 г эзбиз индереү талап ителә.
Ашлама индерелгәс, ер тәрән итеп ҡаҙыла, тигеҙләнә, маркерлана. 1,5-2 метр аралыҡта 50x40 см ҙурлығында соҡор ҡаҙыла. Тупраҡтың өҫкө ҡатламы — бер яҡҡа, аҫҡыһы икенсе яҡҡа һалына. Өҫкө ҡатламына ике биҙрә серетмә, 200-250 г суперфосфат, 60 г калий тоҙо һалып, яҡшылап бутала. Байытылған тупраҡты соҡорға һалып, ҡарағат үҫен­теһен ултырталар.


Вернуться назад