Гелән яңыртып тора13.06.2014
Гелән яңыртып тора
Атҡаҙанған агроном В. Корнилов бер квадрат метр майҙанда ике килограмдан ашыу еләк үҫтереп алыуға өлгәшә. Сере ябай ғына уның. Еләк түтәлен бер урында өс йылдан артыҡ тотмай. Еләкте ул майҙан сентябргә тиклем өҙлөкһөҙ үрсетә. Яҙын ҡышлап сыҡҡан мыйыҡтарҙы, йә көҙҙән күмеп ҡалдырылған үҫентеләрҙе ултырта. Йәй иһә еләк сәскә атҡанға тиклем ебәргән мыйыҡтарҙы ергә батыра, көҙ уңыш йыйғандан һуң шытҡан үҫентеләрҙе файҙалана.


Еләк үҫтереүҙең төп шарттары:
1. Ултыртылған төптәрҙән тыш, яңы мыйыҡтар аҙна һайын ҡырҡылып тора. Был бик мәшәҡәтле эш, әммә ҙур уңышты тәьмин итә.
2. Киң таралған ысул: рәт эсендә еләктәр араһында мыйыҡтар ҡалдырыла, ә рәт араларына таралғандары ҡырҡылып тора. Был осраҡта 30 см киңлегендәге таҫма рәт барлыҡҡа киләсәк.
Түтәл эшләгән саҡта бер квадрат метр майҙанға 4-6 кг "Бионекс" йәки 70 г "ГУМИ-ОМИ-клубника" препараты һәм бер күнәк компост индерелә. Мыйыҡтарҙың тамыры ултыртыр алдынан "ГУМИ-фитоспорин-М" иретмәһендә эшкәртелә. Ултыртыу схемаһы ике таҫма рәүешендә, һәр таҫмала икешәр рәт: рәт аралары – 70, таҫма араһы – 40, еләк аралары – 20 см.
Йәш үҫентеләргә көн аша һыу һибергә кәрәк. Япраҡ ебәргәс, аҙнаға бер һығарыу ҙа етә. Беренсе йылда туҡландырмаһаң да ярай. Икенсе һәм өсөнсө йыл плантациянан уңышты йыйғандан һуң "ГУМИ-ОМИ" менән ашлайҙар. Күберәк сәскәләнһен һәм сирҙәргә бирешмәһен өсөн бер-ике тапҡыр "Фитоспорин" менән эшкәртелә. Был саҡта еләк таҙа һәм эре буласаҡ.


Вернуться назад