Ағасты һалҡындан һаҡлағыҙ14.02.2014
Февраль айы – емеш ағастарын һалҡындан һаҡлар мәл.
- Ҡар яуғандан һуң ботаҡтарҙы таҙартырға кәрәк. Бының өсөн һәнәк һабына иҫке-моҫҡо сепрәк урап, ҡарҙы һыпырып төшөрөгөҙ.
- Бынан һуң ағас аҫтында йыйылған ҡарҙы тығыҙлап тапап сығығыҙ. Ябай ғына эш ағастың тамырҙарын һаҡларға ярҙам итә.
- Ағас олонон һәм аҫҡы ботаҡтарҙы ла ҡарға күмегеҙ, өҫтөн ылыҫлы ағас ботаҡтары менән ҡаплағыҙ.
- Олондо кимереүселәрҙән һаҡлауҙың тағы бер уңайлы ысулы – уны киҫелгән пластик шешәләр менән уратып алыу.

Ҡоротҡостар ҡайҙа ҡышлай?
Ағасты һалҡындан һаҡлағыҙ- Нәҙек ботаҡтарҙа көмөш төҫөндәге оро барлыҡҡа килһә, был — балдаҡлы ебәк күбәләгенең йомортҡалары тигән һүҙ. Уларҙы ағастан бер нисек тә алып булмай, шуға ботаҡты ҡырҡып яғыу хәйерлерәк.
- Олон сатнаған ерҙә ҡабыҡ ҡуңыҙының йомортҡалары булыуы ихтимал. Шуға ҡайырының өҫкө ҡатын һыҙырып алып, эзбиз менән аҡлағыҙ.
- Ҡайһы берҙә алмағастың япраҡтары ҡойолоп бөтмәй һәм үрмәксе ауы менән уратып алынған һымаҡ була. Был – энәлек күбәләге ояһы. Уларҙы ла өҙөп алып, яндырыу хәйерлерәк.
- Ағастарҙы махсус химик матдәләр менән эшкәртеү – уңыштың төп сере. Тик ҡулланыу талаптарын мотлаҡ үтәгеҙ.

Үҫентеләрҙе хәстәрләгеҙ
Ағасты һалҡындан һаҡлағыҙ- Бер бит ҡағыҙға баҡсағыҙҙың планын төшөрөгөҙ һәм быйыл ҡайҙа нимә ултыртасағығыҙҙы алдан билдәләгеҙ. Былтырҙан ҡалған орлоҡтарығыҙҙы ҡарап сығығыҙ. Томат һәм ҡыяр орлоҡтары алғанда гибридтарға өҫтөнлөк бирегеҙ, сөнки улар беҙҙең һауа шарттарына ҡулайлаштырылған. Тик хаҡы, башҡалар менән сағыштырғанда, юғарыраҡ. Шулай ҙа мул уңыш өмөт итһәгеҙ, мотлаҡ сифатлыраҡты алығыҙ. Етештереүселәр йыш ҡына һатып алыусыны оторға тырыша. Шуға күрә һаҡ булығыҙ һәм “беренсе быуын гибридтары”, “F1” тигән билдәләрҙе эҙләгеҙ.
- Биологтар әйтеүенсә, уңыштың сере орлоҡтоң йәшенә ҡарап билдәләнә. Ысынлап та, ҡыярҙың былтырғы орлоғонда буш сәскәләр күп буласаҡ. Ә бына бер-ике йыл ятҡанының уңышы мул булмаҡсы. Был шулай уҡ ҡабаҡ, ҡауын, ташҡабаҡтарға ла ҡағыла. Һуған, кәбеҫтә, помидор, борос, салаттың орлоғо өс йылдан ашыу ятһа, был культураларҙың уңышы күпкә кәмей тигән һүҙ. Борсаҡ, фасоль һәм башҡа ҡуҙаҡлыларҙың орлоғо һигеҙ йылға тиклем һаҡлана. Ә бына әнис, ҡуҙғалаҡ һәм башҡа тәмләткес үләндәрҙеке бер йылға ғына сыҙай. Алданмаҫ өсөн уны еҫкәп ҡарағыҙ. Сифатлы орлоҡ хуш еҫен бер-ике йыл юғалтмай.
- Март-апрель айҙарында етештереүселәр хаҡты арттырып ебәрә. Мутлашырға яратыусылар иһә орлоҡ тултырылған пакетҡа бер нисә бөртөк кенә һалып кешене алдата. Шуға үҙегеҙгә оҡшаған ҡапты ҡулға алғас, уның ҡасан, ҡайҙа етештерелгәненә, ҡасан һауытҡа тултырылғанына иғтибар итегеҙ һәм нисә бөртөк орлоҡ булыуын да һанап ҡарағыҙ.


Вернуться назад