Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ваҡытында тәрбиәләү мөһим
Ваҡытында тәрбиәләү мөһимҺуңғы йылдарҙа һауа температураһы бер төрлө генә тормай: ҡыштар йылы килһә, яҙын ҡышты алыштырырлыҡ һыуыҡтар була, йәйен иһә сүллектәгеләй ҡояш ҡыҙҙыра, етмәһә, ҡоролоҡтар йыш ҡабатлана. Быларҙың барыһы ла, әлбиттә, кешеләргә генә түгел, ҡош-ҡорт донъяһына, ағас-ҡыуаҡтарға, башҡа үҫентеләргә кире тәьҫир итә. Баҡсасыларға ла көндәрҙең көйһөҙлөгө оло мәшәҡәт тыуҙыра. Кәйефте иң ҡырғаны — еләк-емеш ағастары ҡорой башланы. Бигерәк тә алма менән груша. Төп сәбәп — төрлө ауырыуҙар таралыуы. Шуларҙың иң ҡурҡынысы — "ҡара рак". Үҙебеҙсә беҙ уны "ҡара ҡутыр" ауырыуы тип атайыҡ.

Был ауырыуҙың ағас олононда ла, ботаҡ, хатта япраҡтарҙа ла булыуы мөмкин. "Sphaеropsis malorum" тигән бәшмәк бактерияһы ҡайырыға үтеп инә. Тәүҙә ҡара-һоро таптар барлыҡҡа килә, улар уйҙым-уйҙым булып үҫешә лә олон йәки ботаҡты уратып ала. Һөҙөмтәһе билдәле: ҡайыры олондан айырыла һәм зарарланған өлөш ҡорой.
Бәшмәк ағастың йәрәхәтләнгән, һынған, ярылған урынын һағалап ҡына тора тиерлек: ҡайырының аҙ ғына ярылған өлөшө булдымы — шунда зарарлай ҙа башлай. Әйтергә кәрәк, был бәшмәк бик сыҙам. Ҡутыр-ҡутыр булып ҡалҡып сыҡҡан өлөштә мицелий рәүешендә ҡыш сыға ла тағы үҙенең ҡара эшен башлай. Ул бигерәк тә йәйен 25-27 градус эҫелә ныҡ үҫешә, арта. Хатта ағастың зарарланмаған өлөшөндә лә ауырыуҙың ике йыл һаҡланыуы мөмкин. Ғәҙәттә, зарарланған ағас өс-дүрт йыл эсендә ҡорой.
Ауырыуҙың тәүге билдәһе япраҡтарына сыға. Тимгел-тимгел ҡыҙғылт-һоро ваҡ ҡына бөрсөктәр, япраҡты бүрттереп, ҡара-һороға әйләнә, ҙурая. Ә алты-һигеҙ аҙна эсендә, емештәр өлгөргәнсе, ҡойола башлай. Алмала ҡараһыу-һоро таптар, зарарланған өлөштә бәшмәк-пикнид барлыҡҡа килә. Емеш яйлап ҡарая, йыйырсыҡланып кибә.
Ағасты ауырыуҙан ҡотолдороп булмай икән, уны киҫәләр, ботаҡтарын яндыралар. Шулай ҙа һаҡлау саралары бар. Әйтәйек, ҡояш нурҙарынан, һалҡындарҙа ҡайыры ярылмаһын өсөн ботаҡтарҙың төп өлөшө эзбиз иретмәһе менән буяла (10 литр һыуға 2-2,5 кг эзбиз һәм 0,4-0,5 грамм тимер купоросы ҡушыла). Сирле ағасты киҫкәс, уның урынына яңы емеш ағасы ултыртылмай, сөнки бәшмәк-пикнидтың ауырыу күҙәнәктәре тороп ҡалырға мөмкин. Тағы бер мөһим нәмәгә иғтибар итергә кәрәк: ҡара ҡутырға бирешмәһен өсөн ағастар көслө булырға тейеш. Әгәр ҙә алда һөйләнелгән ауырыу барлығын белһәгеҙ, тәүге мәлдә дауалап була. Бының өсөн үткер бысаҡ менән ҡайыры алына һәм баҡыр купоросы (1 литр һыуға — 10 грамм) шыйыҡсаһы менән йыуыла. Һуңынан баҡса елеме менән һылана. Был эштәр иртә яҙ һәм көҙ башҡарыла.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Баҙар түгел,  баҡса бирә ашлама

Баҙар түгел, баҡса бирә ашлама 31.01.2024 // Баҡса

Баҡсалағы һәр түтәл-ҡыуаҡтан биҙрәләп уңыш алыу – һәммәбеҙҙең дә яҡты хыялы. “Компостер” тигән...

Тотош уҡырға 1 287

Ҡыяр-помидор тоҙлар мәл Һыуыҡ һыуҙа тоҙланған ҡыяр

Ҡыяр-помидор тоҙлар мәл Һыуыҡ һыуҙа тоҙланған ҡыяр 15.07.2023 // Баҡса

Өс литрлыҡ банка төбөнә бер укроп һабағы, ҡурай еләге, ҡарағат, сейә япрағы һалырға. Бер рәт ҡыяр...

Тотош уҡырға 3 160

Уңышты нисек һаҡларға?

Уңышты нисек һаҡларға? 15.07.2023 // Баҡса

Сөгөлдөр һәйбәт һаҡланһын өсөн һабағын ҡул менән бороп өҙмәгеҙ, ә төбөн 1-1,5 сантиметр оҙонлоғонда...

Тотош уҡырға 1 436

Алтын йомортҡа... һарайҙа

Алтын йомортҡа... һарайҙа 21.05.2023 // Баҡса

Тауыҡ йылы тамамланды, ләкин шәхси хужалыҡтарҙа ҡош-ҡорт тотоу төп тармаҡ булып ҡала. Ите,...

Тотош уҡырға 1 145

Кишер яратһаң

Кишер яратһаң 21.05.2023 // Баҡса

Кишерһеҙ бер табынды ла күҙ алдына килтереп булмай. Уны беҙ аш, былау бешергәндә, салаттар...

Тотош уҡырға 1 146

Сәскәләр тураһында

Сәскәләр тураһында 21.05.2023 // Баҡса

– Башҡа мәшәҡәттәр менән мартта сәскә сәсә алманым. Йәй көнө баҡсаға күсереп ултыртыу өсөн әле...

Тотош уҡырға 1 380

Ер еләге үҫтереү тәртибе

Ер еләге үҫтереү тәртибе 21.05.2023 // Баҡса

Беҙҙәге һауа шарттарында ер еләгенең вегетация осоро ҡар иреп бөткәс тә башлана. Май аҙаҡтарында...

Тотош уҡырға 1 141

Нимә беләбеҙ?

Нимә беләбеҙ? 21.05.2023 // Баҡса

Картуф мал, ҡош-ҡорт аҙығында ла, сәнәғәт өлкәһендә лә киң ҡулланыла. Медицина өлкәһе ғалимдары...

Тотош уҡырға 1 206

Редис, помидор, борос...

Редис, помидор, борос... 23.03.2022 // Баҡса

Иртә яҙҙан сәсеп үҫтерелгән йәшелсә үҫентеләрен башта быяла йәки полиэтилен япма аҫтына, шунан асыҡ...

Тотош уҡырға 1 892

Һыу һибеү һәм туҡландырыу

Һыу һибеү һәм туҡландырыу 23.03.2022 // Баҡса

Июлдә баҡсала төп эштәр­ҙең береһе ул. Һыуҙы иртән йә­ки кисен, ҡояш артыҡ ҡыҙ­ҙыр­ма­ғанда,...

Тотош уҡырға 2 007

Ҡоротҡостарҙы ҡоротҡос

Ҡоротҡостарҙы ҡоротҡос 23.03.2022 // Баҡса

Туҡланыу шарттарына ҡарап, ҡоротҡостар ике төргә бүленә: беренсеһе үҫемлектең һутын һурһа, икенсеһе...

Тотош уҡырға 1 306

Әтәсте нисек һайларға?

Әтәсте нисек һайларға? 23.03.2022 // Баҡса

Ихата йәме нимәлә? Нисек кенә сәйер булмаһын — әтәстә! Һәүетемсә генә барған ауыл тормошона...

Тотош уҡырға 1 534