Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бал тигәнең кәнфит түгелме?
— Бал һатып алғайным, ләкин уның таҙа ғына булыуына шикләнәм. Шәкәр ҡушылғанға оҡшаған...
И. ЛАТИПОВ.
Мәләүез районы.


— Белгестәр әйтеүенсә, магазин кәштәләренә сығарылған балдың 50–70 проценты яһалма, йәғни күберәк шәкәр сиробы ҡушылғаны эләгә. Тимәк, ҡорттарҙы болондарға аҙ сығарып, күберәк сироп менән туҡландырғандар. Әгәр балда глюкоза менән фруктоза нисбәте нормаға тура килмәһә, һис кенә лә дауалау сифаты ҡалмай, ул тәмләткес “кәнфит” кенә була.
Йыш ҡына яҡшы балды, “тауар йөҙө” булдырыу өсөн сироп ҡушып, боҙоп ҡуйыусандар. Һатып алыусылар, ни өсөндөр, үтә күренеп торған шыйыҡты ярата, шуның менән алдана. Ысын аҙыҡ айыртҡандан һуң кристаллана башлай, шуға ла һатыусылар, шыйыҡ яһайым тип, уны йылытырға тотона. Был һис кенә лә ярамай, сөнки 55 градус йылылыҡта бал сифатын юғалта. Һатып алыусыға ул әле генә айыртҡан һымаҡ күренә. Ошо юл менән алынған аҙыҡ башҡаса ҡуйырмай, шуның өсөн дә һатып алғанда кристалланғанды алырға кәңәш итәбеҙ. Ысын бал өс–дүрт ай эсендә ҡуйыра. Ошо ваҡыт үткәндән һуң да банкаға һалғанда әле бер, әле икенсе яҡҡа сайҡалһа, шәкәр сиробы ҡушылған йәки һыу өҫтәлгән тигән һүҙ.
Тағы бер үҙенсәлек: бал аҫтан кристаллана башлай, шуға банка төбөндә – ҡуйы, ә өҫкө яғында шыйығыраҡ икән, шикләнергә түгел.
Бал һатып алғанда умартасыларҙың сертификатлы тауарын һайларға кәрәк, сөнки һәр оҫта үҙенең “марка”һын тоторға тырыша. Ә осраҡлы урындан алһағыҙ, төрлө мутлыҡҡа юлығыуығыҙ бар: тауар “йөҙө” булдырыр өсөн аҡбур, шәкәр, аҡһым, он ҡушыуҙары ихтимал, шыйыҡлатҡансы йылытыу ҙа файҙаға түгел. Ҡайһы береһе шул тиклем оҫтарған, хатта ысын бал менән яһалмаһын айырмаҫһың да.

* * *
— Израилдән килтерелгән картуф һатып алғайным, ул әрсегәндән һуң тәүлек үтһә лә ҡарайып бармай. Баҡсала үҫкәне бит, әрсеп тә өлгөрмәйһең, зәңгәрһыу-ҡара төҫкә инә. Ҡыҙыҡ, ҡайһыһы яҡшыраҡ икән?
Р. МИРХӘЙҘӘРОВ.
Өфө ҡалаһы.


— Моғайын, трансгенлы картуф һатып алғанһығыҙҙыр. Сит илдәрҙә күптән инде “әсеп” бармаған алма, картуф уйлап табып, уны таратыу менән шөғөлләнәләр. Тәбиғи шарттарҙа үҫтерелгән йәшелсә, еләк-емештең ҡабығына зыян килһә йәки уларҙы әрсегәндә, күҙәнәктәрҙәге феноллы ҡатнашмалар реакцияға инә. Был сағында ошо урында һоро, ҡара-һоро булып төҫөн үҙгәртә. Шуныһын иҫтә тотоу мөһим: трансгенлы аҙыҡтың зарарһыҙ икәнен ғалимдар иҫбатлаһа ла, уларҙы күпләп ҡулланыу быуындар аша һаулыҡҡа зыян килтереүе мөмкин.

* * *
— Эремсек һатып алдым. Тәмләп ҡараһам, тәме бүтәнсәрәк. Тышында: “Һөт майын алыштырыусы “ЗМШ” ҡушылған”, — тип яҙылған. Был нимәне аңлата?
В. БИКБУЛАТОВА.
Салауат ҡалаһы.


— Ул — яңы Милли стандарттарға ярашлы эшкәртелгән тропик майы. Кокос һәм пальма үҙәге майҙарына ҡарағанда, был төрө зарарһыҙыраҡ. Ә тегеләре организмда эшкәртелеп бөтмәй, эсәккә һәм ҡан тамырҙарына һылашып ҡала.

* * *
— “Тушенка” һатып алғайным. Асһам, иҫем китте — иттең әҫәре лә юҡ тигәндәй. Банканы асмайынса ғына уның эсендә ни икәнен ҡайһылай белергә?
Ш. ИШКИЛДИНА.
Ишембай ҡалаһы.


— Иң тәү аҙыҡтың документына иғтибар итергә кәрәк. Банка тышында “ГОСТ” һәм “ТУ” тигән яҙыуҙар мотлаҡ булырға тейеш. Быҡтырылған һыйыр ите консерваһының тышына — “ГОСТ 5284-84”, ә сусҡаныҡына “ГОСТ 697-84” тип яҙыла. Бындай стандартта соя, башҡа субпродукттар булмай. Унда тик ит, тоҙ, тәмләткестәр генә һалына. Ә инде банкаға “ТУ” тигән яҙыу һуғыла икән, унда төрлө нәмә һалыныуы ихтимал: соя аҡһымы, ит еҫе аңҡытҡан матдәләр һәм башҡа шундай ҡушымталар. Ундай банкаларҙа хатта, автор яҙғанса, иттең әҫәре лә булмауы бар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Баҙар түгел,  баҡса бирә ашлама

Баҙар түгел, баҡса бирә ашлама 31.01.2024 // Баҡса

Баҡсалағы һәр түтәл-ҡыуаҡтан биҙрәләп уңыш алыу – һәммәбеҙҙең дә яҡты хыялы. “Компостер” тигән...

Тотош уҡырға 1 328

Ҡыяр-помидор тоҙлар мәл Һыуыҡ һыуҙа тоҙланған ҡыяр

Ҡыяр-помидор тоҙлар мәл Һыуыҡ һыуҙа тоҙланған ҡыяр 15.07.2023 // Баҡса

Өс литрлыҡ банка төбөнә бер укроп һабағы, ҡурай еләге, ҡарағат, сейә япрағы һалырға. Бер рәт ҡыяр...

Тотош уҡырға 3 202

Уңышты нисек һаҡларға?

Уңышты нисек һаҡларға? 15.07.2023 // Баҡса

Сөгөлдөр һәйбәт һаҡланһын өсөн һабағын ҡул менән бороп өҙмәгеҙ, ә төбөн 1-1,5 сантиметр оҙонлоғонда...

Тотош уҡырға 1 476

Алтын йомортҡа... һарайҙа

Алтын йомортҡа... һарайҙа 21.05.2023 // Баҡса

Тауыҡ йылы тамамланды, ләкин шәхси хужалыҡтарҙа ҡош-ҡорт тотоу төп тармаҡ булып ҡала. Ите,...

Тотош уҡырға 1 292

Кишер яратһаң

Кишер яратһаң 21.05.2023 // Баҡса

Кишерһеҙ бер табынды ла күҙ алдына килтереп булмай. Уны беҙ аш, былау бешергәндә, салаттар...

Тотош уҡырға 1 188

Сәскәләр тураһында

Сәскәләр тураһында 21.05.2023 // Баҡса

– Башҡа мәшәҡәттәр менән мартта сәскә сәсә алманым. Йәй көнө баҡсаға күсереп ултыртыу өсөн әле...

Тотош уҡырға 1 520

Ер еләге үҫтереү тәртибе

Ер еләге үҫтереү тәртибе 21.05.2023 // Баҡса

Беҙҙәге һауа шарттарында ер еләгенең вегетация осоро ҡар иреп бөткәс тә башлана. Май аҙаҡтарында...

Тотош уҡырға 1 190

Нимә беләбеҙ?

Нимә беләбеҙ? 21.05.2023 // Баҡса

Картуф мал, ҡош-ҡорт аҙығында ла, сәнәғәт өлкәһендә лә киң ҡулланыла. Медицина өлкәһе ғалимдары...

Тотош уҡырға 1 259

Редис, помидор, борос...

Редис, помидор, борос... 23.03.2022 // Баҡса

Иртә яҙҙан сәсеп үҫтерелгән йәшелсә үҫентеләрен башта быяла йәки полиэтилен япма аҫтына, шунан асыҡ...

Тотош уҡырға 1 941

Һыу һибеү һәм туҡландырыу

Һыу һибеү һәм туҡландырыу 23.03.2022 // Баҡса

Июлдә баҡсала төп эштәр­ҙең береһе ул. Һыуҙы иртән йә­ки кисен, ҡояш артыҡ ҡыҙ­ҙыр­ма­ғанда,...

Тотош уҡырға 2 045

Ҡоротҡостарҙы ҡоротҡос

Ҡоротҡостарҙы ҡоротҡос 23.03.2022 // Баҡса

Туҡланыу шарттарына ҡарап, ҡоротҡостар ике төргә бүленә: беренсеһе үҫемлектең һутын һурһа, икенсеһе...

Тотош уҡырға 1 349

Әтәсте нисек һайларға?

Әтәсте нисек һайларға? 23.03.2022 // Баҡса

Ихата йәме нимәлә? Нисек кенә сәйер булмаһын — әтәстә! Һәүетемсә генә барған ауыл тормошона...

Тотош уҡырға 1 671