Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Икенсе һәм артабанғы күстең осоп сығыуы
Икенсе һәм артабанғы күстең осоп сығыуыКүс сығарып ебәргән ғаиләлә ҡорттарҙың бер өлөшө, төрлө кимәлдә үҫешкән үрсемдәр һәм инә ҡорт ҡарышлауыҡтары, тороп ҡала. Көбөләге үрсемдән сыҡҡан ҡорттар икенсе күстең төп өлөшөн тәшкил итә.
Тәүге йәш инә ҡорт көбөнө көпләп ҡуйғандан һуң һигеҙенсе көндә оянан сыға. Йәш инәле икенсе күс, әгәр ҙә көндәр торошо беренсе күстең сығып китеүенә тотҡарлыҡ яһамаһа, тәүге күстән һуң туғыҙынсы көндә айырыла. Икенсе һәм артабанғы күстәр сығыуҙан 1-2 тәүлек элек инә ҡорттарҙың сигнал тауыштарын ишетергә мөмкин. Инә ҡорттарҙың был “йырын”, ғәҙәттә, кис һәм иртән иртүк ишетеп була.
Инә ҡорт “йыры” буйынса улар әле оялағы көбөләрҙә көндәштәренең барлығын белә. Икенсе күстәр тәүгеһенә ҡарағанда йонсоу көндәргә аҙыраҡ иғтибар итә. Шуға ла улар, көслө ел иҫеп торһа ла, ҡояш балҡып торған көндә лә осоп сыға. Күстә иһә инә ҡорттар ояһынан бер үк ваҡытта сыҡҡан ике-өс инә ҡорт була.
Икенсе күс сыҡҡандан һуң икенсе йәки өсөнсө көндәрҙә аталанмаған йәш инә ҡорттар менән өсөнсө күс тә осоп сығырға мөмкин. Артабан һәр күс айырған һайын ҡорттар һаны кәмей бара. Күс айырыу туҡтағандан һуң йәки ҡапыл көслө бал йыйыу (бигерәк тә йүкәнән, ҡандала үләненән, көнбағыштан) башланған осраҡта ҡорттарҙа көслө аҙыҡ әҙерләү — һут йыйыу инстинкты “эшләп китә”. Был иһә үрсеү — күс айырыу процесын туҡтата, һәм ҡорттар, шунда уҡ инә ҡорттарҙың көбөләрен кимереп, улар эсендәге инәләрҙе юҡ итә. Йәш инә ҡорт, тыуып 7 көн үткәс, умартанан осоп сыға, умарталыҡтан 1–2 йәки 5–6 саҡрым самаһы алыҫлыҡта һауала әре ҡорттар менән осрашып ҡушыла (бер нисә инә ҡорт 6–8 әре ҡорт менән “ҡауышып” аталана). Ғаиләлә яңынан ғәҙәти тәртип урынлаша.
Бал ҡорттары, бал йыйыу насарыраҡ, өҙөк-өҙөк барһа ла, ул бөтөнләйгә туҡтап ҡалмаған осраҡта, күс айырыуға әүәҫ була, сөнки улар үҙҙәре менән аҙыҡ запасын — балды һәм һеркәне бер нисә көнлөк алып китә. Ә йыйым булмағанда йәки көслө бал йыйыу мәле килеп етһә, күс айырыуҙы туҡтата.
Ғәҙәттәге күс айырыу бал ҡорто ғаиләләренең көслө үҫеше мәленә, уларҙа өлкән һәм үҫешеп килеүсе айырым ҡорттарҙың ныҡ күбәйгән осорона тура килә, ләкин айырым йылдарҙа күс айырыу бик иртә (20–25 майҙа уҡ) башланырға мөмкин. Күс айырыу осоро, ғәҙәттә, ике – алты аҙна дауам итә, әммә һуңғы йылдарҙа ул ике айға һуҙылды, аҙаҡҡы күстәр 20–25 июлдә сыҡты. Бындай хәл умартасылыҡта йыл да булмай.

Тәбиғи айырыуҙың ыңғай яҡтары

Айырылып сыҡҡан күс ҡорто яңы кәрәҙ төҙөүҙә һәм балауыҙ бүлеүҙә бик юғары етештереүсәнлеккә эйә. Күс ғаиләләре (күс ҡорттары), аҙыҡтың ҙур запасын туплап, бал йыйған саҡта ифрат ҙур егәрлелек күрһәтә.

Күс айырыуҙың етешһеҙлектәре

Бөтәһенән элек:
— стихиялы процесс һанала, йылдың-йылы тирбәлеп тора, был иһә ҡорт ғаиләләре һанын планлы арттырыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙыра;
— ғаилә күс айырыу хәленә күскәндән һуң, инә ҡорттоң йомортҡа һалыуы кәмей, ә һуңыраҡ бөтөнләйгә туҡтап ҡала, быларҙың барыһы ла ҡорттарҙың үрсеүсәнлеген кәметә;
— ҡорттар күс айырыу хәлендә һүлпән була, һутты һәм һеркәне бик әкрен йыя, кәрәҙҙәр төҙөмәй. Күс айырыу мәле мул бал йыйыу (мәҫәлән, йүкәнән) мәленә тура килгәндә, бал йыйыуҙы шаҡтай кәметә;
— күстәрҙе тотоу, уларҙы умартаға ябыу өсөн күп хеҙмәт түгеү талап ителә;
— айырым йылдарҙа күс айырыу шул тиклем көслө була, әгәр ҙә сараһын күрмәһәң, ҡорт ғаиләләре бер нисә тапҡыр күс айырып, аҙ ғына ла бал бирмәҫкә мөмкин;
— тоҡомсолоҡ эшен ауырлаштыра, сөнки күңелгә хуш килмәгән сифатҡа эйә булған ҡорт ғаиләләре лә күс айыра;
— тәбиғи күс айырыу умартасының хеҙмәт етештереүсәнлеген кәметә, иң мөһиме — бал ҡорто аҫрауҙың интенсив технологияһын индереүгә ҡамасаулай.
Әгәр ҙә һеҙҙең бал ҡорто ғаиләләре тейешле саралар күргәндән һуң да күс айырыу хәленә килһә, уларға мөмкинлек бирергә кәрәк.
Рубриканы Рафиҡ
НОҒОМАНОВ алып бара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Баҙар түгел,  баҡса бирә ашлама

Баҙар түгел, баҡса бирә ашлама 31.01.2024 // Баҡса

Баҡсалағы һәр түтәл-ҡыуаҡтан биҙрәләп уңыш алыу – һәммәбеҙҙең дә яҡты хыялы. “Компостер” тигән...

Тотош уҡырға 1 315

Ҡыяр-помидор тоҙлар мәл Һыуыҡ һыуҙа тоҙланған ҡыяр

Ҡыяр-помидор тоҙлар мәл Һыуыҡ һыуҙа тоҙланған ҡыяр 15.07.2023 // Баҡса

Өс литрлыҡ банка төбөнә бер укроп һабағы, ҡурай еләге, ҡарағат, сейә япрағы һалырға. Бер рәт ҡыяр...

Тотош уҡырға 3 182

Уңышты нисек һаҡларға?

Уңышты нисек һаҡларға? 15.07.2023 // Баҡса

Сөгөлдөр һәйбәт һаҡланһын өсөн һабағын ҡул менән бороп өҙмәгеҙ, ә төбөн 1-1,5 сантиметр оҙонлоғонда...

Тотош уҡырға 1 461

Алтын йомортҡа... һарайҙа

Алтын йомортҡа... һарайҙа 21.05.2023 // Баҡса

Тауыҡ йылы тамамланды, ләкин шәхси хужалыҡтарҙа ҡош-ҡорт тотоу төп тармаҡ булып ҡала. Ите,...

Тотош уҡырға 1 173

Кишер яратһаң

Кишер яратһаң 21.05.2023 // Баҡса

Кишерһеҙ бер табынды ла күҙ алдына килтереп булмай. Уны беҙ аш, былау бешергәндә, салаттар...

Тотош уҡырға 1 172

Сәскәләр тураһында

Сәскәләр тураһында 21.05.2023 // Баҡса

– Башҡа мәшәҡәттәр менән мартта сәскә сәсә алманым. Йәй көнө баҡсаға күсереп ултыртыу өсөн әле...

Тотош уҡырға 1 407

Ер еләге үҫтереү тәртибе

Ер еләге үҫтереү тәртибе 21.05.2023 // Баҡса

Беҙҙәге һауа шарттарында ер еләгенең вегетация осоро ҡар иреп бөткәс тә башлана. Май аҙаҡтарында...

Тотош уҡырға 1 175

Нимә беләбеҙ?

Нимә беләбеҙ? 21.05.2023 // Баҡса

Картуф мал, ҡош-ҡорт аҙығында ла, сәнәғәт өлкәһендә лә киң ҡулланыла. Медицина өлкәһе ғалимдары...

Тотош уҡырға 1 238

Редис, помидор, борос...

Редис, помидор, борос... 23.03.2022 // Баҡса

Иртә яҙҙан сәсеп үҫтерелгән йәшелсә үҫентеләрен башта быяла йәки полиэтилен япма аҫтына, шунан асыҡ...

Тотош уҡырға 1 924

Һыу һибеү һәм туҡландырыу

Һыу һибеү һәм туҡландырыу 23.03.2022 // Баҡса

Июлдә баҡсала төп эштәр­ҙең береһе ул. Һыуҙы иртән йә­ки кисен, ҡояш артыҡ ҡыҙ­ҙыр­ма­ғанда,...

Тотош уҡырға 2 027

Ҡоротҡостарҙы ҡоротҡос

Ҡоротҡостарҙы ҡоротҡос 23.03.2022 // Баҡса

Туҡланыу шарттарына ҡарап, ҡоротҡостар ике төргә бүленә: беренсеһе үҫемлектең һутын һурһа, икенсеһе...

Тотош уҡырға 1 333

Әтәсте нисек һайларға?

Әтәсте нисек һайларға? 23.03.2022 // Баҡса

Ихата йәме нимәлә? Нисек кенә сәйер булмаһын — әтәстә! Һәүетемсә генә барған ауыл тормошона...

Тотош уҡырға 1 555