Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ер еләге үҫтереү тәртибе
Беҙҙәге һауа шарттарында ер еләгенең вегетация осоро ҡар иреп бөткәс тә башлана. Май аҙаҡтарында сәскә ата, мыйыҡ ебәрә башлай. Июнь ахырында еләк өлгөрә. Август аҙағында мыйыҡтар күпләп үҫә, ергә тамыр ебәреп, тупраҡтан дымды, туҡлыҡлы матдәләрҙе күпләп һура башлай, киләһе йылдың уңышына ифрат ҙур зыян килтерә, шуға күрә мыйыҡтарҙы даими рәүештә ҡырҡып торорға кәрәк.

Ер еләге үҫентеләрен үрсетеүгә тәме, эрелеге, уңдырышлылығы менән айырылып торған сорттар һайлап алына. Улар уңдырышлы, ашланған ергә 30-40 сантиметр аралыҡта ултыртыла. Беҙҙең климат шарттарында августың икенсе ун көнлөгөндә еләк үҫентеләре күсереп ултыртыуға өлгөрә. Ултыртыуға тамырҙарының оҙонлоғо биш сантиметр булған, өс-дүрт япраҡлы мыйыҡтар иң яҡшы үҫенте һанала. Улар һәйбәт ашланған, еңелсә дымлы тупраҡлы ерҙә тамыр йәйеп тиҙ үҫеп китә һәм мыйыҡ ебәрә башлай.

Тәүге йылда мыйыҡтан барлыҡҡа килгән үҫентеләр ултыртыуға яраҡлы булмай. Плантацияһын даими туҡландырып, һыу һибеп торорға кәрәк. Уны нормаль дымлылыҡта тотоу бигерәк тә мөһим. Мыйыҡтағы розеткалар ергә йәбешеп тамыр ебәрһен өсөн тупраҡты йомшартып торорға кәрәк. Икенсе йылында аналыҡ плантацияһында юғары сифатлы үҫентеләр өлгөрә. Тамырының оҙонлоғо биш-алты сантиметр булған өс-дүрт япраҡлы үҫентеләр тәғәйенләнгән ергә ултыртыла. Еләк ултыртылаһы урындың һәр квадрат метрына ике килограмм органик ашлама, 80 грамм комплекслы минераль ашлама индереп, ер тәрән итеп ҡаҙыла, өҫтө тигеҙләнә.

Тәжрибәләрҙән күренеүенсә, еләкте тәрән оялар йәки бураҙналар яһап ултыртыу иң яҡшы ысул һанала. Уның өҫтөнлөгө шунда: йыл һайын еләктең үҙәк тамыры өҫкә сығыусан, тәрән ояларҙа иһә өҫкә сыҡҡан тамыр күмелә. Икенсенән, ояларҙа дым оҙаҡ һаҡлана, өсөнсөнән, көҙ ҡар яуыу менән ояларға ҡар тула һәм көҙгө һалҡындарҙа үҫентене туңыуҙан һаҡлай.

Ултыртыр алдынан мул итеп һыу һибелә, шунан тамыр системаһын тирә-яҡҡа йәйеп, үҫентеләр ултыртыла (үҙәген тупраҡ менән ҡапларға ярамай).

Һуңғы йылдарҙа һәүәҫкәр баҡса­сылар еләкте түтәлдәр өҫтөнә ҡара толь йәйеп ултыртыу ысулын файҙа­лана башланы. Түтәл өҫтөнә ябылған толдәргә 30-40 сантиметр аралыҡта тишектәр яһап ултыртҡанда дым яҡ­шы һаҡлана, мыйыҡтар ергә йәбешеп тамыр йәймәй, толь өҫтөнә таратыла, уларҙы ҡырҡып алыуы еңел була.

Ҡайһы бер баҡсасылар еләк түтәлдәре өҫтөнә 45-50 сантиметр бейеклектә каркастар эшләп, ҡар иреп бөтөр алдынан пленкалар ябып ҡуя. һөҙөмтәлә ҡар тиҙ иреп бөтә, пленка аҫтында еләк 10-15 көнгә иртәрәк өлгөрә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Баҙар түгел,  баҡса бирә ашлама

Баҙар түгел, баҡса бирә ашлама 31.01.2024 // Баҡса

Баҡсалағы һәр түтәл-ҡыуаҡтан биҙрәләп уңыш алыу – һәммәбеҙҙең дә яҡты хыялы. “Компостер” тигән...

Тотош уҡырға 1 287

Ҡыяр-помидор тоҙлар мәл Һыуыҡ һыуҙа тоҙланған ҡыяр

Ҡыяр-помидор тоҙлар мәл Һыуыҡ һыуҙа тоҙланған ҡыяр 15.07.2023 // Баҡса

Өс литрлыҡ банка төбөнә бер укроп һабағы, ҡурай еләге, ҡарағат, сейә япрағы һалырға. Бер рәт ҡыяр...

Тотош уҡырға 3 160

Уңышты нисек һаҡларға?

Уңышты нисек һаҡларға? 15.07.2023 // Баҡса

Сөгөлдөр һәйбәт һаҡланһын өсөн һабағын ҡул менән бороп өҙмәгеҙ, ә төбөн 1-1,5 сантиметр оҙонлоғонда...

Тотош уҡырға 1 436

Алтын йомортҡа... һарайҙа

Алтын йомортҡа... һарайҙа 21.05.2023 // Баҡса

Тауыҡ йылы тамамланды, ләкин шәхси хужалыҡтарҙа ҡош-ҡорт тотоу төп тармаҡ булып ҡала. Ите,...

Тотош уҡырға 1 145

Кишер яратһаң

Кишер яратһаң 21.05.2023 // Баҡса

Кишерһеҙ бер табынды ла күҙ алдына килтереп булмай. Уны беҙ аш, былау бешергәндә, салаттар...

Тотош уҡырға 1 147

Сәскәләр тураһында

Сәскәләр тураһында 21.05.2023 // Баҡса

– Башҡа мәшәҡәттәр менән мартта сәскә сәсә алманым. Йәй көнө баҡсаға күсереп ултыртыу өсөн әле...

Тотош уҡырға 1 380

Нимә беләбеҙ?

Нимә беләбеҙ? 21.05.2023 // Баҡса

Картуф мал, ҡош-ҡорт аҙығында ла, сәнәғәт өлкәһендә лә киң ҡулланыла. Медицина өлкәһе ғалимдары...

Тотош уҡырға 1 206

Редис, помидор, борос...

Редис, помидор, борос... 23.03.2022 // Баҡса

Иртә яҙҙан сәсеп үҫтерелгән йәшелсә үҫентеләрен башта быяла йәки полиэтилен япма аҫтына, шунан асыҡ...

Тотош уҡырға 1 893

Һыу һибеү һәм туҡландырыу

Һыу һибеү һәм туҡландырыу 23.03.2022 // Баҡса

Июлдә баҡсала төп эштәр­ҙең береһе ул. Һыуҙы иртән йә­ки кисен, ҡояш артыҡ ҡыҙ­ҙыр­ма­ғанда,...

Тотош уҡырға 2 007

Ҡоротҡостарҙы ҡоротҡос

Ҡоротҡостарҙы ҡоротҡос 23.03.2022 // Баҡса

Туҡланыу шарттарына ҡарап, ҡоротҡостар ике төргә бүленә: беренсеһе үҫемлектең һутын һурһа, икенсеһе...

Тотош уҡырға 1 306

Әтәсте нисек һайларға?

Әтәсте нисек һайларға? 23.03.2022 // Баҡса

Ихата йәме нимәлә? Нисек кенә сәйер булмаһын — әтәстә! Һәүетемсә генә барған ауыл тормошона...

Тотош уҡырға 1 534

Тәҙрә төбөндәге баҡса

Тәҙрә төбөндәге баҡса 23.03.2022 // Баҡса

Беҙҙең һауа шарттарында йылылыҡ яратҡан культураларҙың үрсетмәһен йыш ҡына тәҙрә төбөндә үҫтерәләр....

Тотош уҡырға 1 274