Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алтын йомортҡа... һарайҙа
Алтын йомортҡа... һарайҙаСит илдәрҙә ошондай әйтем бар: “Тауыштарынан тыш ҡоштарҙың бар нәмәһен файҙаланып була”. Беҙ иһә әтәс ҡысҡырыуын да үҙ файҙабыҙға йүнәлтә алабыҙ. Йыш ҡына ауыл кешеһе таң ҡошо тауышына тора ла төн булғансы шәхси хужалығында мәж килә.


Ысынлап та, ҡоштарҙан күп нәмә алып була. Мәҫәлән, йомортҡа һалған тоҡомға ҡараған бер тауыҡ кешенең йомортҡаға булған ихтыяжын тулыһынса тәьмин итә. Унан йылына 60 – 70 себеш алырға мөмкин. Был иһә 200 килограмға яҡын ҡош ите тигән һүҙ, йәғни ошо төр ризыҡ менән өс кешенән торған ғаиләне туйындыра. Себештәре бик тиҙ үҫә: йомортҡанан сыҡҡанда 40 грамлыҡ ҡына йән эйәһе өс айҙа 2,3 – 2,5 килограмға етә. Ошо ваҡыт эсендә ул ауырлығын 40 – 50 тапҡырға арттыра.
Тауыҡ ите диетик һанала, организм тарафынан тиҙ үҙләштерелә. Мәҫәлән, уның аҡ итендә 20 проценттан ашыу аҡһым булһа, майы ни бары биш-ете генә процент. Ә өйрәктекендә — 30 процентҡа тиклем май. Тауыҡ йомортҡаһы — организмға кәрәккәнсә аҡһым, май, углеводтар, минераль матдәләр һәм витаминдар туплан­маһы. Был — ауыл хужалығында етеште­релгән һәм тәбиғи “ҡабы”на һалынып, һа­тып алыусыға еткерелгән берҙән-бер аҙыҡ.
Тауыҡтарҙы аҫрау алдынан төп йүнә­леш­тәрҙе билдәләргә кәрәк: күпмеһен ит өсөн, күпмеһен йомортҡа һалыуға, шуға алдан тоҡом һайлайҙар.
Йомортҡа һалыу өсөн Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә башлыса леггорндарҙы, ә иткә корниш һәм аҡ плимутрок тигәндәрҙе тоталар. Шәхси хужалыҡтарҙа ит өсөн дә, йомортҡаға ла айырым тоҡом аҫрамаһаң да була. Ғәҙәттә, уларҙың икеһен дә ал­маш­тырырҙайҙары, халыҡта “ярым бройлер” тип йөрөтөлгәндәре бар. Етмәһә, хужа кеше иҡтисади яҡты ғына түгел, ма­турлыҡты ла уйлай бит. Берәү­ҙәргә ап-аҡ ҡоштар оҡшай, икенселәренә ҡап-ҡараһы, сыбары, ҡыҙылы — йәнең теләгәнде аҫрарға мөмкин.
Хәҙер иһә тоҡомдар тураһында ҡыҫҡаса белешмә бирәйек.
Леггорн – йомортҡа һалыусы тоҡом. Төҫтәре төрлө булырға мөмкин. Шулай ҙа киң таралғаны — аҡ төҫлөләр. Улар йы­лына 230 – 260 йомортҡа һала. Һәр береһенең ауырлығы 58 – 60 грамм тәшкил итә, себештәрҙең сығышы яҡшы. Әтәстәр­ҙең тереләй ауырлығы – 2,7-3, тауыҡ­тарҙыҡы – 1,8-2 килограмм.
Һуңғы йылдарҙа һоро леггорндар — ломанн браун (Германия), изабраун (Франция) киң тарала башланы. Бындай тауыҡтар һоро тышлы йомортҡа һала. Йомортҡаларҙы кешеләр теләп һатып алһа ла, бындай тауыҡтарҙы шәхси хужалыҡ­тар­ҙа аҫрау ауырыраҡ, сөнки ашатыуҙа махсус талаптары бар.
Аҡ рус тауыҡтары урындағы тауыҡтар менән леггорндарҙы ҡушыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Кәүҙәгә улар леггорн­дар­ҙан ҙурыраҡ. Йомортҡа һалыуҙары аҙыраҡ. Уның ҡарауы, урындағы һауа шарттарына тиҙерәк яраҡлашалар.
Ит тоҡомлоларҙы беҙ бройлер тип йөрөтөргә күнеккәнбеҙ. Был — корниш йәки корнуэлл. Тоҡом Англияла сығары­лып, донъяға таратылған. Әтәстәренең ауырлығы 4-5 килограмм тартһа, тауыҡ­тарыныҡы – 3,3-3,8 килограмм. Йылына 110—130 йомортҡа һалалар.
Плимутрок тоҡомо Америкала сыға­рыл­ған. Төрлө төҫтә булһалар ҙа, сәнәғәттә тик аҡ төҫлөләрен генә файҙаланалар. Тереләй ауырлыҡтары 3,6-3,8 һәм 2,8-3 килограмм тарта. Шәхси хужалыҡтарҙа бройлер тауыҡтарын үрсетеү өсөн тотоу артыҡ сығым тәшкил итә, шуға уны ҡошсолоҡ фабрикаларынан алалар.
Ит-йомортҡа тауыҡтарынан көмөшһыу адлер тоҡомлоларын атарға була. Ул Адлер ҡошсолоҡ фабрикаһында сығарылған. Кубань аграр университеты ғалимдары аҡ рус, нью-чемпшир, первомай, аҡ плимутрок һәм орлов тауыҡтарын йылдар дауамында ҡушып барлыҡҡа килтергән. Йылына 180-200 йомортҡа һалалар. Үҙҙәре оя бик баҫмаһа ла, йомортҡаларының сығышы 80 – 85 процент тәшкил итә.
Беҙҙә йыш осраған кучинск (Кучинские юбилейные) тоҡомо Мәскәү өлкәһенең “Кучино” тоҡомсолоҡ заводы тарафынан сығарылған. Улар ҙа, адлерҙар һымаҡ, бер нисә тоҡомдо ҡушҡандан һуң барлыҡҡа килгән.
Ошо төп ит-йомортҡа тоҡомлоларҙан тыш родайланд, нью-чемпшир, ҡара Мәскәү тауыҡтары һымаҡ һирәгерәк осрағандары ла бар.


Автор: Т. МУСИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тәҙрә төбөм "гөл" генә!

Тәҙрә төбөм "гөл" генә! 31.03.2019 // Баҡса

Беҙҙең һауа шарттарында йылылыҡ яратҡан культураларҙың үрсетмәһен йыш ҡына тәҙрә төбөндә үҫтерәләр....

Тотош уҡырға 814

"Үҫенте" кәңәш бирә

"Үҫенте" кәңәш бирә 21.03.2019 // Баҡса

Баҡса үҫтерергә яратҡандар өсөн яңы миҙгел яҡынлаша. Улар орлоҡтар һайлай, үҫентеләр ултырта,...

Тотош уҡырға 406

Сәсеү өсөн орлоҡ һайлау серҙәре

Сәсеү өсөн орлоҡ һайлау серҙәре 15.03.2019 // Баҡса

Баҡсала мул уңыш үҫтереү иң тәү сиратта дөрөҫ һай­лан­ған орлоҡҡа бәйле. Юҡҡа ғына хал­ҡы­быҙ “Ни...

Тотош уҡырға 302

Көҙгө байлыҡ өҫтәлдәрҙә

Көҙгө байлыҡ өҫтәлдәрҙә 16.10.2018 // Баҡса

Ғәжәйеп ризыҡ Йәшел помидорҙы йыуып, мейестә йомшарғансы бешереп алырға ла ит турағыс аша...

Тотош уҡырға 404

Ағас ботағы айырылһа…

Ағас ботағы айырылһа… 16.10.2018 // Баҡса

Һеҙ быйыл мул уңыш йыйҙығыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алмағасығыҙҙың кәрәкле бер ботағы айырылып төшкән....

Тотош уҡырға 372

Сылтыр-сылтыр “йылға” аға

Сылтыр-сылтыр “йылға” аға 16.10.2018 // Баҡса

Баҡса ул йәшелсә, емеш үҫтереү урыны ғына түгел, унда ял итеү өсөн дә уңайлы шарттар булдырылырға...

Тотош уҡырға 389

Көҙгө тәрбиәнең әһәмиәте ҙур

Көҙгө тәрбиәнең әһәмиәте ҙур 16.10.2018 // Баҡса

Уңыштар йыйып алынып, һалҡын көндәр ныҡлап башланғансы баҡсасылар өсөн айырым осор һанала. Яңы...

Тотош уҡырға 417

Белеп ултыртһаң — отолмаҫһың

Белеп ултыртһаң — отолмаҫһың 16.10.2018 // Баҡса

Тәбиғәт шарттарына ҡарап, элегерәк көньяҡ халыҡтары Башҡортостанды “йәшел помидорҙар иле” тип...

Тотош уҡырға 395

Үҙ баҡсаңдыҡын һайла!

Үҙ баҡсаңдыҡын һайла! 26.09.2018 // Баҡса

Түбәнге Яйыҡбай – Һаҡмар йылғаһына һыйынып ҡына ултырған, әллә ни ҙур булмаған ауылдарҙан. Мәгәр...

Тотош уҡырға 460

Лимондар ҡайҙа үҫә?

Лимондар ҡайҙа үҫә? 25.09.2018 // Баҡса

Республикабыҙҙың ғорурлығы ул Өфөләге лимонарий. Уңған ғалим-биолог Фәриҙә Садиҡова тырышлығы менән...

Тотош уҡырға 367

Ҙур ҙа түгел, уңайлы ла

Ҙур ҙа түгел, уңайлы ла 18.09.2018 // Баҡса

Күптәр “Йорт-ҡура” битендә өй, мал һарайы төҙөү, башҡа эштәр тураһында баҫыуҙы һорап яҙа. Әлбиттә,...

Тотош уҡырға 375

Уңышты нисек һаҡларға?

Уңышты нисек һаҡларға? 18.09.2018 // Баҡса

Сөгөлдөр һәйбәт һаҡланһын өсөн һабағын ҡул менән бороп өҙмәгеҙ, ә төбөн 1-1,5 сантиметр оҙонлоғонда...

Тотош уҡырға 415