Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һыйырың сибекме? Тоҡомо насар!
Һыйырың сибекме? Тоҡомо насар!Элек-электән малсылыҡ халыҡтың таянысы булған һәм именлеген тәьмин иткән. Ҡура тулы һыйыр мөңрәп торһа, ауыл йәшәр, халыҡ эшле булыр. Малды үрсетеү, күберәк һөт, ит алыр өсөн бөгөн тоҡомсолоҡ эше – көнүҙәк мәсьәлә. Бының өсөн яһалма ҡасырыу ҡулланыла. Уның менән ветеринар станцияһы шөғөлләнә. Хужаларҙы, әлбиттә, малдың тоҡомо насарая барыуы борсой. Колхоз-совхоз осоронда хужалыҡтарҙа мал күпләп көткәндә, тоҡомсолоҡто яҡшыртыу һәм үҫтереү эше лә бик әүҙем булды. Бөтә ауылдарҙа ла тиерлек ферма бар ине, һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу бүлектәре эшләне. Шәхси хужалыҡтарҙың көтөүенә иһә тоҡомло үгеҙҙәр ебәрелә торғайны.


Бөгөн күпселек ауылдарҙа һыйыр малы ваҡланды, халыҡ тоҡомһоҙ мал тота. Уларҙың ауырлығы 350-400 килограмдан артмай. Һөҙөмтәлә йылына ни бары 2000-2500 литр һөт бирә. Һыйырҙарҙың һөтө кәмеү түгел, хатта ит сығымы ла аҙ, сифаты ла насарая.
Яһалма ҡасырыуҙың файҙаһы баһалап бөткөһөҙ, сөнки ауыл көтөүендә, әйткәнемсә, яҡшы тоҡомло үгеҙҙәр юҡ. Шәхси йортта аҫрап үҫтерелгәндәренең көсө әҙ: буйы етмәй, орлоғо ваҡ була. Шуға ла күп һыйырҙар тик көҙгә генә аталана, йәйгә быҙау килтерә. Зәғиф, етлекмәй тыуған быҙауҙар ҙа күбәйә. Ҡыҫыр ҡалған һыйырҙар һаны арта. Быҙауҙар йәшел үлән, ҡояш нуры күрмәгән, А, В витаминдары һәм башҡа микроэлементтар етешмәгәндә насар үҫешә, сибек булып тыуа. Ошо етешһеҙлектәрҙе яһалма ысул менән ыңғай яҡҡа хәл итергә мөмкин.
Яһалма ҡасырыуҙа юғары продуктлы, яҡшы тоҡомдан булған үгеҙҙәрҙең аталыҡ орлоғо файҙаланыла, шуға ла быҙауҙар эре кәүҙәле булып тыуа, шәберәк үҫә. Һыйырҙар күп һөт бирә, быҙауҙан ит сығышы ла арта.
Бының өсөн термос-пенал ҡулланыла. Ул һыйырҙы урынында ҡасырыу өсөн пипетка һәм орлоҡ йөрөтөүгә файҙаланыла. Айырым температурала тотола. Ләкин уны һирәк ҡулланалар, тик ҡул менән, биҙрәлә, хатта кеҫәлә, халат аҫтында йөрөтәләр. Был санитар-гигиенаға, һаҡлауға ныҡ кире йоғонто яһай. Әгәр техник-осеменаторҙар өсөн эшкә ярты сәғәт кәрәк булһа, һыйырҙы аҙбарҙа аҫрау осоронда ни бары 10-15 минут ваҡыт етә. Өҫтәүенә яһалма ҡасырыу бруцеллез, лейкоз, трихомоноз кеүек йоғошло ауырыуҙарҙы булдырмауҙа ныҡ ярҙам итә.
Ауыл халҡына мал үрсетеү өсөн урындарҙа һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу бүлектәре асыу, кәрәк ҡорамалдар менән тулыландырыуҙа дәүләт ярҙамы күрһәтелһә, уҡыу йорттарында техник-осеменаторҙар әҙерләнһә, ике яҡҡа ла отошло булыр ине.

Вәсил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

Хәйбулла районы,
Һамар ауылы.


Нимә ул
ветоспорин?


Бар тереклек хәстәрлеккә мохтаж. Мал-тыуар ҙа шулай. Был хәҡиҡәт элек-электән билдәле булған. Шуға ла, мәҫәлән, быҙаулаған һыйырға мәтрүшкә ҡушып ҡайнатылған һыу эсергәндәр. Быҙауын иһә, яңы тыуған сабыйҙай күреп, ихлас тәрбиәләгәндәр. Малды йылы аҙбарҙа тотҡандар, татлы бесән менән һыйлағандар. Яҡшы ҡаралған һыйыр малының һөтө лә, ите лә тәмле һәм файҙалы булғанлығын яҡшы аңлаған ата-бабаларыбыҙ.
Яңы заман мал ҡарауҙа ла өр-яңы мөмкинлектәр тәҡдим итә. Шулай, хәлһеҙерәк тыуған быҙауҙарҙы тиҙерәк аяҡҡа баҫтырыу өсөн вакцинация уҙғарыла. Мал-тыуарҙың һаулығын нығытыу өсөн төрлө дарыуҙар һәм витаминдар ҡулланыла. Белгестәр фекеренсә, уларҙың иң шифалыһы – тотош организмға ыңғай йоғонто яһау ҡеүәһенә эйә булған ветоспорин. Уның составында мал-тыуарға ифрат кәрәкле ферменттар, аҡһымдар, углеводтар, витаминдар һәм файҙалы флораны һаҡлаған полипептид антибиотиктар тупланған. Дөйөмләштереп әйткәндә, ветоспорин файҙалы бактерияларҙың тотош армияһын үҙ эсенә алған.
Был препаратты, иммунитетын нығытыу маҡсатынан һәм диспепсия булмаһын өсөн, өс көнлөк быҙауҡайҙарға бирә башлау бигерәк тә яҡшы. Инә һөтөн имгәс тә, яһалма аҙыҡҡа ҡушып, ун көн дауамында 10 миллилитрлап ветоспорин эсерергә кәрәк. Ғөмүмән, ул быҙауҙарға ғына түгел, оло малға ла файҙалы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Баҙар түгел,  баҡса бирә ашлама

Баҙар түгел, баҡса бирә ашлама 31.01.2024 // Баҡса

Баҡсалағы һәр түтәл-ҡыуаҡтан биҙрәләп уңыш алыу – һәммәбеҙҙең дә яҡты хыялы. “Компостер” тигән...

Тотош уҡырға 1 328

Ҡыяр-помидор тоҙлар мәл Һыуыҡ һыуҙа тоҙланған ҡыяр

Ҡыяр-помидор тоҙлар мәл Һыуыҡ һыуҙа тоҙланған ҡыяр 15.07.2023 // Баҡса

Өс литрлыҡ банка төбөнә бер укроп һабағы, ҡурай еләге, ҡарағат, сейә япрағы һалырға. Бер рәт ҡыяр...

Тотош уҡырға 3 202

Уңышты нисек һаҡларға?

Уңышты нисек һаҡларға? 15.07.2023 // Баҡса

Сөгөлдөр һәйбәт һаҡланһын өсөн һабағын ҡул менән бороп өҙмәгеҙ, ә төбөн 1-1,5 сантиметр оҙонлоғонда...

Тотош уҡырға 1 478

Алтын йомортҡа... һарайҙа

Алтын йомортҡа... һарайҙа 21.05.2023 // Баҡса

Тауыҡ йылы тамамланды, ләкин шәхси хужалыҡтарҙа ҡош-ҡорт тотоу төп тармаҡ булып ҡала. Ите,...

Тотош уҡырға 1 292

Кишер яратһаң

Кишер яратһаң 21.05.2023 // Баҡса

Кишерһеҙ бер табынды ла күҙ алдына килтереп булмай. Уны беҙ аш, былау бешергәндә, салаттар...

Тотош уҡырға 1 189

Сәскәләр тураһында

Сәскәләр тураһында 21.05.2023 // Баҡса

– Башҡа мәшәҡәттәр менән мартта сәскә сәсә алманым. Йәй көнө баҡсаға күсереп ултыртыу өсөн әле...

Тотош уҡырға 1 520

Ер еләге үҫтереү тәртибе

Ер еләге үҫтереү тәртибе 21.05.2023 // Баҡса

Беҙҙәге һауа шарттарында ер еләгенең вегетация осоро ҡар иреп бөткәс тә башлана. Май аҙаҡтарында...

Тотош уҡырға 1 190

Нимә беләбеҙ?

Нимә беләбеҙ? 21.05.2023 // Баҡса

Картуф мал, ҡош-ҡорт аҙығында ла, сәнәғәт өлкәһендә лә киң ҡулланыла. Медицина өлкәһе ғалимдары...

Тотош уҡырға 1 259

Редис, помидор, борос...

Редис, помидор, борос... 23.03.2022 // Баҡса

Иртә яҙҙан сәсеп үҫтерелгән йәшелсә үҫентеләрен башта быяла йәки полиэтилен япма аҫтына, шунан асыҡ...

Тотош уҡырға 1 941

Һыу һибеү һәм туҡландырыу

Һыу һибеү һәм туҡландырыу 23.03.2022 // Баҡса

Июлдә баҡсала төп эштәр­ҙең береһе ул. Һыуҙы иртән йә­ки кисен, ҡояш артыҡ ҡыҙ­ҙыр­ма­ғанда,...

Тотош уҡырға 2 045

Ҡоротҡостарҙы ҡоротҡос

Ҡоротҡостарҙы ҡоротҡос 23.03.2022 // Баҡса

Туҡланыу шарттарына ҡарап, ҡоротҡостар ике төргә бүленә: беренсеһе үҫемлектең һутын һурһа, икенсеһе...

Тотош уҡырға 1 350

Әтәсте нисек һайларға?

Әтәсте нисек һайларға? 23.03.2022 // Баҡса

Ихата йәме нимәлә? Нисек кенә сәйер булмаһын — әтәстә! Һәүетемсә генә барған ауыл тормошона...

Тотош уҡырға 1 671