Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алмағастар көҙ ҙә сәскә ата...
Алмағастар көҙ ҙә сәскә ата...Наилә менән Рәсүл Әйүповтарҙы Мәләүездә белмәгән кеше һирәктер. Биш сутыйлыҡ ҡына ерҙә үҙ өйҙәрендә йәшәп ята улар. Шуның ике сутыйы баҡсаға бүленгән. Ошо ерҙә нимә генә үҫтермәй уңған хужалар! Һәр ҡарышын ҡәҙерләп файҙаланалар. Теплица ултыртырға урын юҡ тип
аптырап тормағандар, йәшелсәләрен гараж башында үҫтерәләр.


Рәсүл бөтәһен дә теүәл иҫәпләп, гараж емерелмәҫлек итеп кирбестәрен дә һалған, тупрағын да мул итеп түшәгән, һыу ҙа үткәргән. Вәт, исмаһам, ерҙең ҡәҙерен беләләр. Ҡытай­ҙарың ары торһон. Ҡыяр, помидор, борос, кәбеҫтә кеүек йә­шелсә генә түгел, петуния һымаҡ күп сәскәләрҙең үҫентеләре лә башта гараж башындағы теплицала үҫеп көс йыя. Шунан ғына, ер йылынғас, Наилә ханым уларҙы аҫҡа төп урындарына төшөрә.
Алмағастар көҙ ҙә сәскә ата...Әйүповтарҙың йорто сәскә­ләргә күмелеп ултыра. Ҡапҡанан килеп инеү менән хужа яһап ҡуйған үҙенсәлекле матур һауыт­тарҙа ҡына гөлдәре ҡаршылай. Унан өй ишегенә яҡынлашҡанда күҙ яуын алырлыҡ ярангөлдәр сәләмләй. Ә инде гараждың да, өйҙөң дә стеналарына тултырып иҫәпһеҙ-һанһыҙ петуниялар аҫылған. Баҡсаларында сәскә­ләрен һанай башлағайныҡ, иҫәбенә сыға алманыҡ, 300-ҙән ашыу булмаһа, кәм түгелдер.
Наилә әсәһе Фатима апайҙың яратҡан яран гөлдәрен уның рухына күпләп үҫтерә.
— Ун биш төрө генә барҙыр, үҙемә лә бик оҡшай улар. Әсәйемде һуңғы ун биш йылында ҡарап, һикһән йәшендә тәрбиәләп мәңгелеккә оҙаттыҡ, — ти хужабикә. — Ҡәйнәмдең ҡына гөлдәрен дә үҫтерәм. Улар икеһе лә ошо сәскәләр менән беҙҙең яныбыҙҙа кеүек. Гөлдәргә ҡараған һайын иҫкә төшөрөп торабыҙ. Уларҙың да рухтары ҡыуаналыр, тип уйлайбыҙ.
Ерҙәге ожмах баҡсаһы Әйү­повтарҙың ихатаһы. Был сама сәскәне тәрбиәләр өсөн тырыш­лыҡ ҡына түгел, ә күңелеңде биреп тәрбиәләү, уларҙы яратыу ҙа кәрәк. Наилә ханым сәғәт алтыла тора ла, ихатаһына сығып, гөлдәре менән һөйләшә башлай.
— Хәйерле иртә, гөлкәйҙәрем! Нисек төн сыҡтығыҙ? — тип һәр береһенең хәлен белә, һыу һибә, ҡороған япраҡтарын, сәскәләрен алып ташлай, һылап-һыйпап яратып, йөрәк йылыһын өләшә.
Сәғәт унға тиклем шулар менән мәж килә. Ә иртәнге һауаның сафлығы! Ҡоштар һайрай. Кистән бимазалаған серәкәйҙәр ҙә юҡ.
— Ысынлап та, ожмахта йәшәйбеҙ инде, ғүмерҙәрҙең ҡәҙерен белһәң, — ти ул.
Наилә Әйүпова күңел хистәрен шиғыр юлдарына ла һала. Бала саҡтан бөгөнгәсә йөрәгендә йөрөткән хистәр өс китап булып тупланған. “Ҡатын-ҡыҙ күңеле”, “Алмағасым көҙөн сәскә атты”, “Яҙҙарыма ҡош осорҙом” тип атала улар.
— Иптәшем шул тиклем сәскә ярата. Урамда берәй пластик һауыт күреп ҡалһа, йыйып алып ҡайта, тиҙ генә сәскә ултырта һала.
Эйе, эш бит ниндәй һауытта түгел, ә нисек үҫеүендә. Тәр­биәләй белһәң, пластик һыу һауыттарында ла бына тигән итеп сәскә атып ултыралар. Унан һуң, был гөлдәр Әйүповтарҙың ихатаһын йәй генә шулай биҙәй. 300-ләп төптө ҡышҡылыҡҡа өйгә индереү мөмкин түгел. Барыһын да кешегә тарата Наилә ханым. Бигерәк тә мәктәптәргә, китап­ханаларға, балалар баҡсала­рына, һораған кешеләргә, күрше-күләнгә. Үҙҙәре, күп булһа, 25-30-лап төптө алып ҡалалыр. Киләһе яҙ сәскә эпопеяһы яңынан башлана. Матурлыҡ тырышлыҡ талап итә шул. Әйүповтарҙың төрлө йәшелсә, еләк-емеште мул итеп үҫтереүҙәге ҡайһы бер серҙәре менән уртаҡлашыуҙарын һораныҡ.
=Картуфты сәсер алдынан орлоҡто бер биҙрә һыуҙа бер тәүлек тотоп алабыҙ. Ә һыуға ун тамсы йод, көл, марганцовка һалабыҙ. Ҡорт бөтөнләй булмай. Ике биҙрә картуфтан биш тоҡ уңыш алабыҙ.
= Ҡыярға ҡатҡан икмәк һы­ныҡ­тарын ебеткән һыуҙы йәки бер биҙрәгә бер көрөшкә әсет­кене бер тәүлек тотҡандан һуң һибәбеҙ. Был уларға тәбиғи ашлама була. Ун көн һайын ҡабат­лап торабыҙ.
= Кәбеҫтәләргә лә ҡорт төш­мә­һен, күбәләктәр ашамаһын өсөн, бер биҙрә һыуға ун тамсы нашатырь спирты ҡушып һала­быҙ ҙа шуны һибәбеҙ.
= Ҡыш буйы йыйған картуф ҡабығын да әрәм итмәйбеҙ. Яҙ, ер ҡарҙан әрселгәс, Рәсүл улар­ҙы сейә ағасы төптәренә ҡаҙып һала. Бына тигән ашлама була.
= Кәбеҫтәне алдан тоҙла­май­быҙ. 80-90 башты яңы өҙөл­гән килеш кенә һаҡлайбыҙ. Аҙыҡ-түлекте төрә торған плен­каға бер нисә ҡат итеп, һауа кермәҫлек урап ҡуябыҙ ҙа, шул килеш тора. Ҡараймай ҙа, серемәй ҙә.
= Бер ниндәй химикат ҡул­лан­майбыҙ. Йәшелсәләрҙең яп­раҡ­тарына ҡарап уларға нимә етмәгәнен белеп торабыҙ. Каль­цийға мохтажлыҡ кисерһә, йо­морт­ҡа ҡабығын иҙеп, төнәтеп һибәбеҙ. Зеленка ла ярҙамға килә, көл дә үҙебеҙҙеке. Хужалыҡта бер нәмә лә әрәм булмай, һуған ҡабыҡтары ла үҙ файҙаһын таба.
Нуриман районының Нимес­ләр ауылы ҡыҙы Наилә менән Бүздәк районының Сабай ауылы егете Рәсүл Өфөлә танышып, Бохарала ун йыл йәшәп, ундағы һауа шарттары иптәшенә килешмәгәс, Мәләүезгә ҡайтып төпләнәләр. Инде хәҙер бергә йәшәүҙәренә лә 48 йыл. Гүзәл һәм Ирина исемле ике ҡыҙ үҫтергәндәр. Ейәндәренең туй­ҙарын үткәрешеп, бүлә-бүләсәрен ҡарашалар.
Киң күңелле Әйүповтарҙың ярҙамын ғәрип туғандары ла тойоп йәшәй. Наиләнең һеңлеһе Лилиә өс йәшендә һөйәк сире менән ауырый башлай. Табиптар һөйәктәре үҫмәгән был баланың ғүмерен 16 йәш менән сикләй. Ә Наилә менән Рәсүлдең хәстәр­леге арҡаһында, күтәреп кенә йөрөтөүе, тәрбиәләүе һөҙөм­тәһендә ул 41 йәшкәсә йәшәй.
...Ноябргә тиклем теплицаларында ике-өс тапҡыр уңыш алған Әйүповтарҙың киң күңеллелеге, егәрлелеге арҡаһында өйҙәре лә, баҡсалары ла ялт итеп тора. Уңған хужалар хатта мунсаһына ла өйҙән генә инеп китә. Бындай хужаларҙың, Наиләнең китабы исемендәге кеүек, алма­ғаста­рының көҙөн дә сәскә атыуына ғәжәпләнәһе түгел. Тәрбиә, хәстәрлек һәм һөйөү кемгә килешмәһен...
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тәҙрә төбөм "гөл" генә!

Тәҙрә төбөм "гөл" генә! 31.03.2019 // Баҡса

Беҙҙең һауа шарттарында йылылыҡ яратҡан культураларҙың үрсетмәһен йыш ҡына тәҙрә төбөндә үҫтерәләр....

Тотош уҡырға 1 010

"Үҫенте" кәңәш бирә

"Үҫенте" кәңәш бирә 21.03.2019 // Баҡса

Баҡса үҫтерергә яратҡандар өсөн яңы миҙгел яҡынлаша. Улар орлоҡтар һайлай, үҫентеләр ултырта,...

Тотош уҡырға 463

Сәсеү өсөн орлоҡ һайлау серҙәре

Сәсеү өсөн орлоҡ һайлау серҙәре 15.03.2019 // Баҡса

Баҡсала мул уңыш үҫтереү иң тәү сиратта дөрөҫ һай­лан­ған орлоҡҡа бәйле. Юҡҡа ғына хал­ҡы­быҙ “Ни...

Тотош уҡырға 394

Көҙгө байлыҡ өҫтәлдәрҙә

Көҙгө байлыҡ өҫтәлдәрҙә 16.10.2018 // Баҡса

Ғәжәйеп ризыҡ Йәшел помидорҙы йыуып, мейестә йомшарғансы бешереп алырға ла ит турағыс аша...

Тотош уҡырға 441

Ағас ботағы айырылһа…

Ағас ботағы айырылһа… 16.10.2018 // Баҡса

Һеҙ быйыл мул уңыш йыйҙығыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алмағасығыҙҙың кәрәкле бер ботағы айырылып төшкән....

Тотош уҡырға 429

Сылтыр-сылтыр “йылға” аға

Сылтыр-сылтыр “йылға” аға 16.10.2018 // Баҡса

Баҡса ул йәшелсә, емеш үҫтереү урыны ғына түгел, унда ял итеү өсөн дә уңайлы шарттар булдырылырға...

Тотош уҡырға 427

Көҙгө тәрбиәнең әһәмиәте ҙур

Көҙгө тәрбиәнең әһәмиәте ҙур 16.10.2018 // Баҡса

Уңыштар йыйып алынып, һалҡын көндәр ныҡлап башланғансы баҡсасылар өсөн айырым осор һанала. Яңы...

Тотош уҡырға 485

Белеп ултыртһаң — отолмаҫһың

Белеп ултыртһаң — отолмаҫһың 16.10.2018 // Баҡса

Тәбиғәт шарттарына ҡарап, элегерәк көньяҡ халыҡтары Башҡортостанды “йәшел помидорҙар иле” тип...

Тотош уҡырға 444

Үҙ баҡсаңдыҡын һайла!

Үҙ баҡсаңдыҡын һайла! 26.09.2018 // Баҡса

Түбәнге Яйыҡбай – Һаҡмар йылғаһына һыйынып ҡына ултырған, әллә ни ҙур булмаған ауылдарҙан. Мәгәр...

Тотош уҡырға 525

Лимондар ҡайҙа үҫә?

Лимондар ҡайҙа үҫә? 25.09.2018 // Баҡса

Республикабыҙҙың ғорурлығы ул Өфөләге лимонарий. Уңған ғалим-биолог Фәриҙә Садиҡова тырышлығы менән...

Тотош уҡырға 406

Ҙур ҙа түгел, уңайлы ла

Ҙур ҙа түгел, уңайлы ла 18.09.2018 // Баҡса

Күптәр “Йорт-ҡура” битендә өй, мал һарайы төҙөү, башҡа эштәр тураһында баҫыуҙы һорап яҙа. Әлбиттә,...

Тотош уҡырға 412

Уңышты нисек һаҡларға?

Уңышты нисек һаҡларға? 18.09.2018 // Баҡса

Сөгөлдөр һәйбәт һаҡланһын өсөн һабағын ҡул менән бороп өҙмәгеҙ, ә төбөн 1-1,5 сантиметр оҙонлоғонда...

Тотош уҡырға 472