Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Умартасылыҡ серҙәре. 6-сы дәрес
Умартасылыҡ серҙәре. 6-сы дәресБыл ҡорттарҙы һоро йәки әре ҡорттар тип йөрөтәләр. Кәрәҙ күҙәнәктәрендә 24 көндә үҫеп сыға улар. Оҙонлоғо уртаса 15 – 17 мм, ә ауырлығы 200-220 мг самаһы була.
Әре ҡорттар йәйгеһен, ҡорт айырған осорҙа, бер генә эш башҡара — инә ҡорттарҙы аталандыра, умарта эсендә ғаиләлә башҡа бер ниндәй ҙә эш башҡармай. Бал күпләп килһә, эшсе ҡорттар ата ҡорттарға иғтибар итмәй, улар йәй буйы бал ашап тик ята.
Тәбиғәттән бал килеү кәмеһә, эшсе ҡорттар уларҙы умартанан ҡыуа башлай. Бигерәк тә бал һуты йыйыу тамамланһа, эшсе ҡорттар уларҙы аяуһыҙ “туҡмай”, ҡанаттарын өҙгөләп, аяҡтарын ҡырҡып, кәүҙәләрен йәрәхәтләндереп, умартанан сығарып ташлай. Был күренеште йәй аҙағында, көҙ көндәрендә күҙәтергә мөмкин. Ундай әрәмтамаҡтарҙы ҡышҡылыҡҡа ҡалдырыу һис тә кәрәкмәй. Бына ниндәй фажиғә, ауыр яҙмыш көтә әре ҡорттарҙы. Бал ҡорттары йыл әйләнәһенә бер миллиграмм балды ла бушҡа ҡулланмай, шуға ла умарталағы аҙыҡты кәметмәү маҡсатында “әрәмтамаҡ” ҡорттар ҡыуыла ла инде. Был ҡорттар ҡаяуы булмағанға үҙҙәрен бер нисек тә яҡлай алмай.
Инәһеҙ, көсһөҙ ғаиләләрҙә әре ҡорттар ҡыуылмай ҡала, шуға ла был күстәрҙә ата ҡорттарҙың ҡышлап сығыуы ихтимал. Әлбиттә, был хәл умартасыға ҡыуаныс түгел: һәйбәт ғаиләләрҙә ҡышҡылыҡҡа ата ҡорттар ҡалмай. Ҡыш үткәс, һәйбәт бал ҡорто ғаиләһе яңынан әре ҡорттар сығарып ала (май-июнь айҙары).
Йыл әйләнәһенә бал ҡорто ғаиләһе үҙенең ошондай тәбиғи, ҡаты, әммә ғәҙел биологик закондары, үҙенсәлектәре менән йәшәй.

Быны беләһегеҙме?

- Күп кенә халыҡтарҙа элек-электән бал ҡорто егәрлелек, теүәллек, үҙ ғаиләһенә сикһеҙ бирелгәнлек билдәһе булып һаналған.

- Тәбиғәттә бал йыйыусы бал ҡорттарынан тыш, уларҙың яҡын “ҡәрҙәштәре” — яңғыҙаҡ ҡорттар ҙа була. Улар араһында мегахилдар, мелиттар, мелиттургтар, евцерҙар, андрендар, рофиттар, номиҙар һәм башҡалар бар. Рәсәйҙә бындай ҡорттарҙың 200-ҙән ашыу төрө иҫәпләнә.

- Бал ҡорттары — үҙ ояларының һаҡсылары. Уғры ҡорттарҙан “рөхсәт ҡағыҙы” һорап тормайҙар, уларҙы шунда уҡ, теләһә ниндәй башҡа ғаилә ҡорттарын таныған һымаҡ, еҫенән беләләр. Һәр бал ҡорто ғаиләһенең үҙенең генә үҙенсәлекле еҫе була.

- Инә ҡорт ата (әре) ҡорттан барлығы бер генә тапҡыр аталана, уның орлоғон махсус урында һаҡлай һәм үҙенә ҡасан кәрәк, шул саҡта ҡорт күкәйҙәрен аталандырыу өсөн файҙалана.

- Инә ҡорт ҡарышлауығы биш көн йәшәү эсендә ҙурлыҡҡа 3 мең тапҡырға үҫә, ә эшсе ҡорт — 1,5 мең тапҡырға.

- Инә ҡорт башҡа ҡорттарға ҡарағанда 50 – 60 тапҡырға оҙағыраҡ йәшәй.

- Инә ҡорт йәйен тәүлегенә 2000-гә тиклем, ә иң күбендә 3500-гә ҡәҙәр йомортҡа һалыуға һәләтле. Был йомортҡаларҙың ауырлығы инә ҡорттоң үҙенең ауырлығынан ике тапҡырҙан ашыуыраҡҡа артып китә.

- Әре ҡорттар ифрат дуҫтарса мөнәсәбәттә йәшәй. Уларҙың үҙ-ара “көрмәкләшеп һуғышыу” осрағын бер генә умартасының да күргәне юҡ әле.

- Үҙҙәренең тәбиғәте буйынса космополит булған әре ҡорттар ниндәй ҙә булһа ҡәрҙәшлек сиген белмәй. Теләһә ниндәй бал ҡорто ғаиләһенә иркенләп барып инә алалар, үҙ “өй”өндә кеүек тоялар һәм үҙҙәрен шулай тоталар.

- Ҡорттарҙың умартанан әре ҡорттарҙы туҡмап ҡыуып сығарыуы бал йыйыуҙың тамамланыуын аңлата.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Баҙар түгел,  баҡса бирә ашлама

Баҙар түгел, баҡса бирә ашлама 31.01.2024 // Баҡса

Баҡсалағы һәр түтәл-ҡыуаҡтан биҙрәләп уңыш алыу – һәммәбеҙҙең дә яҡты хыялы. “Компостер” тигән...

Тотош уҡырға 1 317

Ҡыяр-помидор тоҙлар мәл Һыуыҡ һыуҙа тоҙланған ҡыяр

Ҡыяр-помидор тоҙлар мәл Һыуыҡ һыуҙа тоҙланған ҡыяр 15.07.2023 // Баҡса

Өс литрлыҡ банка төбөнә бер укроп һабағы, ҡурай еләге, ҡарағат, сейә япрағы һалырға. Бер рәт ҡыяр...

Тотош уҡырға 3 185

Уңышты нисек һаҡларға?

Уңышты нисек һаҡларға? 15.07.2023 // Баҡса

Сөгөлдөр һәйбәт һаҡланһын өсөн һабағын ҡул менән бороп өҙмәгеҙ, ә төбөн 1-1,5 сантиметр оҙонлоғонда...

Тотош уҡырға 1 464

Алтын йомортҡа... һарайҙа

Алтын йомортҡа... һарайҙа 21.05.2023 // Баҡса

Тауыҡ йылы тамамланды, ләкин шәхси хужалыҡтарҙа ҡош-ҡорт тотоу төп тармаҡ булып ҡала. Ите,...

Тотош уҡырға 1 276

Кишер яратһаң

Кишер яратһаң 21.05.2023 // Баҡса

Кишерһеҙ бер табынды ла күҙ алдына килтереп булмай. Уны беҙ аш, былау бешергәндә, салаттар...

Тотош уҡырға 1 174

Сәскәләр тураһында

Сәскәләр тураһында 21.05.2023 // Баҡса

– Башҡа мәшәҡәттәр менән мартта сәскә сәсә алманым. Йәй көнө баҡсаға күсереп ултыртыу өсөн әле...

Тотош уҡырға 1 409

Ер еләге үҫтереү тәртибе

Ер еләге үҫтереү тәртибе 21.05.2023 // Баҡса

Беҙҙәге һауа шарттарында ер еләгенең вегетация осоро ҡар иреп бөткәс тә башлана. Май аҙаҡтарында...

Тотош уҡырға 1 177

Нимә беләбеҙ?

Нимә беләбеҙ? 21.05.2023 // Баҡса

Картуф мал, ҡош-ҡорт аҙығында ла, сәнәғәт өлкәһендә лә киң ҡулланыла. Медицина өлкәһе ғалимдары...

Тотош уҡырға 1 241

Редис, помидор, борос...

Редис, помидор, борос... 23.03.2022 // Баҡса

Иртә яҙҙан сәсеп үҫтерелгән йәшелсә үҫентеләрен башта быяла йәки полиэтилен япма аҫтына, шунан асыҡ...

Тотош уҡырға 1 927

Һыу һибеү һәм туҡландырыу

Һыу һибеү һәм туҡландырыу 23.03.2022 // Баҡса

Июлдә баҡсала төп эштәр­ҙең береһе ул. Һыуҙы иртән йә­ки кисен, ҡояш артыҡ ҡыҙ­ҙыр­ма­ғанда,...

Тотош уҡырға 2 030

Ҡоротҡостарҙы ҡоротҡос

Ҡоротҡостарҙы ҡоротҡос 23.03.2022 // Баҡса

Туҡланыу шарттарына ҡарап, ҡоротҡостар ике төргә бүленә: беренсеһе үҫемлектең һутын һурһа, икенсеһе...

Тотош уҡырға 1 336

Әтәсте нисек һайларға?

Әтәсте нисек һайларға? 23.03.2022 // Баҡса

Ихата йәме нимәлә? Нисек кенә сәйер булмаһын — әтәстә! Һәүетемсә генә барған ауыл тормошона...

Тотош уҡырға 1 559