Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йортоң ҡараулы булһын
Йортоң ҡараулы булһын
Күптәрҙең баҡсалары йәшәгән ерҙәренән ситтә урынлашҡан. Бигерәк тә ҡала кешеләренеке. Шуға күрә баҡса өйөн даими ҡарап, тикшереп торорға кәрәк. Беренсенән, үҙегеҙ менән алып ҡайта торған әйберҙәрҙе айырып ҡуйығыҙ. Түшәк, урын-ер ҡаралтыларын, таҫтамалдарҙы, кейем-һалымды һауа үтеп инерлек ҡаптарға тултырығыҙ. Көйәгә ҡаршы сара һалырға ла онотмағыҙ.

Бер нисә ай яғылмаған, йылытылмаған өйҙә бәҫәрә торған әйберҙәрҙе ҡалдырмағыҙ. Һауыт-һабағыҙҙы ҡағыҙға төрөп, йәшниктәргә һалығыҙ. Йорт йыһазына тышлыҡ кейҙерегеҙ йәки полиэтилен япма менән ҡаплағыҙ. Был сара бысраныуҙан һәм сысҡандарҙың үтеп инеүенән һаҡлар. Көнкүрештә ҡулланыла торған техникағыҙҙы — телевизор, саң һурҙырғыс һәм башҡа приборҙарҙы яғылмаған йортта ҡалдырыу хәүефле, шуға иң яҡшыһы — өйөгөҙгә алып ҡайтыу.
Аҙыҡтарығыҙға ла ревизия яһағыҙ. Консерваларығыҙҙы мөгәрәпкә төшөрөгөҙ, макарон, ярма кеүек ризыҡтарҙы махсус контейнерҙарға тултырып ҡалдырығыҙ. Иҙәндәрегеҙҙе йыуып, саңдарҙы һөртөп, йомшаҡ мебелде саң һурҙырғыс менән таҙартығыҙ. Ҡышҡылыҡҡа ни тиклем һәйбәтерәк итеп таҙартып ҡуйһағыҙ, яҙ мәшәҡәтегеҙ шул тиклем әҙерәк булыр.
Бүлмәгеҙҙә ҡоротҡостар күренмәйме? Әгәр күҙегеҙгә ташланһа, дезинфекция үткәрегеҙ. Кимереүселәр һәм бөжәктәр өйөгөҙгә эйәләшмәһен тиһәгеҙ, уларҙы ҡурҡытыу сараларын күрегеҙ. Мәтрүшкә һәм әрем үләндәрен төрлө урындарға һалып сығығыҙ. Сарҙағығыҙҙы тикшереп төшөргә лә онотмағыҙ. Ғәҙәттә, унда һағыҙаҡтар оя ҡороусан. Әгәр алып ташламаһағыҙ, яҙ үрсеп китеп, ныҡ ҡына борсоясаҡтар.
Баҡса өйөнөң түбәһенән һыу үтмәйме, зыян килгән урындар юҡмы — шуларҙы ла тикшереп сығырға кәрәк. Әгәр өйгә һыу үтһә, бәшмәк барлыҡҡа киләсәк, һәм ул яйлап бүрәнәне “ашаясаҡ”. Ишек, тәҙрәләрҙә ярыҡтар ҡалһа, ҡаплағыҙ. Был сара еүешләнеүҙән, елдән һаҡлаясаҡ. Унан һуң ҡышҡылыҡҡа тәҙрәләрҙе ҡаплап ҡуйыу ҙа яҡшы, сөнки көслө ел булғанда быялаларҙың ватылыуы ихтимал.
Һыу торбаларын да ныҡлап ҡарағыҙ. Мискәләрҙәге һыуҙы түгегеҙ. Булһа, баҫҡыстарҙы ҡаплап торған ҡыйыҡтың ныҡлығын да тикшерегеҙ. Ауыр епшек ҡар баҫымы аҫтында емерелеп төшөрлөк булмаһын.
Йоҙаҡты солидол менән буяғыҙ. Был уны тутығыуҙан һаҡлар. Аҙаҡ урам яҡтан ҡуйылған йоҙаҡтарға пластик шешәләр кейҙереп ҡуйығыҙ.
Баҙығыҙҙы ла тәртипкә килтерергә онотмағыҙ. Дезинфекция үткәреп, елләтеп, йыуаһын йыуып, таҙартаһын таҙартып ҡуйғанһығыҙҙыр, моғайын. Таҡталарын баҡыр купоросы менән эшкәрткәнһегеҙҙер. Был уларҙы сереүҙән һаҡлай. Электрҙы һәм газды бөтөнләй ябып китергә кәрәк. Әгәр яҡын-тирәгеҙҙәге баҡсаларҙа даими йәшәүселәр булһа, өйөгөҙҙө ҡарап тороуҙарын һорағыҙ. Улар менән кеҫә телефоны аша бәйләнештә булығыҙ.
Киләһе яҙға тиклем өйөгөҙ имен торһон.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тәҙрә төбөм "гөл" генә!

Тәҙрә төбөм "гөл" генә! 31.03.2019 // Баҡса

Беҙҙең һауа шарттарында йылылыҡ яратҡан культураларҙың үрсетмәһен йыш ҡына тәҙрә төбөндә үҫтерәләр....

Тотош уҡырға 780

"Үҫенте" кәңәш бирә

"Үҫенте" кәңәш бирә 21.03.2019 // Баҡса

Баҡса үҫтерергә яратҡандар өсөн яңы миҙгел яҡынлаша. Улар орлоҡтар һайлай, үҫентеләр ултырта,...

Тотош уҡырға 399

Сәсеү өсөн орлоҡ һайлау серҙәре

Сәсеү өсөн орлоҡ һайлау серҙәре 15.03.2019 // Баҡса

Баҡсала мул уңыш үҫтереү иң тәү сиратта дөрөҫ һай­лан­ған орлоҡҡа бәйле. Юҡҡа ғына хал­ҡы­быҙ “Ни...

Тотош уҡырға 295

Көҙгө байлыҡ өҫтәлдәрҙә

Көҙгө байлыҡ өҫтәлдәрҙә 16.10.2018 // Баҡса

Ғәжәйеп ризыҡ Йәшел помидорҙы йыуып, мейестә йомшарғансы бешереп алырға ла ит турағыс аша...

Тотош уҡырға 400

Ағас ботағы айырылһа…

Ағас ботағы айырылһа… 16.10.2018 // Баҡса

Һеҙ быйыл мул уңыш йыйҙығыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алмағасығыҙҙың кәрәкле бер ботағы айырылып төшкән....

Тотош уҡырға 370

Сылтыр-сылтыр “йылға” аға

Сылтыр-сылтыр “йылға” аға 16.10.2018 // Баҡса

Баҡса ул йәшелсә, емеш үҫтереү урыны ғына түгел, унда ял итеү өсөн дә уңайлы шарттар булдырылырға...

Тотош уҡырға 387

Көҙгө тәрбиәнең әһәмиәте ҙур

Көҙгө тәрбиәнең әһәмиәте ҙур 16.10.2018 // Баҡса

Уңыштар йыйып алынып, һалҡын көндәр ныҡлап башланғансы баҡсасылар өсөн айырым осор һанала. Яңы...

Тотош уҡырға 414

Белеп ултыртһаң — отолмаҫһың

Белеп ултыртһаң — отолмаҫһың 16.10.2018 // Баҡса

Тәбиғәт шарттарына ҡарап, элегерәк көньяҡ халыҡтары Башҡортостанды “йәшел помидорҙар иле” тип...

Тотош уҡырға 394

Үҙ баҡсаңдыҡын һайла!

Үҙ баҡсаңдыҡын һайла! 26.09.2018 // Баҡса

Түбәнге Яйыҡбай – Һаҡмар йылғаһына һыйынып ҡына ултырған, әллә ни ҙур булмаған ауылдарҙан. Мәгәр...

Тотош уҡырға 459

Лимондар ҡайҙа үҫә?

Лимондар ҡайҙа үҫә? 25.09.2018 // Баҡса

Республикабыҙҙың ғорурлығы ул Өфөләге лимонарий. Уңған ғалим-биолог Фәриҙә Садиҡова тырышлығы менән...

Тотош уҡырға 363

Ҙур ҙа түгел, уңайлы ла

Ҙур ҙа түгел, уңайлы ла 18.09.2018 // Баҡса

Күптәр “Йорт-ҡура” битендә өй, мал һарайы төҙөү, башҡа эштәр тураһында баҫыуҙы һорап яҙа. Әлбиттә,...

Тотош уҡырға 373

Уңышты нисек һаҡларға?

Уңышты нисек һаҡларға? 18.09.2018 // Баҡса

Сөгөлдөр һәйбәт һаҡланһын өсөн һабағын ҡул менән бороп өҙмәгеҙ, ә төбөн 1-1,5 сантиметр оҙонлоғонда...

Тотош уҡырға 414